6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Идара ителеүсе чиновниктар заманаһы етте, буғай
10.06.04


       Рәсәйҙә идара ителеүсе чиновниктар заманаһы етте, буғай. Яңы осор талаптары түбәндәгесә: мөмкин тиклем күҙгә салынып бармаҫҡа һәм оло капитал менән бәйләнеште кәметергә. Хатта Рәсәй Премьер - министры вазифаһы ла техник яҡтан ҡарала. Вл адимир Путин тәғәйенләгән Михаил Фрадков та президент прог рраммаһын үтәүсе генә. Бындай алым нәфсеһен тыя алмаған оли гархтарҙы бәйҙә тотасаҡ.
       Рәсәй тарихында саңдан аҡса эшләп, дәүләт башлығынан да
       нығыраҡ байып, һуңынан уға үҙенең шарттарын еткергән заман булғаны юҡ ине әле. Мәҫәлән, Борис Березовский үҙен йыш ҡына
       Рәсәй менән идара итеүсе итеп күрһәтә килде. Икенсеһе Михаи л Ходорковский, сәйәси Олимп үрҙәренә етә яҙғанда, "Маиғтрос ская тишина" эсендә көн күрергә мәжбүр. Уларҙың үҙҙәренә күр ә вертикаль власть төҙөү хыялдары дәүләт машинаһына бәрелеп емерелде. Бөгөн Рәсәй сәнәғәте тарафынан етештерелгән продук цияның өстән бер өлөшө бәләкәй генә төркөм хужа булған предп риятиелар өлөшөнә төшә. Әммә был һөҙөмтәле түгел, бына хатта
       сит ил эксперттары ла раҫлай.
       Беренсенән, финанс - сәнәғәт төркөмдәр сәйәси шантаж (һалым ға ташламалар индереү, бюджет инвестициялары менән файҙалан ыу) менән шөғөлләнә башлай. Был бер нисә юл менән эшләнә: чиновник һәм сәйәсмәндәрҙе "һатып алыу", властҡа үҙ кешеләр ен индереү. Бындай хәл беҙҙең илдә күҙәтелгәне бар. "Интер росс" бизнес - төркөмө хужаһы Владимир Потанин хаттаРәсәй Х өкүмәтенең вице - премьеры ла булды.
       икенсенән, эре бизнес структуралар үҙҙәренең етештереү про изводстволарын арзан эшсе көс йәлеп итергә сит илгә лә сығыр ға мөмкин.
       Рәсәй миллиардерҙарының тыныс ҡына йәшәмәүҙәренең төп сәб әбе хөкүмәт тирәһендә тәьҫир итерлек көс ҡалмауҙа. Үҙенең т әүге президентлыҡ йылында Владимир Путин Рәсәйҙең тәүге пре зиденты Борис Ельцин төҙөгән власть системаһын тулыһынса ал маштырҙы тиергә була. Эре бизнес менән шөғөлләнеүселәр ситкә
       этәрелде һәм уларҙан бюджетты тултырыу һәм социаль программ аларҙы финанслау талап ителә башланы.

07.06.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал