6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Технологиялар

Рәсәй хеҙмәт министрлығы вәкилдәре Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү кимәлен баһаланы
08.08.03


       Өфөлә рәсми сәфәр менән Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм соци аль үҫеш министрлығы вәкилдәре: РФ Хеҙмәт министрлығының авт оматлаштырыу идараһы башлығы Кирилл Поспелов, ошо уҡ идараны ң төп белгесе Елена Монохина, Тармаҡ - ара мәғлүмәтләштереү институты директоры Андрей Андриевский һәм уның урынбаҫары А лексей Анофриенко булып китте. Делегацияның Өфөлә үткәргән һ уңғы көнөндә Башҡортостандың эш менән тәьмин итеү буйынса Ф едераль дәүләт хеҙмәте департаментында матбуғат конференцияһ ы үтте. Унда Мәскәү ҡунаҡтары журналистарға үҙҙәренең респуб ликаға һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренә килеү маҡс аттары тураһында һөйләне. -- Рәсәй Федерацияһының халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһын да законы бар, әммә төрлө төбәктә программалы тәьмин итеү тө рлөсә, -тине Кирилл Поспелов, - шуға күрә беҙҙең алда Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанд а ла хәл торошо менән танышып, бер төрлө программалы тәьмин итеүҙе урынлаштырыу маҡсаты тора. Ул ваҡытта Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ағылыусы мәғлүмәтте консолидациялау күпкә еңеле рәк буласаҡ.
       Тармаҡ - ара мәғлүмәтләштереү институты директоры Андрей Ан дриевский ситуацияны былай тип аңлатты: -- Беҙ республикала эш менән тәьмин итеү хеҙмәте органдарыны ң мәғлүмәтләштереү системаһы эше менән танышырға теләгәйнек.
       1994 йылдан алып Башҡортостанда пограммалы - технологик ком плекстың айырым компоненттары эшләй, ә 1996 йылда комплекслы
       автоматлаштырыу индерелгән. Һеҙҙең төбәктең эш менән тәьмин
       итеү хеҙмәте эше менән танышҡандан һуң мәғлүмәтләштереү бел гестәре тарафынан иҫ киткес ҙур эш эшләнгән, эш технологияһы
       төптән уйланылған тип әйтә алабыҙ. Уның һүҙҙәренә өҫтәп, күптән түгел Башҡортостан Республикаһы
       буйынса эш менән тәьмин итеү Федераль дәүләт хеҙмәте департ аментының рәсми сайты асылыуы тураһында әйтергә кәрәктер. Ун да Өфөләге эш баҙары, вакансиялар банкыһы, шулай уҡэш эҙләүс е кеше тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ. Сайттың адресы:httr:// usan.ufanet.ru Александр Пряхин фотоһы. Һүрәттә: тармаҡ - ара мәғлүмәтләштереү институты директоры А ндрей Андриевский.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал