6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Мәнзүрә Ғәйнуллинаның ижади мираҫы
31.07.03


       Мәнзүрә Ғәйнуллина -- баҫалҡы кеше, әммәӨфөләге "Урал" галер еяһында уның тәүге күргәҙмәһен асҡанда халыҡ, шул иҫәптән а вторҙың дуҫтары ла күп йыйылды. Художница адресына теләк һә мҡотлауҙар, йылы һүҙҙәр яңғыраны. "Экспозицияны асыу тантана лы булды тип әйтеп булмай, -- тине сәнғәт белгесе Кәримә Кай далова, -- ә бының кәрәгелә юҡ. Дуҫтарса атмосфера -- бына и ң мөһиме!" Ғәҙәт буйынса үҙең тураһында ла әҙерәк һөйләргә кәрәк ине, ә лбиттә. Мәнзүрә Нәсибулла ҡыҙы үҙе тураһында бына нимә һөйлә не: -- Мин 1952 йылда Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Я ңы Кәйешке ауылында тыуып үҫтем. 1970 --1998 йылдарҙа Өфө мо торҙар етештереү заводында эшләнем. Художество училищеһында уҡыным, тик һынлы сәнғәт менән етди мауығыуым һуғараҡ башлан ды. Башта Калинин исемендәге мәҙәниәт һарайындағы һүрәт төшө рөү түңәрәгенә йөрөнөм. Шунда минең ижади тормошома ҙур йоғо нто яһаған кешеләр менән таныштым да инде. Һүҙ рәссам Юрий Р осемберский һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең аранан киткән Алек сандр Рыбаков тураһында бара. Улар миңә һүрәт төшөрөү серҙәр ен өйрәттеләр ҙә инде.Һүрәт төшөрөү студияһы етәксеһе Валент ина Кузнецова миңә ҙур ярҙам күрһәтте: рәссам булыу өсөн бөт ә мөмкинселектәрем барлығына һәм мин артабан да уҡырға тейеш легемә инандырҙы. Алтын ваҡыттар ине! Һынлы сәнғәт дәрестәре
       йыш ҡына тәбиғәт ҡосағында үтте, беҙ Башҡортостандың иң мат ур урындарында -- Күгәрсен, Нуриман райондарында булдыҡ. Сту дия уҡыусылары йыш ҡына төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша торғайны . Һуңғы йылдарҙа Мәнзүрә Ғәйнуллина реклама буйынса художник б улып эшләй. Буш ваҡыты булһа -- күңел өсөн картиналар яҙа. Акварель менән яҙылғандары лирик рухта, уларҙа "яҡты моңайыу
       төҫмөрләнә", күп кенә картиналары смемалы, декоратив стилдә
       яҙылған. Мәҫәлән, төрлө төҫтәге шаҡмаҡ ашъяулыҡҡа шундай уҡ , әммә бәләкәйерәк шаҡмаҡтарҙан"йәшелсәләр" теҙелгән. Карти налар төрлө төҫлө дүртмөйөштәрҙән йәбештереп эшләнгән кеүек,
       һәм унда күк йөҙө йәки ағастар һүрәтләнгәнме унда, әллә аҡҡ оштар йөҙөп йөрөүсе күлме, мөһим түгел, улар барыһы ла төрлө
       төҫтә: һары, йәшел, ҡыҙыл йә күк булырға мөмкин. Рәссамдың
       теләгенә ҡарап. "Нимә күрәм, шуны төшөрәм" принцибы Мәнзүрә
       Ғәйнуллинаны ижадына тап килә. Пейзаждар, ауыл өйҙәре, мәсе т, кәзәләр көтөүе, болоттар, төнгө күк йөҙө, ағастар һәм быу а, ай..."Нимә ишетәм, һиҙәм, күрәм, шуны төшөрәм" принцибы л а үҙен аҡлай. Рәссам ҡурай моңон, ағастар һәм даланың яңғыҙл ығын, үҫеп ултырған үләнде һәм бейеүсе ожмах ҡоштарын оҫтала рса ҡағыҙға күсерә. Тәүге персональ күргәҙмә -- һәйбәт ижади башланғыс ул. Мәнзү рә Ғәйнуллинаға яратҡан эшндә яңы ҡаҙаныштар һәм яңы күргәҙм әләр генә теләйһе ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал