6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Ҡайғылы әсә" алдында баш эйегеҙ
11.05.04


       Бөйөк Еңеү көнөнә килеп еткәнсе беҙҙең ветерандар оҙайлы юл үткән. Улар беҙгә тыныслыҡ һәм зәңгәр күк йөҙөн бүләк итк ән. Тап ошо мөхәббәт һәм тормош тулы сикһеҙ йыһан йәш һалдат тарҙың хыялы булып торған да инде. Павел Еременко, Григорий Харин, Анатолий Романовтың картиналарындағы кеүек... Улар һә м эштәре "Ижад" күргәҙмә залында урынлашҡан тағы 13 рәссам ө сөн Еңеү көнө күптән көтөлгән байрам булып тора. Улар барыһы
       ла - Зөлфәт Басиров, Александр Шутов, Григорий Круглов, Пав ел Мураев - Бөйөк атан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары һәм, әл биттә, ауыр һуғыш йылдары тарихы шаһиттары.
       Һынлы сәнғәт, графика, скульптура эштәре лә күрһәтелгән к үрггәҙмәлә. Илья Гутиндың "Көтөү" тигән картинаһы ла иғтибар ға лайыҡ. Сағыу яулыҡ ябынған йәш ҡатын улын, ә бәлки, иренд ер, көтә. Инде юғалтыу менән килешергә лә ваҡыт кеүек, әммә өмөт һаман тере. Был турала уның һағышлы күҙҙәре һөйләй. Һүр әттәге ҡатын рәсамдың танышылыр, моғайын. Сөнки һуғыш тураһы нда ла Илья Львович ишетеп кенә белмәй. 1939 йылда ул фин фр онтында ҡатнаша. 1942 йылда уҡсылар ротаһын етәкләй.
       Ҡатын - ҡыҙ образдары галереяһын Григорий Кругловтың "Ме дсестра", Павел Мураевтың "Портрет ковровщицы", Алексей Кузн ецовтың "Строительница" картинаһы дауам итә. Һәм бына ниһәйә т Зөлфәт Басировтың "Ҡайғылы әсә" скульптураһы, уның алдында
       үҙенән үҙе баш эйелә.
       Әлиә Ситдыҡованың "9 мая" һүрәтендә байрам, күңел күтәрен келеге һиҙелә.

Лилиә Сәхәбетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал