6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Әсәй урынына оләсәй
29.07.04


       Мин ялдан ҡайтып килә инем. Ниндәйҙер станцияла вагонға о ләсәһе менән ейәнсәре килеп инде. Перронда уларҙы оло йәштәр ҙәге бер ҡатын оҙатып ҡалды. Үҙәк өҙгөс итеп хушлашты улар. Әбей туҡтауһыҙ ҡулъяулыҡ болғаны, бер юлы күҙ йәштәрен дә һө ртөп өлгөрҙө һәм:
       - Шура, барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Беҙ килеп етеү менән һиңә хат яҙырбыҙ, - тип ҡысҡырҙы. Ҡыҙыҡайға ҡарап: - Ҡара, Ш ура әбейең илай, беҙгә өйрәнеп өлгөрҙө лә, хәҙер тағы яңғыҙы
       ҡала инде. Ярай, хәҙер өйөнә ҡайта ла ашарға бешерә башлай ул. Бик тәмле бешерә Шура әбейең, бына бит беҙгә юлға ниндәй
       бәлештер һалған, - тип һөйләнде.
       Поезд юлын дауам итте, оҙатыусылар артта ҡалды, ә әбей әй берҙәрен урынлаштыра башланы. Матур күлдәк кейгән, сәстәрен үргән бәләкәй ҡыҙҙың тәртипле ғаиләлә үҫкәне күренеп тора ин е. Ҡара ҡыҙыл бәрхәттән тегелгән күлдәге, ҡулдан эшләнгән аҡ
       нәфис селтәр яғаһы ғаилә ағзалары ҡыҙыҡай өсөн ваҡыттарын й әлләмәүе тураһында һөйләй. Ә инде Анечка кейемен шат хайуанд ар төшөрөлгән йәйге костюмға алыштырып, банан менән йогурт а шарға тотонғас, уны яратыуҙарына һәм иркәләүҙәренә бер шигем
       дә ҡалманы. Тик иркә балаға бер ҙә оҡшамаған ине ул - мыжым ай ҙа, оләсәһенән нимәлер һатып алыуҙы да талап итмәй... "Тә ртипле балалар була ла инде" , - тип уйлап ҡуйҙым мин эстән генә.
       Оләсәһе, Серафима Никитична, яҡшы ял итеүҙәре, йылғала һы у инеүҙәре, ҡунаҡҡа йөрөүҙәре тураһында һөйләүен белде. Юл ы ңғайында вагондағы бер нимәне лә күҙ уңайынан ысҡындырманы. Шәл һатыусы сегән ҡатындарын әрләп ташланы. Улары бәйләнеп т орманы, киттеләр. Шифаханалар тураһында һүҙ сыҡҡас, Серафима
       Никитичнаның Ҡара диңгеҙ, Прибалтика, хатта Себер курорттар ында ла ял итеүе асыҡланды. Йыл һайын шифаханаға йүнәлтмә би ргән эш урыны ҡайҙа ул тип ҡыҙыҡһындым мин. Баҡһаң, әбей мил ицияла эшләгән икән. Минең ҡыҙыҡһыныуым тағы ла артты. Сераф има Никитична һорауҙарға теләп яуап бирҙе. Әгәр алдан белгән
       булһам, милицияны өс саҡрымдан урап үтер инем, ти ул. Бик к үп кеше ҡайғыһын йөрәге аша үткәрергә тура килгән... Ошо эше
       арҡаһында ире лә ташлап сығып киткән. Егерме йылдан һуң, ха ҡлы ялға сыҡҡас ҡына кире ҡайтҡан.
       Анечка йоҡлап китте, ә оләсәй үҙенең эш башлауын иҫенә тө шөрөп, һөйләп алды. 50 - се йылдарҙа үлтереү осраҡтары бик һ ирәк булған, һәр бер бындай ваҡиға бар бүлекте аяғына баҫтыр ған. Ә бында - ир кеше ҡатынын ҡыҙғанып, балта менән сабып ү лтергән. Енәйәтсене щунда уҡ тоталар, әммә ул ҡоралын ҡайҙа йәшергәнен әйтмәй. Бары тик оҙон сәсле, матур ҡатынға ғына ә йтәсәкментигән талап ҡуя. Милиционерҙар Серафима артынан кил ә. Ҡыҙ ул ваҡытта яңы эшләй башлаған була, өйгә инә, өлөштәр гә сапҡыланған мәйетте күрә һәм һуштан да яҙа. Балтаны баҙҙа н табалар...
       Серафима Никитична менән һөйләшеүебеҙҙе төндә, бар вагон
       йоҡоға талғас, дауам иттек. Шул ваҡытта әбей үҙенең ҡайғыһы
       менән уртаҡлашты ла инде. Баҡһаң, уның берҙән - бер улы эск есе икән. Ҡатыны, Аняның әсәһе лә эсә. Уны ата - әсә хоҡуҡта рынан мәхрүм иткәндәр. Серафима Никитична ейәнсәре өҫтөнән о пекунлыҡ алған. Был процедураларға бик күп ваҡыт киткән. Аня
       суд ҡарарын көткәнсе ысын тамуҡта йәшәгән тиһәң дә була, йү нләп ашатыусы булмаған, кейеме лә юҡ кимәлендә. Оләсәһе алып
       килгән әйберҙәр шунда уҡ эсеүгә тотонолған. Хәҙер, ниһайәт,
       ҡыҙыҡай оләсәһе менән олатаһы янында буласаҡ. Уларҙың үҙ фа тирҙары бар, аҙмы - күпме пенсия аҡсаһы килә, йәшәрҙәр әле. Күлдәктәрҙе Серафима Никитична үҙе тегә. Ҡунаҡҡа килеүҙәре и һә ҡыҙыҡай туғандары менән яҡынданыраҡ танышһын тигән маҡсат тан сығып эшләнгән. Быйыл ейәнсәре мәктәпкә барасаҡ. Улын Се рафима Никитична ҡыуған һәм балаға ҡаты мөнәсәбәттәт булғаны
       өсөн милицияға ғариза яҙырға ла әҙер. Бына шундай эштәр.
       Улы тураһында ҡыйынлыҡ менән һөйләне әбей. Уның тормош юл ы өсөн үҙен һаман яуаплы тоя ул. Шул уҡ ваҡытта ниңә былай к илеп сыҡҡанын да аңлай алмай. Енәйәтселәрҙе дөрөҫ юлға баҫты рған ваҡыттары булған, ә бына улы... Йөрәктә таш булып ҡалас аҡ.
       Икенсе көндө Анечканың кәйефе шәп ине. Көнө буйы купелағы
       күршеләре менән балалар кроссвордтары систе ул.
       Бәхетле бул, Аня, һәм яҡшы кеше булып үҫ, Шура әбейең һә м оләсәйең кеүек.

Лена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал