6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Акциялар

Германия көндәрендә төп герой - йәштәр
18.05.04


       Германияның Рәсәйҙәге Илсеһе Ханс - Фридрих фон Плетц р еспублика Президенты Мортаза Рәхимов менән берлектә Башҡорто станда Германия көндәрен асты. Уның мәҙәниәт программаһы йом а көнө "Беҙ бергә" ди - джей форумы менән асылғайны. Йәштәр Ҡунаҡтар һарайы алдында немец һәм рус хиттарынтыңлап күңел а сты.
       Йәкшәмбе көнө сауҙа - эш комплексында Даниэль Бискуптың "Германия йәштәре мәҙәниәте" фотокүргәҙмәһе асылды. Ошо уҡ к өндө ғәҙәтибулмаған музыкаль осрашыу үтте. Камера концертынд а герман һәм башҡорт музыканттары ҡулында ҡурай һәм Рәсәйҙә бик билдәле булмаған блок - флейта моңдары яңғыраны.
       Сараның ҙур өлөшө йәштәргә арналыуы осраҡлы түгел. "Башин форм" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙә Г ермания Илсеһенең беренсе секретаре спер Вик "Йәштәр - киләс әктә беҙҙең яҙмышыбыҙҙы билдәләйәсәк быуын. Беҙҙең үҙ - ара мөнәсәбәттә лә улар улар төп роль уйнай" тип билдәләне.
       Ошо көндәрҙә үтәсәк герман - башҡорт йәштәр форумында йәш тәр сәйәсәте һәм төрлө мәҙәниәттәрҙең үҙ - ара килешеп йәшәү
       концепцияһы һорауҙары күтәреләсәк. Германия - Рәсәй хеҙмәтт әшлеге перспективаларына бағышланған конференция планлаштыры ла.
       - Башҡортостанда Германия көндәрен беҙ бик киң мәғәнәлә а ңлайбыҙ, - тине Моника Лехард. - Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе булараҡ мин Өфөгә немец мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килеүе һөҙөмтәһ ендә күп төрлө ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашасағын билдәләп үтергә теләйем. Беҙҙең программала аталып үткән саралар Башҡ ортостан халҡын ҡыҙыҡһындырыр тип ышанабыҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал