6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Балыҡ ҡармаҡлайым, тиһәң тәүҙә аҡса түлә
05.07.04


       Бер нисә йыл элек минең Америкала йәшәгән алыҫ туғаным , республикабыҙ райондарының береһенә ял итергә ҡайтҡас, үҙ енең күңел асыу программаһына "балыҡ ҡармаҡлау" тигән пункт ты индереүе менән аптыратты. Баҡтиһәң, йыраҡ Америкала балыҡ
       тотор өсөн тәүҙә аҡса түләйһең икән. - Аҡсаһын түләп, рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлар ием мин.- тине у л. Әлбиттә, балыҡҡа алып барҙыҡ уны. Әммә күпмелер ваҡыт этләнг әс, ул тағы ла бер аптыратты:
       - Америкала бер сәғәт эсендә әллә нисә килограмм балыҡ
       тоторға була бит. Ниңә бында уны үрсетмәҫкә һуң
       Уҙған йома "Башҡортосстан балыҡ хужалығы" федераль унитар
       предприятиеһының "Торнабаҫыу" балыҡсылыҡ хужалығында респу блика семинары булып уҙҙы.
       Семинарҙа ҡатаншыусылар эшҡыуар Анатолий Буяктың "Башҡор тостан балыҡ хужалы"нан арендаға алған быуаһында балыҡ үрсе теү тәжрибәһе менән танышты. Өфө районының Нөрлө ауылы эргәһ ендә урынлашҡан был быуа 230 гектар майҙанды биләй. Ике йыл буйы ташландыҡ хәлгә кергән быуаны төҙөкләндерелде, сүп -сарҙан таҙартылды. Һуңынан бына тигән хужалыҡ ойоштролд о. Былтыр ҡаҙнаға 500 мең һум һалымдар индерелде.
       - Ҡыш балыҡ тотоу - 50, йәйен һәм көҙөн - 200 һумға төшә . Беҙгә килгән балыҡсылар, уларҙың һаны йылдан -йыл арта ғын а бара, кәм тигәндә 25 килограмм балыҡ тота.- тип һөйләй Ан атолий Буяк.- Бер балыҡсы хатта 53 килограмм балыҡ тотто. Ба лыҡты үҙебеҙ үрсетәбеҙ - былтыр 36 тонна магазиндарға оҙатты ҡ. Артабан 100 тоннаға еткерергә ниәтләнәбеҙ.
       Буяктың "Штиль" ти исемләгән хужалығы балыҡ үрсетеү йәһ әтенән өлөг булып тора. Әммә республикала башҡа бындай хужа лыҡтарҙың булыуы ла һөйөнөслө хәл.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал