6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Юнона һәм Авось": күңел ҡылдарын сиртеп
23.11.10


       "Юнона һәм Авось" спектакле хаҡында бер ҡасан да бер төрлө генә фекер булманы. Кемгәлер ул ныҡ оҡшай, ә кемгәлер ул бына 30 йыл дауамында тамағына тығылған һөйәк кеүек. Алыҫ 80-се йылдарҙа Андрей Вознесенский менән Алексей Рыбниковҡа был рок-операны худсовет аша үткәрер өсөн бар көсөн һалырға кәрәк була. СССР-ҙа йәшәп килгән һәр төрлө "рок"ҡа тыйыу арҡаһында хатта рок-опера атамаһын "заманса спектакль" һүҙенә алмаштырырға тура килә. Бик күптәрҙең тупһаһын тапарға, төрлө инстанцияларға йөрөргә тура килә - әммә тырышлыҡтары бушҡа булмай! "Юнона һәм Авось" император Александр менән ул ваҡытта Испания колонияһы булған Калифорнияға үҙ вәкиле итеп ебәргән граф Николай Резанов менән Сан-Франциско губернаторының 15 йәшлек ҡыҙы Кончита Аргуэльо де ля Консепсьон мөхәббәтенең матур тарихын халыҡҡа бүләк итеп, 30 йыл дауамында Рәсәй һәм донъя буйлап сәйәхәт итә.
       Рок-опера ысынбарлыҡта булған тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгәнгә күрә, Вознесенскийҙың "Авось" поэмаһына булған кеүек, "Юнона һәм Авось" рок-операһына ла төрлө илдә төрлөсә ҡараш йәшәй: Рәсәйҙә уны "ура" ҡысҡырып ҡабул итәләр, ә Японияла, мәҫәлән, граф Резановты юлбаҫарға иҫәпләйҙәр, шуға күрә спектаклдең үҙен дә ҡабул итмәйҙәр.
       Әммә беҙ Рәсәйҙә, Өфөлә. 21 ноябрҙә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайы шығырым тулы ине:
       Күңел ҡылдарына сиртеп, күҙ йәштәрен ағыҙып, алҡыштар һәм тағы һүҙ менән аңлатып булмаған әллә күпме кисерештәр тыуҙырып - шулай уйнаны Николай Дроздовский (граф Резанов) һәм Наталья Кристенских (йәш Кончита). Залда битараф ҡалған бер кеше лә булманы. Хатта бәләкәй балалар ҙа арбалған кеүек сәхнәнән күҙен алманы, шаулашманы һәм "Мин һине бер ҡасан да онотмам..." йырына күҙ йәшен тыя алмаған ололарҙы ла аңланы. Актерҙар тамашасыны сәхнәлә барған хәл-ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡта булыуына, уның һөйгәненән мәңгелеккә китеүенә ышанырға мәжбүр итте.
       Рок-опера - ул актерҙарҙың монологтары һәм диалогтары ғына түгел, рок-опера - ул йырҙар, ул музыка. Спектаклдә Алексей Рыбниковтың музыкаль темаһы, Жанна Шмакова ҡуйылышындағы хореографик номерҙар, Андрей Вознесенский шиғырҙарына яҙылған йырҙар тормош асылы, мәғәнәһе, мөхәббәт, айырылыу, ышаныс һәм өмөт, ике ғашиҡ йөрәктең ҡауышыу мөғжизәһен көтөү тураһында һөйләне. Әммә һуңынан спектаклдең либреттоһы нигеҙенә ятҡан "Авось" поэмаһында һөйгәндәргә ерҙә ҡауышыу бәхете теймәй.
       Католицизм динен тотҡан Кончитаға ғашиҡ граф Резанов өйләнеүгә императорҙан рөхсәт алыу өсөн Сан-Францисконан Петербургҡа юллана, әммә төньяҡ баш ҡалаға барып етә алмай. Ул ғәҙәттәге һалҡын тейеүҙән вафат була, ә Кончита һөйгәненең үлеменә ышанмай, көтөүен дауа итә. Ул 1806 йылдан 1841 йылға тиклем көтә, ә һуңынан, сәйәхәтсе Джордж Симпсон уның үлемен раҫлағас, монастырға китә, һөйләшмәҫкә ант бирә һәм тиҙҙән мәрхүм була. Уларҙың йәне артабан күктәрҙә бергә ҡушыла һәм "Һөйөүгә аллилуйя, аллилуйя!" яңғырай.
       - Рус графы менән испан ҡыҙының һөйөү тарихы ни ҡәҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә? - тип һорайым Резанов ролен башҡарған актер Николай Дроздовскийҙан.
       - Был ваҡиғалар ысынбарлыҡта булған, минең геройым - ысынбарлыҡта йәшәгән шәхес. Америкала аслыҡтан интеккән Рәсәй колонияларының провианттарын тулыландырыу һәм эшлекле контакттарҙы көйләү маҡсатында император графты Алясканан Калифорнияға ебәргән. Эйе, ул ысынлап та Кончитаны осратҡан. Эйе, ул йәш ҡыҙҙы аҙҙырған, тиергә мөмкин һәм, шулай ҙа намыҫлы һәм Кончита де ля Консепсьонға ғашиҡ кеше булараҡ, ул һөйгәне менән вәғәҙәләшә, өйләнергә план ҡора, әммә... тормош икенсе төрлө ҡарар итә.
       - Николай, ә Вознесенскийҙың "Авось" поэмаһы үҙе һеҙгә оҡшаймы? Поэманы актерҙар һәм спектакль көслө иткән, тигән фекер бар...
       - Андрей Андреевич айырылып торған, үҙенсәлекле шәхес ине. Уның "Авось" поэмаһы тәү ҡарашҡа үтә ябай ҙа, ҡайһылыр мәлдә гениаль һәм тәрән мәғәнәле лә кеүек. Миңә уның егеттең ҡыҙға, ҡыҙҙың егеткә ҡарата хистәрен һүҙҙәр аша бирә алыуы оҡшай. Әле булһа мине уның барыһын да һүҙҙәр аша еткерә алыуы хайран итә.
       Мин "Юнона һәм Авось" спектаклен актерҙар һәм уларҙың оҫталығы ғына эшләгән, тип әйтә алмайым, - тип дауам итә һүҙен Дроздовский. - Әгәр поэма рок-операға әйләнмәһә, уны баһалаусылар барыбер табылыр ине.
       - Тамашасының һеҙҙең уйынды спектаклдең "алтын составтағы актерҙары" - Караченцев, Шанина һәм башҡалар менән сағыштырыуынан күңелегеҙгә ҡыйын түгелме?
       - Юҡ, һеҙ нимә! Николай Петрович - Хоҙайҙан бирелгән актер. Ул бөйөк сәхнә кешеһе. Һәм Резановты Караченцовтың һәм минең нисек башҡарыуыбыҙҙы тикшереүҙәре, һис һүҙһеҙ, үпкәләтмәй. Беҙ бер төрлө актерҙар түгел. Ғөмүмән, сағыштыралар икән, тимәк, XXI быуаттың "Юнона һәм Авос"ендә үҙенең айырым бер нәмәһе, рок-операның 30 йыллыҡ тарихында барлыҡҡа килгән ниндәйҙер үҙенсәлеге бар. Һәм был бик шәп!
       - Спектаклдәге ниндәй йыр, сәхнә һеҙгә, һеҙҙең донъяға булған ҡарашығыҙға, күңелегеҙгә яҡын?
       - Әйтеүе ауыр. Сөнки һәр йырҙың һәр һүҙе күңелгә үтеп инә. Һәр береһен үҙең кисерәһең. Кисерештәр арта ғына бара. Ахырҙа Кончита менән Николайҙың йәндәре 35 йылдан һуң күктәрҙә ҡауыша. Матур...
       - Ә ауырлыҡ менән бирелгән йыр, сәхнә бармы рок-операла?
       - Тәүгеһе һәм һуңғыһы. Беренсеһе - "Күңелем менән ныҡ арыным" - вокал яғынан ауыр. Ә һуңғыһы - "Аллилуйя!" - эмоциональ яҡтан. Хис-тойғоларҙы контролдә тотоуы ҡыйын, шуға ла йырлауы ла ауыр. Һәм береһе икенсеһенә ҡамасаулай.
       - Николай, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, тоғролоҡ һаҡлап, берәүҙең дә һүҙенә ҡарамай, йөрәгеңде генә тыңлап, мөхәббәтеңде 35 йыл буйы көтөргә мөмкинме?
       - Әҙәбиәт бының мөмкин булыуын иҫбат итте. Тормош, үкенескә күрә, киреһен күрһәтә. Хәҙер бик һирәк ҡыҙҙар егетен көтөргә әҙер, ә егеттәр үҙен уратҡан һылыуҡайҙарға күҙ һалмайынса, "үҙенең Кончитаһына" тоғролоҡ һаҡлар, тиһеңме. Ләкин... ҡағиҙәнән ситләшеүҙәр ҙә була - бер-береһенә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ кешеләрҙе күрһәң, күңелгә йылы булып китә. Һәм, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ, ир-егеттәр, һөйөргә, ышанырға һәм көтөргә һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы эҙләйбеҙ...
       Андрей Старостин фотоһы.

Юлия Тэн.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал