6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Юбилейҙар

Дим буйында украин йырҙары яңғыраны
25.08.04


       Үҙәк урамдың буйына өҫтәл әҙерләгәндәрен күргәнегеҙ бар мы һеҙҙең Өфөнөң Дим районындағы Яңы Александровка ауылында
       үткән шәмбе көнө быға өҫтәп тағы ла ялан уртаһында эшләнгән
       сәхнәне, һандыҡтарҙа һаҡланған матур милли кейемдәр кейгән кешеләрҙе лә күрергә мөмкин ине. Был украин ауылы үҙенең йөҙ
       йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне.
       Ауылдың ҡыҫҡаса тарихын былай тип һүрәтләргә була: йөҙ йы л элек Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөнән көнсығыш яғына күпләп күсе неүҙәр ваҡытында барлыҡҡа килә. Чернигов губернияһы крәҫтиән дәре яҡшыраҡ урын эҙләп Өфө губернияһына килеп етә һәм Дим й ылғаһынан алыҫ түгел бер төбәкте һайлай. Тәүге күсенеүселәр араһында Гладич, Дайнеко, Махней, Остроух, Шунько, Король фа милиялы украиндар була.
       30 - сы йылдарҙа Дим станцияһы йылдам үҫешә башлай. Ауыл халҡының бер өлөшө тимер юл бүлексәләрендә һәм Дим ҡасабаһын да үҙенә эш таба. Күпселек шулай ҙа Өфө районы колхозында ти р түгеүен дауам итә.
       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Яңы Александровкала 112 - се
       Башҡорт кавалерия дивизияһының бер өлөшө туҡтай. Ауыл халҡы
       һалдаттарға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Ауылдан һуғышҡа саҡырылған һәр ир - егеттең өсөнсөһө тыуған яғына әйләнеп ҡа йта алмай.
       Ун өс йыл элек Яңы Александровка Дим районына инде, был б еренсе сиратта уның тышҡы йөҙөндә сағылыш тапты, әлбиттә. Тө п урамға асфальт түшәлде, Тихая һәм майор Зимин исемендәге у рамдарҙа заманса йорттар һалына, ихаталар тәртипкә килтерелә . Йорттарға газ килә, телефондар үткәрелә. Ҡала менән автобу с бәйләнеше булдырыла.
       Бөгөн ауылда 60 йорт хужалығы иҫәпләнә. Унда көн күреүсе 242 кешенең 147 - һе - украин, 86 - һы - рус, татар, башҡорт , таджиктар ҙа бар. Иң мөһиме - Яңы Александровкала йәшәүсе украин халҡы үҙ йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм тыуған т елен һаҡлап ҡала алған. Бының өсөн мөмкинселектәр етерлек: Д имдә йәкшәмбе украин мәктәбе эшләй, украин йыры хоры, балала р һәм үҫмерҙәр өсөн ижад һарайы эшләй. Өфөнөң Дим районы укр аиндары Советы булдырылған.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал