6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Акциялар

"Йәдкәр" фольклор - эстрада төркөмө башҡорт йырын Төркиәгә а лып барасаҡ
20.07.04


       Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм ми лли сәйәсәт министрлығына һәм Башҡорт дәүләт филармонияһына Төркиәнән хат килеп төштө.
       Эш түбәндә: 2004 йылдың 17 - 28 июлендә Төркиәнең Ялова ҡ алаһында төрки халыҡтарының сираттағы байрамы үтәсәк һәм ҡал аның Йәштәр һәм спорт клубы хакимиәте, фольклорҙы өйрәнеү ү ҙәге һәм клуб рәйесе Озер Койунджу фестивалдә мотлаҡ башҡорт
       йырҙары ла яңғырарға тейеш тигән ҡарарҙа тора.
       "Башҡорт дәүләт филармонияһына сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдер әбеҙ , - тиелә хатта, - һәм "Йәдкәр" эстрада - фольклор төрк өмөн төрки халыҡтарының байрамында ҡатнашырға саҡырабыҙ".
       Әйтергә кәрәк, "Йәдкәр" төркөмө 1981 йылдан бирле эшләп килә. Уның төп маҡсаты - халыҡ йолаларын һәм фольклорҙы һаҡл ап алып ҡалыу, тамашасыларға башҡорт халыҡ йырҙарының, бейеү ҙәренең, йолаларының матурлығын, аһәңлелеген, үҙенсәлеген е ткереү. Төркөм составында бына инде егерме йыл дауамында БР халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауре аты Ғәли Хәмзин ( вокал), БР халыҡ артисткаһы Тәнзилә Үҙәнба ева ( вокал), Илгизәр Ғәниев ( думбыра) эшләп килә.
       "Йәдкәр" ансамбленең репертуарын халыҡ йырҙарының иң ҡатма рлы өлгөләре тәшкил итә. Төрлө йылдарҙа коллектив составында
       билдәле ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Рәмил Ғәйзуллин, Ишморат
       Илбәков эшләне. Бөгөн ансамблдә 10 кеше. Билдәле артистар м енән бер рәттән бейеүсе Әлфирә Сәфиуллина, йырсылар Хима Йән бирҙина, Венера Рәхиәтуллина, Юлай Муллайәнов, баянсы Рәсүл Дауытов, ҡурайсы Рушан Биктимеров һәм флейтасы Ләйсән Сәлимг әрәева ла үҙҙәрен бик талантлы йәштәр итеп күрһәтә.
       "Йәдкәрҙәр" Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш Голландия, Син гапур, Австралия һәм башҡа ил тамашасыларын да башҡорт халыҡ
       фольклоры менән таныштырған, ғашиҡ иткән төркөм.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал