6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләйәсәкбеҙ
23.04.10


       Башҡортостандың 700 меңдән ашыу ир-азаматы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һәр өсөнсөһө батырҙарса һәләк булған. 200 мең һалдат һәм офицер орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, 300 меңдән ашыу һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры булған. Республика территорияһында хәл иткес алыштарҙа дан яулаған хәрби подразделениелар ойошторолған.
       Әлеге мәлдә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә етди әҙерлек алып барыла. Әҙерлек саралары Башҡортостан Республикаһы Президентының тейешле Указы ҡабул ителгәндән һуң, 2007 йылда уҡ башланған. Был турала кисә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры әйтеп үтте.
       Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы һуғыш ветерандары делегацияһы Мәскәү, Санкт-Петербург, Волгоград, Курск һәм Белгородта 2010 йылдың 7-10 майында үтәсәк тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ. Республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан 270 ветеран Өфөләге тантаналарҙы ҡарарға килә. Өс көн дауамында улар өсөн Өфө шифаханаларының береһендә ял итеү һәм дауаланыу ойошторола.
       Байрамдың төп сараһы - Еңеү парады Ҡыҙыл майҙанда һәм Рәсәй субъекттарында бер үк ваҡытта үтергә тейеш. Өфөлә Еңеү парады 9 майҙа урындағы ваҡыт менән сәғәт 12-лә Ленин исемендәге майҙанда башлана. Унда республика территорияһында дислокацияланған дүрт хәрби часть хәрбиҙәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы, РФ Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, һауа-десант ғәскәрҙәре, спецназ, Хәрби диңгеҙ флоты ветерандары, кадеттар һәм патриотик клубтар ҡатнаша.
       Парадта ике меңдән ашыу кеше һәм 40 техника берәмеге булыуы көтөлә.
       8 майҙа Конгресс-холдың концерт залында байрам концерты һәм ветерандарҙы ҡабул итеү тантанаһы ойошторола. Ошо уҡ көндө Конгресс-холл алдындағы майҙанда республика тынлы оркестрҙары марш-парады үтә, унда Өфө ҡалаһы, республиканың район һәм ҡала округтары уҡыу йорттарының үҙешмәкәр тынлы оркестр коллективтары ҡатнаша.
       Советтар Союзы Геройы генерал Күсимовҡа һәм 112-се гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлдәр ҡуйыу ҙа - Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар иҫәбендә.
       Бөйөк Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмаларҙы ремонтлау, эргә-тирәһен төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр алып барыла. 2009 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан 8,429 миллион һум йүнәлтелгән, 2010 йылда 5,689 миллион һум күсереү планлаштырыла. Бөйөк Ватан һуғышына, Граждандар һуғышында Совет власы өсөн көрәшкәндәргә, локаль конфликттарҙа һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарға арналған һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы паспортлаштырыу үткәрелгән. Башҡортостанда урынлашҡан иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмаларҙың Реестры төҙөлгән.
       Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү һәм исемдәрен мәңгеләштереү эштәре дауам ителә. Был эштәрҙә Дәүләкән, Межгорье, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан һәм Бәләбәй, Дыуан, Нуриман райондарынан 17 эҙәрмәндәр отряды ҡатнаша. Эҙләү отрядтары фондының ете йыл эшләү дәүерендә хәбәрһеҙ юғалған ике мең башҡортостанлының исеме асыҡланған.
       Башҡортостан Республикаһының электрон Хәтер Китабын әҙерләү буйынса эштәр башҡарыла, уны 2010 йылдың 22 июненә - Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата сығарырға ниәтләйҙәр.
       Раил Сарбаев әйтеүенсә, Еңеүҙең 65 йыллығы байрамында хәүефһеҙлек гарантиялана. Юбилей тантаналарын әҙерләү һәм үткәреүҙә йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында көс структуралары штабы ойошторолған. Еңеү юбилейын байрам итеү ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса комплекслы план әҙерләнгән. 2010 йылдың 5 майынан Эске эштәр министрлығы көстәре менән оператив хәл торошон күҙәтеп барыу өсөн эш төркөмө ойошторолған, хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуған осраҡтарҙа файҙаланырға резерв булдырылған, ветерандарҙы йөрөтөү өсөн ҡулланыласаҡ автотранспорт ентекле тикшереү үткән, уларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән.
       Әлеге ваҡытта республика территорияһында 12370 ветеран, шул иҫәптән 3698 һуғыш инвалиды, 8135 һуғышта ҡатнашыусы, 287 элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно, "Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә" билдәһе менән наградланыусы, йәшәй. Республикала һәләк булған (мәрхүм) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалидтарҙың 32 мең ғаилә ағзаһы, шулай уҡ 79 мең һуғыш ваҡыты тыл хеҙмәтсәне иҫәпләнә. Уларҙың барыһына ла федераль һәм төбәк ҡануниәте менән билдәләнгән һәр төрлө социаль ярҙам күрһәтелә.
       Федераль ҡануниәт менән билдәләнгән сараларҙан тыш, республикала өҫтәмә социаль ярҙам саралары ла булдырылған. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының айырым категорияларына ай һайын пенсияға өҫтәмәләр түләнә. 2010 йылдың беренсе кварталында 7,9 миллион һум суммаға өҫтәмә түләүҙәр башҡарылған.
       2008 йылдың май айында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һуғыш инвалидтарын медицина күрһәтмәһенә ярашлы автотранспорт саралары менән тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республикала был эш тамамланды. Еңел автомобилдәр менән 320 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды тәьмин ителгән. Үҙҙәренең теләге буйынса 99 һуғыш инвалиды автотранспорт урынына100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация алған.
       Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 7 майындағы Указы менән 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәрҙе тамамлау бурысы ҡуйылған. Рәсәй Президенты бурысын республика үтәне. 2005 йылдан алып 2009-ға тиклем муниципалитеттар средстволары иҫәбенә 332 ветеран торлаҡ менән тәьмин ителгән. Федераль бюджет саралары иҫәбенә 2005 йылдан ағымдағы йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышының 502 ветераны фатир алған.
       Федераль кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, республикала 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә ҡуйылған ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәр йәйелдерелә. Был исемлектә 1553 ветеран тора. 1 апрелгә ҡарата 383 ветеранға торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырылған. Апрель аҙағына ҡәҙәр тағы 200 таныҡлыҡ тапшырыласаҡ, уның ярҙамында ветерандар төҙөлөп ятҡан һәм икенсел баҙарҙан торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
       Әлеге мәлдә бар ветерандарҙың, инвалид һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарының, тыл хеҙмәтсәндәренең торлаҡ шарттары тикшерелгән, һәр береһенең аныҡ адреслы ярҙам алыуға мохтажлығы билдәләнгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлығы булмаған ветерандар йәшәгән адресы буйынса йорт-ҡаралтыһына ремонт үткәреүгә, ихатаһында төҙөкләндереү эштәре башҡарыуға һәм башҡа төрлө социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итеүгә сиратҡа ҡуйылған. 2010 йылдың 8 апреленә ҡарата ике мең ветеранға бындай ярҙам күрһәтелгән.
       Республиканың ғәмәлдәге норматив-хоҡуҡи акттарына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләр стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына тәү сиратта ҡабул ителеүгә хоҡуҡлы. Әлеге мәлдә һуғышта ҡатнашыусы һәм уларға тиңләштерелгән 550 кеше стационарҙа социаль хеҙмәтләндереү ала.
       Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың февралендәге Указын үтәү маҡсатында, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе түбәндә күрһәтелгән категориялағы кешеләргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе башҡара башланы: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына, Финляндия, Япония менән һуғыштарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарҙың тол ҡатындарына - биш мең һум күләмендә, тылда алты айҙан да кәм эшләмәгәндәргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнеүселәргә, элекке бәлиғ йәштәге нацист концлагерҙары, төрмәләр һәм гетто тотҡондарына ике мең күләмендә аҡса түләнә. Был категорияға ҡараған граждандар иҫәбе Башҡортостанда 125 меңдән аша. Ошо маҡсатҡа 289 миллион һум йүнәлтелгән.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал