6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Ауыл хужалығы хаҡында хәстәрлек менән
21.05.10


       Көн элгәре БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 2009 йылда Республика ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү программаһын ғәмәлгә ашырыу барышы һәм йомғаҡтары тураһында доклад менән сығыш яһаны.
       2009 йылда бар категориялағы хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы тулайым продукцияһын етештереүҙең дөйөм күләме 100,8 миллиард һумға еткән, был 2008 йыл менән сағыштырғанда 100,1 процент тәшкил иткән. Производствоның дөйөм Рәсәй күләмендәге өлөшө дүрт процент кимәлендә һаҡланған. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында икенсе урында тора, һәм Волга буйы федераль округында - икенсе урында.
       Уҙған йылдың йәйендә республика ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән 16 төбәк иҫәбенә инде, ул ваҡытта 680 мең гектар майҙанда сәселгән ашлыҡ һәләк булды. Эшкәрткәндән һуң саф ауырлыҡта 2,93 миллион тонна иген йыйып алынған, 2008 йылға ҡарата был 65 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы баһалауы буйынса, республиканың ҡоролоҡтан күргән дөйөм зыяны 7,5 миллиард һум тәшкил иткән. Ошоноң арҡаһында үҫемлекселек продукцияһы производствоһы индексы ла түбән - 91,7 процент.
       Малсылыҡ продукцияһын етештереү индексы 106,9 процент тәшкил иткән. Уҙған йылда ит һәм һөт етештереү 433 мең тонна менән 2,461 тоннаға еткән. Бындай күләм республика ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
       Ит һәм һөт етештереүҙең дөйөм күләменән шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө 71 һәм 69 процентҡа еткән.
       2009 йылда агросәнәғәт комплексына йүнәлтелгән тупланма бюджет средстволарының дөйөм күләме 15 миллиард һум тәшкил иткән, шул иҫәптән капитал һалыуҙарҙы индермәгәндә - һигеҙ миллиард һумдан ашыу.
       Малсылыҡ продукцияһы күрһәткестәренең үҫешендә "2009-2012 йылдарға иҫәпләнгән һөт малсылығы үҫеше һәм һөт етештереүҙе арттырыу", "2009-2012 йылдарға иҫәпләнгән итле малсылыҡты үҫтереү" тармаҡ программалары сараларын ғәмәлгә ашырыу ярайһы ҙур роль уйнаған. 2009 йылда үрҙә билдәләнгән программаларҙы финанслауға федераль бюджеттан 773 миллион һум йәлеп ителгән. Республика бюджетынан өҫтәп финанслау тәртибендә 615 миллион һум аҡса бүленгән.
       2009 йылда тоҡомло малсылыҡты үҫтереү сиктәрендә республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре һәр төрҙәге 12 мең баш ауыл хужалығы малы һатып алған (шул иҫәптән 10 мең һыйыр малы), республикалағы дөйөм мал иҫәбенә ҡарата был тоҡомло малдың сағыштырмаса ауырлығын 12 процентҡа еткерергә мөмкинлек биргән. Республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтары менән 5200 баш йәш мал һатылған (4200 баштан ашыу һыйыр малы).
       Тоҡомло малсылыҡҡа ярҙам сифатында алынған субсидиялар күләме 351 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән республика бюджетынан - 177 миллион һум.
       Мал лизингыһына уҙған йылда 92 миллион һумдан ашыу республика бюджеты средстволары бүленгән, улар 1200 баш һыйыр малы һәм 112 мең ҡош-ҡорт алыуға йүнәлтелгән.
       Тармаҡтың тотороҡло үҫешенә шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше буйынса республика программалары сараларын бойомға ашырыу ҙа булышлыҡ иткән. Уның буйынса 2009 йылда 250 хужалыҡ алып барыусы субъекттарға 110 миллион һумдан ашыу суммаға финанс ярҙамы күрһәтелгән. Шул иҫәптән ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә (старт-ап, сығымдарҙы субсидиялауға) 42 миллион һум йүнәлтелгән, 141 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтелгән. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә (ит һәм һөт, ҡуҙаҡлы иген культуралары, йәшелсәләр йыйыуға, эшкәртеүгә) 51 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән, 88 эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтелгән.
       Ете миллион һумдан ашыу суммаға Гарантия фондының яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы (мал аҙығы культураларын үҫтереүгә, үлән аҙығын әҙерләү һәм йәшелсәселеккә) 23 миллион һум кредит средстволарын йәлеп итергә мөмкинлек биргән. 154 эш урыны булдырылған, 500-ҙән ашыу эш урыны һаҡлап алып ҡалынған.
       Был саралар эшҡыуарҙарға 300 тоннанан ашыу иген һәм техник культуралар - бойҙай, арпа, сөгөлдөр, картуф һатып алырға мөмкинлек биргән. Эшкәртеү өсөн - 187 тонна һөт һәм 38 тонна ит, 64 тонна юғары һәм беренсе сортлы он, 120 тонна көнбағыш, малдарҙы һимертеү өсөн 140 тонна үлән аҙығы һатып алынған. Үрсетеү өсөн 51 баш һыйыр малы һәм ат, 280 кәзә-һарыҡ, 30 сусҡа, 60 ҡуян, 6500 баш ҡош-ҡорт алынған. Шулай уҡ хужалыҡты ишәйтеү өсөн 4200 инкубацион йомортҡа, 780 бал ҡорто күсе, 4,6 тонна балыҡ йотҡолоғо алғандар. Быларға йәнә 55 тонна ашлама, махсус техника һәм ауыл хужалығы инвентары ла өҫтәлә.
       Көрсөккә ҡаршы программа сиктәрендә һөҙөмтәле саралар күрелгән. Атап әйткәндә, республика Хөкүмәте ҡарары менән дәүләт ярҙамы йүнәлештәре буйынса, шул иҫәптән ҡоролоҡтан күргән зыянды ҡаплауға ла, БР бюджетынан субсидиялау тәртибе раҫланған.
       Республика лизингыһы буйынса 2009 йылда мал аҙығы әҙерләү өсөн 310 миллион һумға 350 берәмек иҫәбендә ауыл хужалығы техникаһы бүленгән. Федераль лизинг буйынса 430 техника, шул иҫәптән 680 миллион һумға йөк машиналары, тракторҙар, үҙ йөрөшлө техника һәм комбайндар ҡайтарылған.
       Дөйөм алғанда, 2006 йылдан алып агросәнәғәт комплексына йәлеп ителгән тулайым инвестициялар күләме 10 миллиард һумдан ашҡан.
       Техник һәм технологик модернизациялау сиктәрендә үткән йылда ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән 1380 трактор, 444 иген урыу комбайндары, 186 мал аҙығы урыусы комбайндар һатып алынған.
       2009 йылда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тағылма ҡорамалдары менән бергә 230 трактор бүлеп бирелгән, ағымдағы йылда - йәнә 285 трактор.
       Республика машина-технологик станцияларҙы техник йыһазландырыуға былтыр 2,1 миллиард һум йүнәлтелгән, 840 техника берәмеге һатып алынған. 2009 йылда техник йыһазландырыу буйынса дәүләт программаһының маҡсатлы контроль күрһәткестәрен Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беҙҙең республика ғына үтәй алды.
       Былтыр МТС көстәре менән иген майҙанының яртыһы урылған һәм 30 процент күләмендә шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағыш йыйып алынған. Тармаҡта техник һәм технологик модернизациялау буйынса үткәрелгән эштәр ташландыҡ хәлгә килгән баҫыуҙарҙы яңынан сәсеүлеккә әйләндерергә мөмкинлек биргән. Бында былтыр ғына ойошторолған "Урал аръяғы" машина-технологик станцияһы дәүләт унитар предприятиеһының өлөшө ҙур.
       2010 йылда 70 мең гектар ерҙе әйләнешкә индереү планлаштырыла. Был йәһәттән төп баҫым республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары үҫешенә яһаласаҡ. Ҡалтасы, Мишкә, Асҡын, Йылайыр райондарында һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында һаман да ҡалдау ерҙәр күп. Уларҙы файҙаланыуға индереү өсөн йәнә бер машина-технологик станция ойоштороу планлаштырыла. Ул тәү сиратта Нефтекама заводында йыйылған иген урыусы "Челленджер" комбайндары һәм башҡа техника менән тәьмин ителәсәк.
       Дәүләт программаһын уңышлы ғәмәлгә ашырыуҙа кадрҙар мәсьәләһе лә мөһим, бигерәк тә ауыл хужалығы йыл һайын юғары технологик тармаҡҡа әүерелә барғанда. Ауыл ерендә эшләү өсөн 198 йәш белгес ебәрелгән, шул иҫәптән 128-е - юғары һөнәри, 70 кеше - урта һөнәри белемле.
       2009 йылда 1054 юғары белемле белгес әҙерләнгән, урта һөнәри белем алыусылар - 1,5 мең кеше, өс меңдән ашыуы башланғыс һөнәри белемле. Шул уҡ мәлдә белгестәр һәм эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур: юғары белемле 650 белгес талап ителһә, урта махсус белем менән - 380 кеше.
       "2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше" федераль һәм республика маҡсатлы программалары буйынса 2009 йылда ауылда йәшәүсе граждандар өсөн 61 мең квадрат торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған һәм һатып алынған, шул иҫәптән йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр өсөн - 35,4 мең квадрат метр (тәүҙә 25,3 мең генә күҙалланған).
       Был маҡсатҡа 352 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 189 миллион һум, республика бюджетынан - 163 миллион һум. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 489 ғаиләгә сертификат тапшырылған, шуларҙың 298-е - йәш ғаилә һәәм йәш белгестәр.
       Сығышынан һуң Премьер-министрға бер нисә һорау бирелде. Парламентарийҙарҙы республикала балыҡсылыҡ һәм итле малсылыҡ тармаҡтарының үҫешмәгән булыуы, ауылдар араһындағы юлдар торошо, файҙаланылмаған баҫыуҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам мәсьәләләре борсой. Депутаттарҙың һорауҙарына Раил Сарбаев тулы яуап бирҙе.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал