6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Яһалма "бомж"
14.07.04


       Иҫке йорттарҙа һәр төрлө өрәктәр, барабашкалар, йорт эйәл әре йәшәүе хатта балаларға ла билдәле. Был торлаҡтарҙы емерг ән ваҡытта төрлө фокустар күрһәтеүселәр ҙә уларҙыр, моғайын.
       Беҙ һөйләйәсәк тарих та ошоға оҡшаш.
       Өфөлә йәшәүсе ябай мейес сығарыусы Әкрәм Ғилманшин дауаха нан ҡайтыуына өйө урынына буш майҙан ғына күрә. Йортто емерг әндәр, унда йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелгән. Тик ул ғына бы л бәхетлеләр иҫәбенә инмәй ҡалған. Был хәл 1996 йылда була. Ул урында инде күптән яңы йорт тора, тик бахыр ир һаман га раж һәм мунсаларҙа йәшәүен дауам итә. Һәр хәлдә Ғилманшиндың
       һүҙҙәренән тарих ошолай яңғырай.
       Әммә тикшереү материалдары күрһәтеүенсә, уның исеменә өйҙ өң өстән бер өлөшөнә һатыу - һатып - алыу акты 1989 йылдың 1 4 июлендә, йәғни ҡала хакимиәтендә әйтелгән йортта йәшәүселә рҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы акт раҫланғандан һ уң бер ай үткәс тултырылған. Был эште ул нисек башҡарғандыр,
       аңлашылмай, әммә уның был емерек өйҙө тиҙ арала дәүләттән я ңы фатир алыу маҡсатында һатып алыуы шик тыуҙырмай. Дөрөҫ, б ыл идеяны тормошҡа ашырыу әлегә тиклем уның ҡулынан килмәгән
       әле.
       Элекке күршеләре фатирға эйә була, өйҙөң бер өлөшөнөң хуж аһы, йәғни Ғилманшин ҡайҙалыр юғала, хужаһыҙ йорт аҡрынлап е мерелә башлай. Быны күреп ҡалған күрше йортта йәшәүселәр бүр әнәләрҙе яйлап утынға ташып бөтә. Шуға күрә район хакимиәтен дә иҫке йортто емереү датаһы тураһында бер ниндәй ҙә яҙыу бу лмай. 1996 йылда "биш йыл буш торған ер майҙанын алыу" һәм Ғилманшиндың хосуси милекселәр иҫәбенән сығарылыуы тураһында
       ҡарар сығарыла. Ошо уҡ йылда ниндәйҙер Зәйнетдиноваға был м айҙанға эйә булыу хоҡуғы бирелә. 1997 йылда яңы йорт төҙөлә башлай.
       Әкрәм Ғилманшин судҡа бирә. Тикшереү эштәре бер нисә йыл дауам итә. Һәм бына ниһәйәт 2003 йылда Ленин районы суды рай ондың власть органдары Ғилманшинға 14 квадрат метрлыҡ бүлмә бүлергә тейеш тигән ҡарар сығара. Ҡарар ҡабул ителгән ваҡыт тан алып уны әлеге ваҡытта 50 ғаилә торған махсус сиратҡа ҡу ялар.
       Бына ошондай хәл. Буш өйҙән бүлмә һатып алып, бушлай фати рға өмөт иткән хәйләкәр Әкрәм "бомж"ға әйләнә. Нимә һатып ал ған һуң ул - өймө, буш ҡыуыҡмы әллә ҙур проблемамы Ниңә төҙ өлөш башланғанға тиклем бер нисә йыл дауамында ҡала хакимиәт енә килеп күренмәгән 15 йыл буйы ҡайҙа йәшәгән ул Бик үк н амыҫлы юл менән яуланмаған "бүләген" ҡасан алыр Һорауҙар б ик күп, ә бына яуаптар...

Галина Феоктистова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал