6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Милли оркестр Мәскәүҙә уңышлы сығыш яһаны
26.10.04


       Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә, Чайковкий исемендәге концерт залында Рәсәйҙең халыҡ артисы, Дәүләт премияһы лауреаты Николай Нико лаевич Калининдың яҡты иҫтәлегенә арналған "Маэстро юбилейы"
       тип аталған ҙур концерт булып үтте. Унда Иосиф Кобзон, Алек сандра Стрельченко, Людмила Зыкина, Валентина Толкунова, Над ежда Бабкина, Анна Литвиненко, Зураб Соткилава, Василий Овся нников, Ольга Воронец, Рәсәйҙең иң яҡшы оркестрҙары ҡатнашты . Һуңғылары араһында беҙҙең республиканың БР халыҡ артисы Рә мил Ғәйзуллин етәкселегендәге Милли халыҡ инструменттары анс амбле бик матур сығыш яһаны.
       Николай Калинин менән Рәмил Мәүлит улы Түбәнге Новгородта үткән конкурстарҙың береһендә танышҡан. Бер ни тиклем ваҡытт ан һуң маэстро оркестрҙың презентацияһына, тағы бер йылдан м узыканттар менән эшләргә килгән. Ул ваҡытта "Рәсәй оркестрҙа ры атаһы" башҡорт оркестрын донъяла бындай оркестр берәү ге нә тип әйткән һәм ошо һүҙҙәре менән уға яңы бейеклектәр яула у өсөн ҡанат ҡуйғандыр тип уйларға ҡала.
       Октябрь айында милли оркестрҙың барлыҡҡа килеүенә өс йыл тула. Был ваҡыт эсендә ул күп һанлы видеоклиптар, компакт - диск сығарҙы.
       Мәскәүҙәге сығышынан һуң оркестр Санкт - Петербург, Силәб е, Белгород һәм башҡа ҡалаларҙан бик күп саҡырыуҙар һәм Влад имир Девятов, Василий Овсянниковтан хеҙмәттәшлек тураһында т әҡдим алды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал