6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фажиғә

Оло Тәләктәге тимер юл һәләкәтенә 15 йыл тулды
04.06.04


       Ун биш йыл элек Оло Тәләк ауылы эргәһендә магистраль г азүткәргес шартлап, ике яҡтан килеүсе "Новосибирск - Адлер"
       "Адлер - Новосибирск" пассажир поездары оло фажиғәғә дусар
       була.
       Һәләкәттең Куйбышев тимер юлының башҡортостан бүлексәһенд әге оло Тәләк станцияһында 1710 километрҙа ике поезд газлы з онала булыуы ла осраҡлы түгел.
       Үкенескә ҡаршы, улар икеһе лә һуңлап килә. Берәүһенән а уырлы ҡатынды төшөрәләр һәм шуның арҡаһында поезд 40 минутҡ а һуңлай. Техник сәбәптәр арҡаһында икенсе поезд ике сәғә ттән ашыу ваҡытҡа һуңлай. Уларға тиклем был урын аша 11 йөк,
       6 пассажир составы үткән була. Уларҙың машинистары диспетче рға нефть продукттары еҫе килеүен хәбәр итә. Әммә хәүефле зо нала поездар осрашмағас, ел газды осороп тора һәм фажиғә бул май. Ә инде ике пассажир поезы шул зонала осраша һәм шартлау
       яңғырай...
       Уның һөҙөмтәһендә 37 вагон һәм 2 электровоз эшлектән сыға,
       7 вагон тулыһынса янып бөтә. Шартлау тулҡыны 11 вагонды тим ер юлынан әллә нисә метрға алып ташлай. Тимер юлдары шартлап
       оса, электр сымдары иреп төшә, шартлау районында температу ра 900 - 1000 градусҡа тиклем етә. Тимер ирегән, юҡҡа сыҡҡ ан ерҙә кешеләрҙең нимә кисергәнлеген күҙ алдына килтереүе л ә ҡыйын.
       Фажиғә урынында 258 мәйет табыла, 806 кеше ҡаты тән йәрәх әттәре алып, янып дауаханаға эләгә. Уларҙың 317-һе шунда уҡ тән йәрәхәттәренән үлә. Дөйөм алғанда, фажиғәлә 575 кеше һә ләк була, ә 623 кеше ҡаты йәрәхәтләнә.
       Шартлау төнгө 1 сәғәт 14 минутта яңғырай. Урманлы, һаҙлы урынға автотранспорт менән барып етеүе ауыр була. Әммә 35 ми нут эсендә республика етәкселегенә, граждандар оборонаһы х еҙмәтенә фажиғә тураһында хәбәр ителә. башҡортостандың ғәҙәт тән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы урында авария - ҡотҡарыу
       эштәрен башлай. әммә медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелмәй,
       сөнки 100 генә медик барыһын да ҡарап өлгөрмәй. мәйеттәр ҙә
       күп була бит - уларҙы эвакуациялап та өлөгөрөр кәрәк... про фессиональ ҡотҡарыусылар ул ваҡытта булмай әле.
       "Западная Сибирь - Урал - Поволжье" торбаһы 1985 йылдан файҙаланыла башлай. Уның оҙонлоғо 1800 километр. Төҙөгәндә һәм проектлағанда уҡ уның етешһеҙлектәре тураһында әйтелә. ә ммә эш фажиғәғә тиклем барып етә. Оло Тәләк ҡорбандары беҙҙ е был хаҡта иҫкәртеп тора.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал