6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Бүләккә парад
17.05.10


       Еңеү Көнөндә Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең бар эре ҡалаларында хәрби парадтар үтте. Әммә шулай ҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән парадҡа еткәне булмағандыр. Унда 11135 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән Гитлерға ҡаршы коалиция илдәренән - АҠШ, Бөйөк Британия һәм Франциянан меңгә яҡын хәрби ҡатнашты. Тантаналы маршҡа 161 хәрби техника берәмеге, шулай уҡ 127 самолет һәм вертолет ҡушылды. Программа тарихи һәм хәҙерге заман менән бәйле ике өлөштән торҙо. Был күләмле тамашаны ҡунаҡтар трибунаһынан бар Рәсәйҙән һәм элекке Советтар Союзы республикаларынан йыйылған өс меңгә яҡын ветеран күҙәтте.
       Шулар араһында Башҡортостандан дүрт ветеран - РФ Хәрби фәндәр академияһының почетлы ағзаһы, генерал-майор Ростислав Сибәғәтуллин, БАССР-ҙың элекке мәғариф министры, Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы ағзаһы Сабир Йыһаншин, Стәрлетамаҡ һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Владимир Тараторкин һәм Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Марат Муллағәләмов та бар ине. Ростислав Сибәғәтуллинға үҙәк ложала Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев менән бергә тороу кеүек хөрмәт күрһәтелде.
       Ветерандар Мәскәүҙә 7 майҙан 10 майға тиклем булды. Баш ҡалаға визиты хаҡында "БАШвест"ҡа Башҡортостан ветерандары делегацияһы башлығы Марат Муллағәләмов һөйләй:
       - Мәскәүгә поезда юлландыҡ. Өфөнән 6 майҙа сыҡҡайныҡ. 7 май иртәһендә унда инек инде. Оборона министрлығы вәкилдәре беҙҙе вагондан төшкәндә үк ҡаршыланы. Сумаҙандарыбыҙҙы автобусҡа тейәне, үҙебеҙҙе сәй менән һыйланы. Ошо арала Ульяновскиҙан Ульяновск ветерандары менән поезд килеп етте. Барыбыҙҙы ла ҡала ситендәге ял йортона алып барҙылар. Уңайлы бүлмәләрҙә урынлашып, ял итеп алдыҡ. Кисен, ветерандарҙың күбеһе килеп бөткәс, беҙгә һуғыш тураһында кинофильм күрһәттеләр.
       Баш ҡала ҡунаҡтары өсөн төп саралар 8-9 майҙа үткәрелгән. Марат Сабит улы әйтеүенсә, бай программа әҙерләнгән.
       - 8 майҙа беҙҙе Мәскәүгә алып киттеләр, - тип һөйләй ветерандар советы рәйесе. - Ҡала буйлап туҡтамайынса барыуыбыҙ ғәжәпләндерҙе. Бар светофорҙар ҙа йәшел яна ине. Милиция бар Мәскәү буйынса беҙҙең өсөн генә "йәшел коридор" әҙерләгән булып сыға бит был! Баш ҡала үҙәгенә бер сәғәт эсендә елеп барып еттек. Шәп!
       Ветерандар өсөн РФ Оборона министрлығы Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейына экскурсия ойошторолдо.
       - Был экскурсия тураһында сағыу хәтирәләр ҡалды, - тип билдәләй Марат Сабит улы. - Беҙҙе шуныһы шатландырҙы - музейҙа тәүгеләрҙән булып Рейхстагка ҡыҙыл флаг ҡаҙаған яҡташыбыҙ, республиканың Мишкә районы Янағош ауылынан Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитовтың фотографияһы урынлаштырылған. Оҙаҡ йылдар дауамында флагты тәүгеләрҙән булып Егоров менән Кантария ҡаҙаған, тиҙәр ине бит. Әммә ысын ҡаһармандар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булған. Мәскәүҙә лә Ғәзи Заһитов батырлығы тураһында онотмауҙары ҡыуандырҙы.
       Музейҙы ҡарағандан һуң ветерандарға ҡала үҙәге буйлап экскурсия ойошторола. Кремлде, ҡаланың башҡа иҫтәлекле урындарын күрһәтәләр.
       - Экскурсия бик тыныс үтте, - тип һөйләй Марат Муллағәләмов. - Бик күп нәмәне ҡарап өлгөрҙөк, ләкин бер ҙә арыманыҡ. Ойоштороусылар бының өсөн барыһын да эшләне. Беҙгә, ҡарттарға, экскурсияла йөрөүе лә хәҙер еңел түгел...
       Ветерандар ял йортона ҡайтҡас, улар өсөн байрам ашы һәм концерт ойошторола. Һуғышта ҡатнашыусылар алдында ижади коллективтар сығыш яһап, һуғыш йылдарында ижад ителгән йырҙарҙы тәҡдим итә.
       Әммә иң күләмле һәм көтөлгән сара шулай ҙа ветерандар өсөн Еңеү парады була. Мәскәүгә улар шуның өсөн килгән бит. Һеҙгә мәғлүм булыуынса, Ҡыҙыл майҙанда парад Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт унда башлана. Күптәрегеҙ Мәскәүҙән тура трансляцияны ҡарағандыр, моғайын. Әммә уны үҙ күҙҙәре менән ҡарау бәхете тейгән кешенең тәьҫораттары менән сағыштырырлыҡ түгелдер ул.
       - 9 майҙа беҙҙе иртә уяттылар, Ҡыҙыл майҙанға иртәрәк барырға кәрәк ине бит, - тип дауам итә ветерандар делегацияһы башлығы. - Мавзолейҙың ике яғынан эшләнгән трибуналарға урынлаштырҙылар. Беҙҙең делегация уң яғында ине. Ә генерал-майорыбыҙ Ростислав Имам улы Сибәғәтуллинды үҙәк трибунаға саҡырҙылар. Әгәр тура трансляцияны ҡараһағыҙ, иғтибар иткәнһегеҙҙер, ул Дмитрий Медведевтың эргәһендә торҙо. Президентҡа ышаныслы кешеләрҙе генә үткәрәләр! Беҙ генералыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
       - Парадтан ҡалған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле...
       - Ғәйәт ҙур тамаша! Әммә иң ныҡ һоҡландырғаны оркестр булды. Ул 1200 кешенән тора ине! Бындай ҙурлыҡтағы оркестрҙы бер ҡасан да күргәнем булманы! Иң тәүҙә майҙанға Еңеү байрағын алып сыҡтылар. Артабан парад башланды. Алфавит тәртибендә БДБ илдәре, Польша, Гитлерға ҡаршы коалициялағы илдәрҙең хәрбиҙәре марш менән үтте. Төркмәнстан һалдаттары ротаһының һыбай үтеүҙәре хәтерҙә ҡалды. Ахалтекин тоҡомло айғырҙа - 1945 йылда парадты ҡабул иткәндә маршал Жуков ултырған ат нәҫелендә алдан командирҙары юртып килде. Улар артынса АҠШ, Англия, Франция һәм Польша хәрби хеҙмәткәрҙәре атланы. Шунан һуң беҙҙең ғәскәрҙәр марш менән үтте. Иҫ киткес тамаша, йәштәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем!
       Бынан һуң элекке һәм хәҙерге заман техникаһы парады башланды. Уның артынса авиация үтте. Алты "Су-25" самолеты осоуы парадтың һуңғы аккорды булды, улар төтөн ярҙамында һауала Рәсәй Федерацияһы флагы төҫтәрен һүрәтләгән юлдар ҡалдырҙы.
       Парадтан һуң почетлы ҡунаҡтарҙы Оло Кремль һарайының Георгий залына Президент менән осрашыуға саҡырҙылар. Рәсәй Президенты ветерандарҙы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡотланы. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәр береһе Дмитрий Медведевтың рус, инглиз, француз телдәрендә яҙылған сығышын алды. Барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
       - Икенсе көндө беҙ ҡайтып киттек, - ти Марат Сабит улы. Вокзалға автобустарҙа алып барҙылар. Йәнә "йәшел коридор" бирҙеләр. Сәй менән һыйланылар һәм вагонға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Бееҙе шундай ихтирам, иғтибар менән солғанылар, бер ветеранға ла медицина ярҙамы талап ителмәне. Ойоштороу юғары кимәлдә ине.
       Парадта ҡатнашыу иҫтәлеге итеп һәр ветеранға "Ватан-әсә саҡыра!" скульптураһының бәләкәй күсермәһен, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында уникаль китаптар һәм Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы символикаһы менән төрлө сувенирҙар бүләк иттеләр. Әммә Өфөләге кеүек, парадта ҡатнашыусылар өсөн алдан әҙерләнгән берҙәм форма булманы.
       - Граждан костюмын, күлдәк, галстук һәм туфлиҙарҙы беҙгә парадҡа юлға сығыр алдынан, Өфөлә, тараттылар, - тип һөйләй Марат Муллағәләмов. - Шулай ҙа генерал-майор Ростислав Сибәғәтуллинға беҙ генерал формаһын кейергә кәңәш иттек. Һәм яңылышманыҡ. Әгәр ябай костюм кейһә, уны телевизорҙан күрһәтмәҫтәр ҙә ине, бәлки. Ә былай ул айырылып торҙо, һәм барыһы ла уға иғтибар итте.
       - Бығаса Мәскәүҙә хәрби парадтарҙа ҡатнашҡанығыҙ булдымы?
       - Эйе, был минең дүртенсе парадым. Элек Өфө моторҙар эшләү заводында инженер булған сағымда, ике парад өсөн самолеттар әҙерләгәндә ҡатнаштым. Йәнә бер тапҡыр Мәскәүгә Башҡортостан делегацияһы составында барҙым.
       - Унан бирле Мәскәү ныҡ үҙгәргәнме?
       - Бында күптән түгел, ярты ай элек кенә булып ҡайтҡайным, Бөтә Рәсәй ветерандар советы президиумына иҫәп-хисап бирҙем. Ләкин унда күп нәмәгә ваҡыт етмәне. Шуға ла 8 майҙа ҡала буйлап экскурсия ойошторолғас, мин барыһын да ҡыҙыҡһынып ҡараным. Ҡалала яңы йорттар төҙөлә, күккә ашҡан биналар ҡалҡа. Ҡала яңыра, һоҡланғыс була бара.
       Шулай уҡ идеаль таҙалыҡ күңелгә ятты. Урамдарҙа бер сүп-сар күренмәне. Һәм үҙәк өлөшөндә генә түгел, ҡала ситендә лә таҙа ине. Юлдар ҙа, ғәжәпкә күрә, тигеҙ.
       - Парадта ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалды?
       - Барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт. Барыһы ла үҙен яҡшы тойҙо. Матур ойоштороуҙары арҡаһында арыманыҡ та, сағыу тәьҫораттар ғына ҡалды. Бындай ғәйәт ҙур парадта ҡатнаша алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Беҙгә иҫ киткес шәп бүләк эшләнеләр!
       Салауат Солтанов фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал