6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Мәҙәниәт күперҙәре ныҡ һәм ҡаҡшамаҫ
07.06.10


       Көн элгәре Өфө художество галереяһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған "Башҡортостандың һынлы сәнғәте" республика сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе асылды. Күләмле проект рәссамдарҙы, графиктарҙы, скульпторҙарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарын берләштерҙе. Ҡатнашыусылар һәм эштәрҙең иҫәбе буйынса был экспозицияны ошонан алдағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған республика һынлы сәнғәт конкурс-күргәҙмәһе менән сағыштырырға мөмкин.
       - Рәссамдар күп өлөшө 2009-2010 йылда яҙылған бихисап картиналар тәҡдим итеүе менән ихлас ҡыуандырҙы. Эксперттар комиссияһы ағзалары сәнғәт оҫталарына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡыҙыҡлы яңы темаларға ижад итеп өлгөрөүенә һоҡланыуын белдерҙе, - ти "БАШвест"ҡа Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының төп һаҡлаусыһы Валентина Сорокина. - Экспозиция өсөн беҙ 120 эште һайлап алдыҡ, улар араһында билдәле оҫталарҙың, йәш авторҙарҙың да эштәре бар.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кеүек үк, был әһәмиәтле ваҡиғаға арналған күргәҙмә Өфөлә өсөнсө тапҡыр үтә. Тәүге тематик экспозицияның инициаторҙары булып "Артыш" ижади берекмәһе рәссамдары сығыш яһаған. Уның етәксеһе, Башҡортостан Республикаһындағы "Рәсәй рәссамдары союзы" бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Хәтип Фазылов билдәләүенсә, әйләнгән һайын ул күләмлерәк була бара. Быйылғы экспозиция был күрһәткес буйынса алдағыларҙы ҡыуып үтеп, күләмлелек буйынса иң юғары баҫҡысҡа өлгәшкән. Үҙе нигеҙ һалған йолаға Хәтип Фазылов быйыл да тоғро ҡалған, һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған сәнғәт проектында йәнә ҡатнашҡан. Ул 2010 йылда яҙылған эштәрен тәҡдим иткән.
       - Ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, һәм галереяның өс залында бар Башҡортостан рәссамдарының эштәре тупланған, тип ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин. Оҫталар әҫәрҙәре Башҡортостандың төрлө районының колоритын - тәбиғәт ландшафты һәм унда йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлеген сағылдыра, - ти беҙҙең гәзиткә Хәтип Фазылов. Сәнғәт - ул мәҙәниәттәрҙе тоташтырыусы күпер кеүек. Ул беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың үҙҙәренә генә хас һыҙаттарын, айырым бер үҙенсәлеген аңларға ярҙам итә, һәм улар арһындағы мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә.
       Тематик экспозицияны шартлы рәүештә бер нисә сюжет йүнәлешенә бүлеп ҡарарға мөмкин. Пейзаждар һәм легендар шәхестәрҙең һәм ябай кешеләрҙең портреттары бер тигеҙ нисбәттә тәҡдим ителгән. Бындай эштәрҙе Риф Абдуллин ("Октябрь. Мораҙым" һәм "Һыулауға табан"), Владимир Панченко ("Болоттар аға"), Азамат Байрамғолов ("Тыуған моңдар") һәм башҡа билдәле Башҡортостан пейзажсылары әҙерләгән. Рим Юнысов ("XVII - XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәре иҫтәлегенә"), Евгений Тихонов ("Академик Фәйзуллин портреты"), Евгений Тишин ("Закирйән бабай") ижад иткән портреттар галереяһы ла битараф ҡалдырмай. Реализм алымын үҙ иткән Рәшит Хәбиров "Хужабикә", "Кәләш", "Айһылыу" картиналарында башҡорт һылыуы образын биргән. Билдәле рәссамдың әҫәрҙәре янында Өфөнөң йәш рәссамы Эльза Ҡотлобаеваның эштәре ла урынлаштырылған. Экспозицияға уның "Ҡатындар" һәм "Пугачевтың башҡорттарға тәүге манифесы" исемле ике эше ингән.
       Тарихи шәхестәр һәм милли байрамдар бронза менән ташта ла мәңгеләштерелгән. Күргәҙмәлә Хәниф Хәбибрахмановтың "Төньяҡ амуры", "Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим" скульптураларын һәм Радик Хөсәйеновтың "Һабантуй" композицияһын күрергә мөмкин. Металл буйынса рәссам Александр Гуслин "Урал риүәйәттәре" һәм "Ялҡын" әҫәрен ҡоростан сүкеп яһаған.
       Салауат Ғиләжетдинов тамашасыны уникаль авторлыҡ технологияһы буйынса ҡулдан ҡойоп эшләнгән ҡағыҙҙа һүрәтләнгән ижады менән таныштыра. Рәссамдың "Ебәк юл", "Аҡ тирмә", "Дала" эштәрен берләштергән триптихы ғәҙәти булмаған матурлығы менән әсир итә. Күргәҙмәлә шулай уҡ "Сыңғыҙхан" ижади берекмәһе рәссамдары ла ҡатнаша. Экспозицияға Ринат Харисовтың "Аҡ пароходы", Наил Байбуриндың "Ҡояш бейеүе", Вәсил Ханнановтың "Епшек көнө" ингән.
       Биҙәү-ҡулланма сәнғәт секторы тулы һәм төрлө яҡлап бирелеүе менән отошло. Кейеҙ, керамика, ҡорамалар менән тегеү, ағасты һырлап эшләү - Башҡортостан оҫталары халыҡ кәсептәрендә һәләтен күрһәтә. Текстиль буйынса рәссамдар Рәфиҙә Ғөбәйҙуллина менән Ирина Хлесткина тамашасы иғтибарына "Йыр" композицияһын тәҡдим итте, республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылыу тапҡан ағас һырлау оҫтаһы Ильис Ямалетдинов һандыҡ менән ҡымыҙ һауыты - тәпәнде экспозицияға сығарған.
       - III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған күргәҙмәлә ҡатнашыу - маҡтаулы ла, яуаплы ла. Эштәрем был ҙур форум сиктәрендә ойошторолған элекке проекттар экспозицияһына ла индерелгәйне. Бөгөнгө күргәҙмәлә иһә тағы ике яңы картинам ҡуйылған, - ти рәссам Йәмил Сөләймәнов.
       - Һәр рәссамдың үҙенең стиле, башҡарыу алымы бар. Башҡортостан оҫталарының сәнғәте бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара арт-проекттарҙа күрһәтелгәндә үҙебеҙҙең һәм сит илдең сәнғәт белгестәре рәссамдарыбыҙҙың үҙенсәлекле, йылылыҡ һирпелеп торған донъя тыуҙырыуын билдәләй. Эштәр йүнәлешле булыуы менән дә айырыла - ҡайһыныһы романтик рух менән һуғарылған булһа, ҡайһы берәүҙәре - фәлсәфәүи, һәм уларҙың мәғәнәһенә метафоралар аша ғына төшөнәһең, ләкин һәр береһе тамашасы күңеленә юл таба, - ти "БАШвест"ҡа Валентина Сорокина.
       Үҙенең эштәрен дә экспозицияға ҡуйған Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәзитов әйтеүенсә, күргәҙмә, һис шикһеҙ, уңышлы булмаҡсы. Көндәрҙең береһендә уны III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ла ҡараясаҡ. Ғөмүмән, теләге булған һәр кем экспозицияға тамаша ҡыла ала.
       Хәтип Фазылов әйтеүенсә, күргәҙмә йомғаҡтары буйынса бөтә картиналар ҙа индерелгән каталог нәшер итәләсәк. Экспозиция үҙ эшен 23 июндә тамамлай.
       Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал