6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

Сифатлы эш өсөн - иң яҡшылар исемлегенә!
03.06.10


       Кешелек тарихы сифат төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Сифаттың иң юғары нөктәһе юҡтыр ҙа, моғайын. Ә түбән кимәл тураһында уйларға ла кәрәкмәй! Ғөмүмән, иң яҡшы "тормош сифатын" теләү үҙенсәлеге - кешенең төп һыҙаттарының береһе. "Сифат" тигән нәмә бик күп ваҡлыҡтарҙан йыйыла - бында сифатлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ҙә, файҙалы туҡланыу һәм, ниһайәт, ял ваҡытын үҙең теләгәнсә үткәреү ҙә инә. Әммә баҙар мөнәсәбәттәренә килгәндә, килемде бер аҙ арттырырға мөмкинлек булһа - хатта сифат иҫәбенә булғанда ла - етештереүсе бының менән мотлаҡ файҙаланасаҡ! Бик әҙҙәрендә генә намыҫ тауышы кеҫә ҡалынайтыу теләгенән көслөрәк.
       Тап ошо етештереүселәр юғары республика һәм федераль наградалар менән бүләкләнә һәм башҡаларға өлгө итеп ҡуйыла.
       Республика Йортонда кисә тап ошондай ваҡиға булып үтте - 20-нән ашыу предприятие 2009 йыл өсөн сифат өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан наградалар алды. Улар араһында эре заводтар, нефть ҡорамалдары етештереүселәр, нефть эшкәртеү, машина эшләү предприятиелары, университеттар, колледждар, дауаханалар, икмәк заводтары, элеваторҙар бар ине.
       Предприятиелар юғары кимәлдәге сифатты нисек тотороҡло һаҡлай ала һуң? "БАШвестЪ" быны, аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә айырым иғтибар биреп, наградланғандарҙың үҙҙәренән белергә булды.
       - Беҙҙең бурыс - һаҡлау ғына түгел, игенде эшкәртеү ҙә, - тип һөйләй беҙҙең гәзиткә республикалағы элеваторҙарҙың береһенең директоры Рафаэль Айҙарбәков. - Беҙҙең он республикала иң яҡшыларҙан һанала. Предприятиела 300-ҙән ашыу кеше эшләй, ә элеватор тарихына - 55 йылдан ашыу! Минең ҡарашҡа, дөйөм эште күңелен һалып башҡарған кешеләребеҙ - предприятиеның төп байлығы.
       - Бында бер йыл элек директор булып килгәндә, урындағы хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәрмәнлегенә аптырағайным. Игенгә тере йәнгә ҡараған кеүек ҡарауҙары ғәжәпләндерҙе. Һуңынан шулай кәрәк икәнен төшөндөм. Тап шулай булғанда ғына юғары сифатҡа өлгәшергә мөмкин.
       Икенсе фактор ҙа бар, әлбиттә. Билдәле булыуынса, Урал аръяғында составында елемсәһе (ашлыҡтағы аҡһым) күберәк булған ашлыҡ өлгөрә - 27 процент (башҡа төбәктәргә ҡарағанда, бында ҡояшлы көндәр күберәк булғанға күрә). Ә елемсәһе күберәк булған һайын, он да яҡшыраҡ, икмәге лә тәмлерәк. Өфөнөң бик күп икмәк комбинаттары беҙҙең ондо икмәкте яҡшыртыу өсөн файҙалана!
       Ҡамырҙы синтетик әсетке менән дә ҡабартып була, әлбиттә - әммә был инде бөтөнләй икенсе тәм, сифаты ла башҡаса.
       - Предприятие дәүләттеке иҫәпләнә, шулай ҙа беҙ республика елкәһендә ултырмайбыҙ, - ти әңгәмәсебеҙ. - Башҡа төрлө килем сығанаҡтарын эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, быйыл фасовкалау цехына һәм тирмәнгә бизнес-план төҙөлдө. Он тарттырыуҙы ике тапҡырға арттырырға һәм эре магазиндар селтәре менән эшләй башларға иҫәп тотабыҙ.
       Тәбиғәт шарттары ғына тынысһыҙланырға мәжбүр итә. Былтырғы ҡоролоҡ, быйыл да ҡоролоҡ... Нимә эшләйһең инде - Урал аръяғы - хәүефле игенселек зонаһы!
       - Етештергәнде һатыу менән эштәр нисек тора?
       - Урал аръяғындағы бар икмәкханалар ҙа беҙҙең ондо ҡуллана. Элек Өфө менән әүҙем эшләнек, әммә һуңғы арала беҙҙе Ырымбур, Һарытау өлкәләре етештереүселәре бер аҙ ҡыҫты. Быны ваҡытлыса күренеш, тип уйлайым, яңы ҡорамалдар һатып алғас та, барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ, бигерәк тә беҙҙең ҡәтғи ГОСТ талаптары буйынса эшләгәнебеҙгә күрә. Беҙҙең продукция сифаты иген һәм сәнәғәт лабораторияһында тикшерелә.
       Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауҙары ҡыуандыра. Яҡын арала үҙебеҙҙе республикала ғына түгел, федераль кимәлдә лә күрһәтербеҙ әле!
       Әңгәмәсебеҙгә уңыштар теләйек һәм баҙарҙа иң ҙур һорау менән ҡулланған продукт - икмәк бешереү менән шөғөлләнгән икенсе предприятиеның тарихын тыңлайыҡ.
       - Беҙҙең предприятиеның баҙарҙа эшләй башлауына 70 йылдан ашыу ваҡыт үткән, - тип "БАШвестЪ" менән уртаҡлаша Өфөләге икәк заводтарының береһендә эштәр менән идара итеүсе Вячеслав Оточин. - Уңыш сереме? Яңы технологиялар һәм сифатҡа даими контроль, һәм тағы ла - ваҡыт һынауын үткән хеҙмәткәрҙәр, ҡайһы берҙәренең хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар - беҙҙең икмәк заводы.
       Производствоны даими яңыртабыҙ, модернизациялайбыҙ, яңы йүнәлештә эшләргә тырышабыҙ. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, алыҫ араға транспортлау мөмкинлеге биргән (туңдырыу иҫәбенә) Европа стандарттары буйынса продукция етештерергә әҙерләнәбеҙ.
       - Ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?
       - Көрсөк мәлендә ҡаты конкуренция барлыҡҡа килде. Продукцияһына һорау кәмегән күрше төбәктәрҙең икмәк етештереү предприятиелары беҙҙең республикаға ағылды. Бындай хәл әле лә һаҡлана. Тағы бер проблема - ҙур булмаған икмәкханалар йәһәтенән демпинг, улар сифатты контролләүгә тейешле иғтибар бирмәй, тимәк, продукцияһын түбәнерәк хаҡҡа ла һата ала.
       Һәм, әлбиттә, кадрҙар юҡлығы күңелде өйкәй - аҙыҡ сәнәғәтенә, станок һәм мейестәргә килергә атлығып тормайҙар. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең уртаса йәше - 50 йәш тирәһе. Бер яҡтан был ҙур плюс, әлбиттә, ә икенсе яҡтан - минус.
       - Һатып алыусыларҙың баһа биреүҙәрен тикшереп бараһығыҙмы?
       - Әлбиттә. Ҡыҙыу линиябыҙ бар, уның телефон номерҙары һәр икмәк ҡабында күрһәтелгән. Шулай уҡ даими дегустациялар ойошторабыҙ, яңы изделиелар етештерер алдынан нимәгә иғтибар итеү кәрәклеген асыҡлайбыҙ, ҡулланыусылар фекерен һорайбыҙ, нимәгә өҫтөнлөк биреүҙәрен белешәбеҙ.
       - Икмәгегеҙ, ысынлап та, тәмле һәм тиҙ боҙолоп та бармай. Ҡайһы бер етештереүселәрҙә ул икенсе көнөндә үк әсе тәм бирә. Ниңә улай?
       - Бында бер нисә фактор бар. Беренсенән, беҙ икмәк бешереүҙең тулы цикллы традицион алымын ҡулланабыҙ. Йәғни - әсетке, сүпрә һәм башҡалар. Бындай цикл 12-нән 24 сәғәткә тиклем ваҡытты ала. Ҡайһы бер икмәкханалар иһә етештереүҙе тиҙләтеү һәм сығымдарҙы ҡыҫҡартыу ниәтендә икмәкте өс-дүрт сәғәт эсендә өлгөртә торған ысулды ҡуллана. Икмәктең тиҙ иҫкереүе лә, билдәле еҫ тә ошоға бәйле. Һис шикһеҙ, он сифатына юғары талап ҡуйылыуы ла мөһим.
       - Хәҙер "хәләл" туҡланыу йүнәлеше популярлашып китте. Билдәле булыуынса, бындай продукцияла спирт һәм малдан алынған продукттар булмаҫҡа тейеш. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, икмәк заводына бындай производствоны ойоштороуы ауыр түгелме?
       - Технологик яҡтан ауырҙыр, тип уйламайым, ләкин беҙҙә һәр ваҡыт ҡулланыусы тауыш бирә. Һорау бар икән - бындай производство менән ихлас шөғөлләнергә әҙербеҙ.
       Президент ҡулынан награда алыу - беҙҙең завод етәкселеге өсөн ҙур хөрмәт, - тип ҡыуана "БАШвест"тың әңгәмәсеһе. - Был беҙҙең икенсе премиябыҙ (беренсеһен 2008 йылда алғандар). Шатлығым эсемә һыймай! Һәм, әлбиттә, был юғары баһаның бар хеҙмәткәрҙәребеҙҙең дөйөм ҡаҙанышы булыуын билдәләгем килә.
       Үҙҙәренең традицияларын ныҡлы һаҡлауҙары һәм эштәренә талапсан ҡараш - бына ошо инде респонденттарыбыҙҙың уңыш сере. Һөҙөмтәлә уларҙың иң тәмле һәм сифатлы продукция алыуына ғәжәпләнергә лә түгел. Башҡа аҙыҡ-түлек предприятиелары ла ошондай кимәлдә эшләһен ине лә бит... Хыялдар хыял ғына булып ҡалғанда, еңеүселәребеҙҙе юғары наградалар алыуы менән ҡотлайыҡ һәм уларға яңы ҡаҙаныштар теләйек!
       Автор һәм Олег Яровиков фотоһы.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал