6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Республика райондары өсөн спорт беренсе урында
30.04.10


       Башҡорт халыҡ физик тәрбиәһе бер быуат ҡына үҫешмәгән. Спорттың традицион милли төрҙәре һәм халыҡ уйындары уның нигеҙе булған һәм булып ҡала. Йола буйынса һабантуй милли көрәш менән асыла. Һәм сират буйынса икенсе урында йүгереү ярышы, унан һуң ат сабыштары һәм башҡалар килә. Башҡортостан райондары халҡы өсөн көрәш - күп кеше ҡатнашҡан иң популяр спорт төрө. һәм уның менән әлеге ваҡытта 20 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Көрәш олимпиада программаһына индерелмәгән. Шулай ҙа билдәле көрәшселәр май айында билбау көрәше буйынса милли команданың әҙерлек урынына юлланасаҡ. Улар арһында Өфөлә үткән көрәш буйынса һуңғы ярышта 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алған Юрий Сабанов та бар. "БАШвестЪ" спортсыны уңышлы сығыш яһауы менән ҡотланы һәм йыйынға әҙерләнеүе хаҡында белеште.
       - Юрий, еңеүегеҙ менән һеҙҙе. Әйтегеҙ әле, Әсләм Хафизов менән финалда нисәнсе тапҡыр осрашаһығыҙ?
       - Рәхмәт! Әйтеүе ҡыйын. 16-сы йыл, шикелле. Һәм һәр ваҡыт финалда көрәшәбеҙ.
       - Хәҙер ул һеҙҙең өсөн принципиаль ярышташмы? Еңеүҙәр серияһын өҙөргә ярамай...
       - Эйе. Балаҫта беҙ принципиаль ярышташ, ә тормошта ғәҙәттәгесә аралашабыҙ.
       - Тиҙҙән билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты етә. Әҙерлек йыйынына саҡырыу алдығыҙ. Яуаплылыҡ йөгө һиҙеләме?
       - Был әлегә Ҡазанда үтәсәк әҙерлек кенә. Төп составҡа эләгермен тип өмөтләнәм. Яуаплылыҡ хаҡында шул саҡта уйлармын.
       - Һеҙ донъя чемпионы булғайнығыҙ бит инде. Хәҙер нимә, йыйылма командаға эләгеү өсөн конкуренция арттымы әллә?
       - Һис шикһеҙ. Көрәш үҫешә. Яңы спортсылар килә. Мин ике тапҡыр донъя чемпионы һәм өс тапҡыр Европа чемпионымын. Шулай ҙа төп составҡа эләгеүемә 100 процентлыҡ ышаныс юҡ.
       - Ул ваҡытта уңыштар һәм еңеүҙәр һеҙгә!
       - Рәхмәт.
       Ошонда көрәшсе менән әңгәмәбеҙ өҙөлдө (Юрий миҙал һәм башҡа наградалар артынан йүгерҙе).
       Көрәш менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн Өфөлә грек-рим көрәше һәм милли көрәш буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. Балаларҙы 10 йәштән ҡабул итә башлайҙар. Дәрестәрҙе бюджет нигеҙендә юғары класлы тренерҙар алып бара. Мәктәптә спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, душ һәм аяҡҡа баҫтырыу үҙәге йыһазландырылған. Әйтергә кәрәк, ҡағиҙә булараҡ, был спорт төрө менән ир-егеттәр шөғөлләнә. Әммә һәр ҡағиҙәлә ситләшеүҙәр булған кеүек, беҙҙең республика ла ваҡытында көрәш менән бер бөртөк ҡыҙ - Дәүләкән ҡалаһынан Рәйлә Вәхитова шөғөлләнгән. Ул ир-егеттәргә ҡаршы сыҡҡан. Рәйлә еңгән көрәштәр булған, - һәм бер тапҡыр ғына түгел. Бөгөн көрәш - ир-егеттәр спорты, Руслан Йосопов, Юнир Ильясов, Рәдиф Аҡсурин, Юрий Сабанов - ярыштарҙың даими еңеүселәре.
       Беҙ Руслан Йосоповҡа бер нисә һорау биреп өлгөрҙөк.
       - Руслан, спорт менән, ғөмүмән, нисә йыл шөғөлләнәһең?
       - Спорт карьераһын баштан уҡ көрәштән башланым. Спортҡа, көрәшкә, килгәнемә ун йыл. Бынан тыш, футбол, волейбол менән мауығам.
       - Һин нисек уйлайһың, Спорт министрлығы көрәште үҫтереүгә күп көс һаламы?
       - Әлбиттә, күп. Һуңғы ике-өс йылда көрәшкә айырыуса иғтибар артты.
       - Учалыла йәшәйһең? Һинең менән кем шөғөлләнә?
       - Атайым. Ул үҙе лә көрәш менән шөғөлләнгән. Башҡортостан Республикаһының көрәш буйынса йыйылма командаһының өлкән тренеры булды. Ул мине төп ярыштарға әҙерләй. Көрәш - республика райондары өсөн беренсе урында. Көрәш - башҡорт халҡында киң таралған милли көс һынашыу ул. Шуның менән бергә, ул һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ, мауыҡтырғыс спорт төрө.
       Олег Яровиков фотоһы.

Мария Әпкәримова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал