6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Хәрбиҙәр өсөн торлаҡ ипотека буйынса төҙөләсәк
04.10.04


       Ипотека һүҙе эшҡыуарҙар, төрлө кимәлдәге етәкселәр араһ ында ғына түгел, хәрбиҙәр телендә йыш ҡулланыла башлар, күрә һең. 2004 йылдың авгусында Владимир Путин "Хәрби хеҙмәткәрҙә рҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең туплау - ипотека системаһы тураһында" Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Яңы тәртипкә ярашлы, тәүге фатирҙарҙы ватанды яҡлаусылар 2008 йылда ала башларға
       тейеш. Әлбиттә, "фатир алыу" дөйөм термин булараҡ яңғырай , закон иһә хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн финанс
       туплауға күсеүҙе күҙаллай. Был системала ҡатнашыусы һәр кем дең иҫәбенә федераль бюджет ҡаҙнаһынан йыл да билдәле суммал а аҡса күсерелеүҙе аңлата. 2005 йылда ( закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк) бер хәрбигә күсерелгән аҡса 3 7 мең һум тирәһе тәшкил итәсәк. Артабан туплау взносының күл әме инфляцияға ҡарап үҙгәрә. Егерме йыл хеҙмәт иткән, шулай уҡ 10 йыл хеҙмәт итеп һаулыҡ насарайыуы йә иһә ғаилә хәле б уйынса эштән сыҡҡан, йәше етеү сәбәпле хәрби хеҙмәттән китер гә мәжбүр булған йәки ойоштороу - штат сараларына бәйле оср аҡта хәрби тупланған аҡсаны алырға хоҡуҡлы була.
       Әммә ул тиклем оҙаҡ көтмәҫкә лә була. Өс йыл дауамында аҡ са тупланғандан һуң тәүге хәрбиҙәр ипотека системаһы буйынса
       фатир алыу мөмкнселегенә эйә була. Был ваҡытта инде тупланғ ан аҡса ипотека кредиты өсөн түләүгә тотоноласаҡ.
       Яңы системала кемдәр ҡатнаша ала һуң Закондың үҙ көсөнә инеүе менән был хоҡуҡҡа хәрби вуз сығарылыусылары, хәрби хе ҙмәткә запастан саҡырылған офицерҙар, тәүге контракттарын 20 05 йылдың 1 ғинуарынан һуң төҙөгән прапорщик һәм мичмандар э йә була, ә был ваҡыттан алда контракт төҙөүселәр туплау - ип отека системаһына үҙаллы инә ала. Шулай уҡ ошондай хоҡуҡҡа х әрби хеҙмәт үтеү тураһында икенсе контракттарын 2005 йылдың беренсе ғинуарынын да иртәрәк төҙөмәгән сержант һәм старшина лар, һалдат һәм матростар эйә була. Оборона министрлығында к үҙаллаүҙарынса, система эшенең тәүге өс йылында уға йыл да 3 0 меңгә яҡын хәрби инәсәк, артабан ҡатнашыусылар һаны артаса ҡ.
       Башҡортостан да хәрбиҙәрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итеүгә
       үҙ өлөшөн индерә. 2003 йылдан башлап Баймаҡ районы биләмәлә рендә, Күлтүбән ауылы эргәһендә хәрбиҙәр өсөн заманса ҡасаба
       төҙөдөш юлға һалынды. Ул федераль программаға ярашлы Башҡор т төҙөлөш компанияһы көсө менән башҡарыла. Был ҡасабала торл аҡты хәрбиҙәр махсус сертификаттар буйынса аласаҡ.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал