6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Юбилейҙар

Башҡортостан Яҙыусылар союзына - 70 йыл
27.04.04


       Бынан 70 йыл элек ойошторолған Башҡортостан Яҙыусылар сою зы тиҫтә йылдар дауамында халҡыбыҙҙың ышаныс - терәге булып ҡала. Башҡорт дәүләт филармоияһында үткән юбилей тантанаһы ә ҙиптәрҙең генә түгел, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә күңел байрамы на әйләнде.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм м илли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов, тантаналы кисәне асып , Президент Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан яҙыусыларына ҡот лау һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Б ашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ҡәләмдәштәре алдын да ойошманың тарихын һәм бөгөнгөһөн сағылдырған телмәр менән
       сығыш яһаны.
       Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡоростандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һүҙҙәре һәр саҡтағыса тос фекере, фәһемле һәм уйлан дырырлыҡ булыуы менән айырылып торҙо.
       - Яҙыусылар ойошмаһына 1939 йылда, бик ҡаты һынау үткәндә н һуң ғына ҡабул иттеләр. Шул ваҡыттан алып яҙыусылар "ғаилә һенә" башкөллө сумдым. Союз юлламаһы буйынса бик күп илдәргә
       сәйәхәт ҡылыу насип булды, сит халыҡтар алдында туған телем дә шиғырҙарымды уҡыу бәхетенә ирештем.
       БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, шағирә Гүзәл Ситд иҡова ижад кешеләренең Пәйғәмбәр мөһөрө һуғылған зат икәнлег ен, әҙиптәрҙең ошо юғары тәғәйенләнеш кимәлендә әҫәрҙәр ижад
       итергә бурыслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
       Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Миҙхәт Мәмбәтов Баш ҡортостан Яҙыусылар союзын юбилейы менән тәбрикләп, әҙиптәр Рауил Бикбаев, Әмир Әминев, Юрий Андрианов, Нәжиб Асанбаев, Факиһа Туғыҙбаеваға Өфө ҡала Советының Почет грамотаһын, Таң һылыу Ҡарамышева, Ирек Кинйәбулатов, Кәтибә Кинйәбулатова, Р әсих Ханнанов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға Рәхмәт хатын тапшырҙы.
       Ҡәләм оҫталарының ижад майҙаны булған Башҡортостан "Китап" нәшриәте исеменән әҙиптәрҙе нәшриәттең директоры Азамат Урма ншин ҡотланы.
       Тантанаға республика төбәктәренән дә делегациялар килгәй не.

26.04.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал