6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Балерина Тамара Хоҙайбирҙинанан матурлыҡ рецептары
18.08.03


       Ошо көндәрҙә балерина, БАССР - ҙың халыҡ артисткаһы, РСФСР -
       ҙың атҡаҙанған артисткаһы Тамара Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 8 0 йыл тулды. Уның исеме, ижады кеүек үк, онотолорға тейеш тү гел. Был көндө балеринаның дуҫтары, коллегалары, туғандары у ның атаһы Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт - музейында йыйылып бөйө к балеринаны иҫкә алдылар. Юбилейға арналған күргәҙмәлә башлыса талантлы артистка Тамар а Шәһитовнаның биографияһынан материалдар, уның шәхси әйберҙ әре, коллегаларының артистка тураһында иҫтәлектәре йыйылған.
       Сәй сервизы, ҡара ағастан эшләнгән ҡумта, көҙгө һәм башҡа әйберҙәр күрше бүлмәлә һаҡлана. Көҙгө алдындағы бейеүсе стат уэткаһы иһә Тамара Хоҙайбирҙина табынған иҫ киткес матур бей еү сәнғәтен хәтерләтә. Тамара Шәһит ҡыҙы Өфөгә 18 йәшендә, Ленинград хореография уч илищеһын тамамлағандан һуң килә. 1941 йылдан 1964 йылға тикл ем ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солистка була . Был ваҡыт эсендә "Зөһрә", "Шәхерезада", балеттерында уңышл ы сығыш яһай, "Журавлиная песнь", "Лауренсия", "Эсмеральда"һ әм башҡа постановкаларҙа беренсе партияларҙы башҡара. Тамара
       Шәһитовна тәрән романтика менән һуғарылған ролдәрҙе айырыус а хисле башҡара. Иң иҫтә ҡалған ролдәренең береһе -- "Баҡсаһ арай фонтаны"нда Зарема. Бынан тыш Тамара Хоҙайбирҙина башҡо рт халыҡ бейеүҙәрен дә бик оҫта башҡара. Уның ҙур концерт т епертуарына Фәйзи Ғәскәров ҡуйыуындағы бейеүҙәр ҙә ингән. Мә ҫәлән, "Мөғлифә", "Шишмә янында", "Бүләк", "Дуҫлыҡ", донъяны ң башҡа халыҡтары бейеүҙәре. 1953 йылда балерина Бухарестта
       үткән йәштәр һәм студенттарҙың дүртенсе Бөтә донъя фестива лендә лауреат исемен яулай. Талантлы бейеүсе башҡарыуындағы тағы бер бейеү -- "Заһиҙә"не ҡунаҡтар видеофильм таҫмаһынан ҡарап хәтерҙәрендә яңырта алд ылар. Ғәжәйеп һығылмалылығы менән айырылып тора бейеүсе. Та мара Шәһит ҡыҙының тәүге уҡыусыһы Суфия Ҡорбанғәлиева әйтеүе нсә, юҡҡа ғына сәнғәт институтында ул уҡытҡан предметтар ара һында сәхнә хәрәкәте һәм бейеү иң төп дәрестәр булып һаналма ғандыр инде. " Мин һәр ваҡыт тал сыбығы кеүек зифа буйлы бул ырға теләй торғайным, -- тип һөйләй Суфия Шәрәфулла ҡыҙы, --
       әммә был миңә еңел бирелмәне. Шул ваҡыт Тамара Шәһитовна ми ңә айырып ашау ярҙамында ябығып ҡарарға кәңәш бирҙе. Ул ваҡы тта был алым тураһында бер кем дә белмәй ине. Һуғанға ҡушып ит киҫәге аша, һурпа эс, ә икмәкте берәр сәғәт үткәндән һуң ғына ашарға мөмкин... Тамара Шәһитовна беҙҙең арабыҙҙан кит кәс кафедра бушап ҡалған кеүек булды, әммә ул беҙҙең хәтерее беҙҙә мәңге йәшәйәсәк". Был һүҙҙәргә тағы ла нимәлер өҫтәп әйтеүе артыҡ булыр. Әммә билдәле бейеүсегә арналған күргәҙмәне асып киләһе быуын өсөн
       музей хеҙмәткәрҙәре, артисканың дуҫтары һәм туғандары оло с юрприз эшләне. Ул ноябрь айына тиклем дауам итәсәк.

Лили? С?х?б?тдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал