6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Өфө хәрби инструкторлыҡ - методик йыйында ҡатнашыусыларҙы ҡа бул итергә әҙер
17.08.04


       Рәсәй үҙ территорияһы һәм тәбиғәт байлыҡтары менән һәр ваҡыт күршеләренең иғтибарын йәлеп итте. Бындай "иғтибар" ҡа н ҡойош менән тамамланған осраҡтар ҙа булманы түгел. Шуға кү рә күршеләр ни тиклем һәйбәт булмаһын, тыныслыҡты һаҡлауҙың иң ышаныслы гаранты булып ҡеүәтле армия тора.
       2 сентябрҙә Өфөлә РФ граждандарын хәрби хеҙмәткә әҙерләү һорауҙарына арналған Бөтә Рәсәй инструкторлыҡ - методик йыйы н башланасаҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһында был сараға етди әҙерлек бара. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер - м инистры Рафаэль Байдәүләтов рәйеслегендә хәрби йыйынға әҙерл ек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте.
       - Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инсрукторлыҡ - методик йыйыны н үткәреү осраҡлы түгел, - тине Премьер - министр. - Был арм ияға әҙерлекте һәм саҡырыуҙы ойоштороуҙа республикабыҙҙың уң ыштарын таныу ул. Шул уҡ ваҡытта был сараның беҙҙә үткәрелеү е оло яуаплылыҡ йөкмәтә.
       Башҡортостан хәрби комиссары, генерал - майор Тимофей Аза ров әйтеүенсә, бындай ҙур күләмле сараның Рәсәйҙә үткәрелгән е юҡ әле. Был - Федерацияның бөтә субъекттары вәкилдәре ҡатн ашасаҡ һәм айырым бер төбәктә үткәреләсәк тәүге сара. Төп ма ҡсат - беҙҙең республика өлгөһөндә Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт и теүгә әҙерлек, хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу менән бәйле мәсь әләләрҙең хәл ителеүен күрһәтеү. Йыйын программаһына контрак т буйынса һәм альтернатив хеҙмәт, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы ларҙы оҙатҡанда шәхси составты кейендереү пунктын ойоштороу һорауҙары индерелгән. Ошо йылдан алып бөтә Рәсәйҙә буласаҡ һ алдаттар өлкә һәм республикаларҙың хәрби комиссариаттарының саҡырыу пунктында уҡ хәрби кейем кейәсәк.
       Күнекмәләр ваҡытында төп иғтибар практик дәрестәргә йүнәл теләсәк. Улар Республика йыйын пункты, Өфө ҡалаһының Киров р айон хәрби комиссариаты, Өфө ҡалаһының 155 - се урта дөйөм б елем биреү мәктәбе, 1 - се һәм 5 - се поликлиникалар, "Зелен ая роща" шифаханаһы, Алкино ауылында оборона - һауыҡтырыу ла геры, Республика хәрби комиссариатында үтәсәк.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал