6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Тышҡы бәйләнештәр

Осрашыу урыны - Истанбул
26.05.10


       Бына инде биш йыл дауамында Башҡортостан делегацияһы башҡорт һабантуйын үткәреү өсөн йыл һайын Төркиә Республикаһының мәҙәни баш ҡалаһы - боронғо Истанбулға юллана. Быйыл да ҡағиҙәнән ситләшеү булманы - үткән аҙнала, 20-23 майҙа, республикабыҙ вәкилдәре Төркиә Республикаһында булып ҡайтты. Әммә был юлы барыһы ла олпатыраҡ һәм күләмлерәк ине. Һабантуйҙан тыш, Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре исеме аҫтында йәнә бер нисә сара үтте.
       Делегация составына Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы начальнигы Данил Азаматов, башҡа рәсми кешеләр - БР мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре инде. Делегацияны Истанбулға бер көнгә һуңыраҡ килгән Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Раил Сарбаев етәкләне.
       Истанбулда Фән һәм мәҙәниәт көндәре сараларының барыһы ла тиерлек күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың 120 йыллығы билдәһе аҫтында үтте. Беҙҙең ватандашыбыҙҙы Төркиәлә яҡшы беләләр, хөрмәтләйҙәр һәм ихтирам итәләр. Бында, Истанбул университетында, профессор Вәлиди Туған оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙенең кафедраһын ойошторған, ғилми хеҙмәттәре арҡаһында донъяла киң билдәле төркиәтселәрҙең береһенә әйләнгән. Шуға күрә тап ошонда, Истанбул университетында, Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллыҡ юбилейына арналған "Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәк" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны ойоштороусылар булып БР Фәндәр академияһы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, төрки мәҙәниәте һәм сәнғәтенең берлектәге үҫеше буйынса "ТӨРКСОЙ" халыҡ-ара ойошмаһы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сығыш яһаны. Конференцияла Башҡортостан һәм Төркиәнең билдәле ғалимдары ҡатнашты.
       Тап ошо фәнни форумдан башланды 21 май иртәһендә Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре. Форум башланыр алдынан Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы университет фойеһында урынлаштырылған, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, ватандашыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың 120 йыллығына арналған күргәҙмәне ҡараны. Шунан һуң Башҡорт дәүләт университеты менән Истанбул университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин менән Истанбул университеты ректоры Юнус Сойлет ҡул ҡуйҙы. Тантананан һуң беҙҙең гәзиткә ике ректорҙың билдәләүенсә, был документ ике юғары уҡыу йортона берлектәге фәнни проекттарҙа ҡатнашыуҙан тыш, студенттар менән алмашыу, уҡытыусыларҙың үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу өлкәһендә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүгә булышлыҡ итәсәк. Әхәт Мостафин әйтеүенсә, был Килешеү йылдан артыҡ әҙерләнгән, һәм хәҙер ике вуз хеҙмәттәшлеге яңы, юғарыраҡ, халыҡ-ара кимәлгә сыға, планета масштабын ала. Был мөһим документта билдәләнгән бар пландарҙы ла тормошҡа ашырыу өсөн ике яҡҡа ла мөмкин тиклем тырышлыҡ һалырға кәрәк буласаҡ.
       "Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәк" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын сәләмләү һүҙе менән Илдус Илешев асты. Вице-премьер конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Республика башлығы хатында, атап әйткәндә, билдәле ғалим, сәйәсмән, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллығына арналған конференция темаһының бөгөнгө көндә көнүҙәк булыуы хаҡында әйтелә. Ул күрһәткән үҙәк диктатына буйһонмаусы ҙур автономиялар принцибы менән әлеге федератив килешеү нигеҙе оҡшаш булған кеүек, уның халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше хаҡындағы идеялары әлеге Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтенә ауаздаш. Тәбрикләү һүҙендә республика башлығы билдәләгәнсә, Әхмәтзәки Вәлиди - йәмәғәт эшмәкәре, үҙ заманының милли-революцион рухы менән һуғарылған аҡыллы һәм алдан күрә белеүсе сәйәсмән. Ул шулай уҡ бар донъяла танылған, энциклопедик мәғлүмәтле мәшһүр ғалим. Вәлиди хеҙмәттәре бар төрки халыҡтары тарихы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ғилми-ижади эше байтаҡ өлкәне үҙ эсенә ала: археологиянан алып, этнография, палеография, тарихи географияға, фольклористика, мемуаристика, публицистика һәм политологияға тиклем; уның ҡулланған ғилми-тикшеренеү алымдары ла төрлө: библиография һәм сығанаҡтар ҡулланыуҙан алып, системалы, комплекслы сағыштырыу-тарихи алымдар. Вәлиди төрки донъяһын, уның халыҡтары тарихын төптән өйрәнгән, һәм уларҙы берләштереүсе башланғысты эҙләгән.
       Пленар ултырыштан һуң Әхмәтзәки Вәлиди Туған эшләгән кабинет ишегендә алтаҡта асыу тантанаһы үтте. Быны Илдус Илешев тарихи ваҡиға тип атаны, сөнки тап ошо кабинетта Зәки Вәлиди 30 йылдан ашыу эшләгән, бында төрки халыҡтары тарихын яҙған, яратҡан уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре менән аралашҡан.
       Ошо уҡ көндө кискеһен "Решад Нури сәхнәһе" бинаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Истанбул халҡына Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса "Әхмәтзәки Вәлиди Туған" спектаклен тәҡдим итте. Үҙенең әһәмиәте буйынса ул тарихи ваҡиғаға әйләнде. Быйыл 19 мартта тәүге тапҡыр Өфөлә күрһәтелгән спектакль премьераһы тураһында "БАШвестЪ" яҙғайны инде. Ул ҙур уңыш менән үтте. Билдәле ғалим-тюрколог, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте лидеры хаҡында тиңдәше булмаған спектакль өс көн дауамында тулы зал йыйҙы. Әхмәтзәки Вәлиди тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған спектакль Истанбул тамашасыларында шундай уҡ уңыш менән файҙаланды, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күптәре үҙҙәренең эргәһендә шундай арҙаҡлы кешенең, төрөк халҡы өсөн дә күп нәмә эшләгән, уның тарихын асҡан, шулай уҡ бар төрки халыҡтары өсөн хеҙмәт иткән ғалим йәшәүен белмәгән. Был турала улар спектаклдән һуң һөйләне. Тамашасылар алҡыштар менән артистарҙы оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй тотто. Залдан урын алған Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы менән ҡыҙы Сүбидәй Туған менән Иҫәнбикә Туған күҙ йәштәрен йәшермәне, улар өсөн был ауыр кисереш, шул уҡ ваҡытта хәтирәләр кисәһе лә ине.
       Шәмбе, 22 майҙа, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ағзалары Рәсәй Федерацияһының Тәркиә Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Владимир Ивановский һәм Рәсәй Федерацияһының Истанбул ҡалаһындағы Генераль консулы Алексей Ерхов менән осрашты. Осрашыуҙа Рәсәй төбәктәренең һәм, атап әйткәндә, Башҡортостандың Төркиә Республикаһы менән тығыҙ иҡтисади контакттар булдырыуы тураһында һүҙ барҙы. Раил Сарбаев билдәләүенсә, беҙҙең республиканың Төркиә менән берлектәге бер нисә эре инвестицион проекты бар. Төркиә бизнесмендары менән Башҡортостан мөнәсәбәттәре йылдам үҫешә. Башҡортостан хеҙмәттәшлек иткән 98 ил араһында тышҡы сауҙа күләме буйынса Төркиә туғыҙынса урында. Беҙҙең республика менән Төркиә араһындағы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләме 238 миллион доллар менән билдәләнә.
       Ошо уҡ көндө кискеһен Истанбул үҙәгендә, Мәхмәт Акиф Эрсой паркында, бар донъяға билдәле Изге София ғибәҙәтханаһы менән Зәңгәр мәсет эргәһендә башҡорт милли байрамы - һабантуй башланды. Ул Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәренең иң сағыу, кеше күп йыйылған сараһына әйләнде. Парк үҙәгендә башҡорт тирмәһе ҡуйылды. Байрам ҡунаҡтарының барыһы ла башҡорт милли аш-һыуынан ауыҙ итә алды.
       Истанбулда үткән һабантуйға һәм, дөйөм алғанда, Фән һәм мәҙәниәт көндәренә баһа биреп, "БАШвест"ҡа интервьюһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бына нимә тине:
       - Был бик мөһим, кәрәкле сара. Беҙгә, бар алымдарҙы файҙаланып, мәҙәниәтебеҙ һәм сәнғәтебеҙҙе, иҡтисади мөмкинлектәребеҙҙе бар донъяға рекламаларға кәрәк, ниндәй партнер булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһе менән тиң диалог алып бара белеүебеҙҙе, тауар һәм продукция һата һәм һатып ала алыуыбыҙҙы күрһәтергә, дәлилләргә, был турала һөйләргә тейешбеҙ. Бигерәк тә Төркиәгә ҡағылғанда, төрөк һәм башҡорт халҡы бер төрки тамырҙан бит. Рәсәйҙең был илгә стратегик ҡыҙыҡһыныуы бар, һәм тап Башҡортостан кеүек ошондай мосолман халҡы йәшәгән ҡеүәтле республика Рәсәй - Төркиә мөнәсәбәттәрен киңәйтергә һәм нығытырға булышлыҡ итә ала. Шуға күрә, бер ниндәй көрсөккә ҡарамаҫтан, беҙ артабан да бындай саралар үткәрәсәкбеҙ. Был байрамдың мәҙәни өлөшөнә килгәндә иһә, һабантуй халҡыбыҙҙың ни хәтле һәләтле булыуын, башҡорт мәҙәниәтенең, сәнғәтебеҙҙең ни тиклем бай, күп ҡырлы һәм төрлө булыуын йәнә бер күрһәтте. Истанбул халҡы быларҙың барыһын да лайыҡлы баһалағандыр, тип ышанам.
       Автор фотоһы.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал