6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Яңы йылға Башҡортостан милиционерҙарына тир бүләк иттеләр
29.12.10


       Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Һөнәри әҙерлек үҙәге базаһында яңы тир асылды. Милицияла барған үҙгәртеп ҡороуҙар фонында уның барлыҡҡа килеүе үтә лә көнүҙәк кеүек: эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре квалификацияһына талаптар арта, ә бындай ҡоролмалары булмаған һөнәри әҙерлек үҙәктәренең аттестация үтә алмауҙары ла ихтимал. Башҡортостандағы үҙәккә иһә бындай хәүеф янамай - етди тикшереүҙе ул бер ауырлыҡһыҙ үтте. Объектты ағымдағы йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу өсөн төҙөүселәр һәм милиционерҙар тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләне.
       - Атыу комплексы рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта - ике ай эсендә төҙөлдө. Бындай арала берәүҙең дә бер нәмә лә төҙөгәне булмағандыр, тип уйлайым, - тип белдерҙе объектты ҡабул иткәндә БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Игорь Алешин.
       Шул уҡ ваҡытта министр төҙөлөш тиҙлегенең сифатта сағылмауын билдәләне: тир юғары һаҡлау дәрәжәһенә эйә һәм бында бар нәмә лә уның милицияға, аҙаҡ - полицияға ла, оҙаҡ ваҡыт ышаныслы хеҙмәт итәсәге хаҡында һөйләй.
       Атыу комплексы - 450 квадрат метр майҙанлы айырым бер бина. Бында атыу өсөн алты йүнәлеш бар, ут һыҙығы 25 метрҙан башлана. Тир тәүлегенә 300 кешене ҡабул итә ала. Атырға өйрәнгәндә хоҡуҡ һаҡлаусылар эске эштәр органдары ҡоралланыуында иҫәпләнгән һәр төрлө ҡоралдан файҙалана ала. Тир асылыу хөрмәтенә ойошторолған күргәҙмәлә бөтә арсенал күрһәтелде, ә милицияның махсус подразделениелары хеҙмәткәрҙәре ҡорал менән оҫта эш итә белеүҙәрен күрһәтте.
       - Табель ҡоралы менән дөрөҫ ҡуллана белеү лайыҡлы күренеш: был иң элек һеҙҙең һәм беҙҙең хәүефһеҙлегебеҙ ул, - тип белдерҙе Игорь Алешин. - Атыу буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн элек беҙ полигонға сыға торғайныҡ. Ҡала шарттарында унда бер юлы 500-600 кешене алып барыу - айырым ғәскәри операция кеүек, Айға осоуҙан әҙ генә ябайыраҡ. Ә хәҙер барыһы ла бер аҙым алыҫлыҡта, был да, тәбиғи, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең әҙерлек кимәленә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ.
       Береһе лә ҡалмай бөтә милиционерҙар ҙа Һөнәри әҙерлек үҙәге аша үтә: хеҙмәткә яңы ғына алынғандар ҙа бында атырға өйрәнә, эшләп йөрөгән милиция хеҙмәткәрҙәре лә квалификацияһын күтәрә. Бынан тыш, Эске эштәр министрлығы системаһының уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙе планлаштырып, әле милиция кластарында белем алған уҡыусылар ҙа атыу комплексында ҡорал менән эш итергә өйрәнәсәк, шулай уҡ башҡа төрлө көс структуралары вәкилдәре лә күнекмәләргә бында йөрөйәсәк.
       2011 йылдың беренсе кварталында уҡ тирҙы атыу буйынса программаның иң һуңғы электрон версияһы менән йыһазландырыу планлаштырыла. Ул һәр төрлө хәл-ваҡиғаларҙың моделен эшләргә, тауыш эффектын булдырырға мөмкинлек бирә. Былар барыһы ла психологик тотороҡлоҡто тәрбиәләй, төрлө шарттарҙа ла ҡорал ҡуллана белеү һәләтен үҫтерә. Республика Эске эштәр министрлығы йәнә яңы полигон асыуҙы ла планлаштыра.
       Фото БР буйынса Эске эштәр министрлығынан алынды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал