6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Фатир нихаҡ тора
04.06.04


       Был һорау рәсәйлеләрҙең бик күп өлөшөн борсой торғандыр,
       әлбиттә. Әммә РФ Президенты Владимир Путиндың рәсәйлеләрҙең
       мөмкинселегенә яуап биргән хаҡтарға торлаҡ алыу мөмкинселег е тураһындағы наказына ҡарамаҫтан, торлаҡҡа хаҡтар артыуын д ауам итә. Баһа буйынса 2004 йыл эсендә ул сама менән тағы 26
       процентҡа артасаҡ. Һәр хәлдә төҙөлөш һәм торлаҡ - коммуналь
       хужалыҡ буйынса федераль хужалыҡ етәксеһе Владимир Аверчен ко шулай тип иҫәпләй.
       Һорау, билдәле булыуынса, тәҡдим тыуҙыра, ә күсемһеҙ миле к - капитал һалыуҙың иң яҡшы алымы. Аҡсалары булған кешеләр өсөн, әлбиттә. Ә инде аҡса муҡсалары менән маҡтана алмаусы г раждандарға торлаҡ хаҡы кәмеүен булмаһа ла, уның артыуҙан ту ҡтауын көтөргә кәрәк. Был хәлде көтөүселәр Рәсәйҙә халыҡтың
       80 процентын тәшкил итә. Аҡсаға мохтажлыҡ кисермәгән 10 - 1 5 процент үҙҙәрен торлаҡ менән донъя стандарты буйынса тәьми н иттеләр. Әммә параллель рәүештә, статистика раҫлауынса, 4, 4 миллион ғаилә торлаҡҡа сиратта тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәс әйҙә бушлай фатирҙар алыу ваҡыты үтте шул. Рәсәй күптән инде
       16 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырмай. Мәҫәлән, үткән йы л ике тапҡыр кәмерәк торлаҡ тапшырылған һәм бер ҙә бушлай тү гел.
       Хәҙер, 2010 йылға торлаҡҡа мохтаждарҙы тәьмин итеү өсөн илдә 1,5 миллиард квадрат метр торлаҡ төҙөргә кәрәк. Әлеге в аҡытта Рәсәйҙең торлаҡ фонды 2,7 миллиард тәшкил итә. Шул ва ҡытта уның ҙур өлөшөн евро стандартындағы фатирҙар түгел, яб ай "хрущевка" йә "коробкалар" тәшкил итә. Көлкө, әлбиттә, әм мә был торлаҡты ла һәр кем һатып ала алмай. Өфөлә, мәҫәлән, өс бүлмәле фатирҙы миллион һумдан да кәм хаҡҡа табып булмай,
       һәм был һуңғы сик түгел.Хаҡтар аҙна һайын арта. Быйылғы йыл дың беренсе кварталында ғына ла ул 10 процентҡа артып өлгөрҙ ө. Бының сиге булырмы бер ваҡыт
       Маркетолог һәм федераль чиновниктар күҙаллауынса күсемһеҙ
       милеккә хаҡтар 2005 йылдың тәүге яртыһында тотороҡланасаҡ. Шулай, РФ Минпромэнерго күҙаллауҙары буйынса квадрат метрға хаҡтарҙың үҫеү финишы түләү мөмкинселегенә һорауҙың бөтөүенә
       бәйле буласаҡ. Йәғни фатир алырға мөмкинселектәре булғандар
       уны аласаҡ, ә башҡалары юғары хаҡтарға ҡарап,ҡасан да булһа
       фатирлы булырғ аөмөттәрен өҙмәйәсәк. Артабан иң ҡыҙығы башл ана. Ваҡ төҙөлөш фирмалары тапшырылған объекттар хаҡы буйынс а эреләре менән ярыша алмаясаҡ һәм уларҙың төҙөлөштө финансл ауға бәйле проблемалары барлыҡҡа киләсәк. Был уларҙы хаҡтар ҙы төшөрөргә мәжбүр итә. Ул саҡта икенсе торлаҡ баҙарында эш ләүсе риэлторҙар ҙа хаҡтарҙы төшөрөргә мәжбүр - квадрат метр
       бер үк хаҡта булғанда һатып алыусылар яңы фатирҙарға күберә к иғтибар бирәсәк.
       Тик был хәлдә хаҡтар оҙаҡ һаҡланырмы икән һуң Беренсенә н, ике - өс йыл эсендә халыҡтың билдәле өлөшө кәрәкле сумман ы йыя аласаҡ, икенсенән, Рәсәйҙә ипотека аша фатир алырға те ләүселәрҙең иң ҡыҙыу мәле буласаҡ, өсөнсөнән, һәм был иң мөһ име, торлаҡ аҙыҡ кеүек үк беренсе урында тора, шуға күрә һат ып алыурға теләүселәр һәр ваҡыт буласаҡ. Төҙөүселәрҙе хаҡ кү тәрерәг мәжбүр иткән инфляцияны ла күҙ уңынан ысҡындырырға я рамай.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал