6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Ғүмеремдәге иң бәхетле көнөм
22.04.10


       Бөйөк Ватан һуғышы һәм суд приставтары хеҙмәте ветераны Миңлеямал Батыргәрәй ҡыҙы Үтәкәйева 1924 йылда Башҡортостандың Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында тыуған. Миңлеямал һигеҙенсе класты тамамлаған йылда ғаиләгә ҡара ҡайғы килә - әсәһе вафат була. Ҡусты - һеңлеләренә ярҙам итер өсөн ҡыҙға үҙенең тыуған колхозына эшкә төшөргә тура килә. Оҙаҡ эшләп өлгөрмәй - Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
       Бына яҙыусы Александр Долининдың яҡташтарыбыҙҙың Курск эргәһендәге тарихи алыштарҙағы батырлығы хаҡында бәйән итеүсе "Утлы дуғала" ("На Огненной дуге") китабынан өҙөк:
       "Белмәйем, йәш Миңлеямалға француз яҙыусыһы Виктор Гюгоның китаптарын уҡырға тура килдеме икән, уның бер әҫәрендә шундай һүҙҙәр бар: "Ватан яраһын һәр беребеҙ күңелебеҙ менән тоя". Әммә мин шуны беләм, башҡорт ҡыҙының һуғышҡа барырға ҡарар итеүе - йөрәктән сыҡҡан.
       Миңлеямал Батыргәрәй ҡыҙының хәтерләүҙәренән:
       - Минең хәрби биографиям 1943 йылдың 3 июнендә башланды. Район хәрби комиссары миңә һәм ике ауылдаш ҡыҙға хәрби элемтәсе һөнәрен үҙләштерергә ҡушты. Өфөлә уҡыныҡ, өс айлыҡ элемтәселәр курсы ойошторолғайны, һәм башҡа ҡыҙҙар менән "теплушка" тип йөрөтөлгән вагонда фронтҡа юлландыҡ. Килеп еткәс тә мине был ваҡытта Курск дуғаһында оборонала торған 1871-се зенит - артиллерия полкына тәғәйенләнеләр. Һәм хеҙмәт итергә икенсе батареяға ебәрҙеләр. Батарея хәрби эш алып бара ине, эре тимер юл станцияларын һәм йылға кисеүҙәрен, штабтарҙы һәм беҙҙең ғәскәрҙәр тупланған урындарҙы немец авиацияһынан һаҡланы. Ләкин оҙаҡ хеҙмәт итә алманым, ауыр һуғыштар бара ине, 1944 йылдың мартында Барановичи ҡалаһы янында уң күҙемә һәм аяҡҡа ярсыҡтан яралар алдым. Бер ай тирәһе үҙебеҙҙең полктың ялан госпитале - медсанчаста дауаландым да, тыуған батареяма ҡайттым. Украинала һуғыштыҡ. Иҫемдә, Днепр йылғаһындағы ҙур күперҙе һаҡлайбыҙ. Беҙҙе элемтәне тергеҙергә ебәрҙеләр, был арала самолеттар осто, бик күп элемтәсе ҡыҙҙарыбыҙ һәләк булды. Улар мәңге хәтерҙә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың барыһы ла хәтерҙә...
       Александр Долининдың "Утлы дуғала" китабынан:
       "Зенитсыларға самолеттан йәшенергә ҡушылмай, ә зенит батареяларын иң тәү сиратта бомбаға тоталар. Көслө ир-егеттәргә лә ауыр иҫәпләнгән эште үтәү өсөн, көнө-төнө хәрби вахта алып барыу өсөн был сибек кенә башҡорт ҡыҙында ҡайҙан көс-ғәйрәт булғандыр. Билдәле булыуынса, элемтә - ул һуғыш нервылары. Был ысын мәғәнәһендәге герой ҡатын элемтәсе-универсал булып сыға, сым үткәргестәр менән ышаныслы эш итә, асыҡ текст, асҡыс менән эшләй ала".
       - 44-тә беҙ Польшала инек, ҡала исеме хәҙер иҫемдә юҡ, артабан - йәнә Белоруссия, 9 Май - Еңеү көнөн унда ҡаршыланыҡ. Өйгә 1945 йылдың авгусында ғына ҡайтып еттем. Станцияға килеп төшөүебеҙ, ауылдаштарымдың ат менән ҡаршы алыуы хәтеремдә. Был ғүмеремдәге иң бәхетле көнөм ине, - тип хәтирәләр ебен һүтә, түшендәге Ватан һуғышы орденын, "Германияны еңгән өсөн" миҙалын һәм башҡа дәләт наградаларын һаҡлыҡ менән төҙәтеп, беҙҙең ветеран. - Тыуған ауылыбыҙға ҡайттыҡ та, тағы колхозға эшкә төштөк. Ә судта 1950 йылда эшләй башланым. Миңә суд ултырышы секретаре эшен тәҡдим иттеләр, ризалаштым. Суд ул ваҡытта Петровское ауылында урынлашҡан ине.
       1958 йылда суд эштәрен башҡарыусы булып киттем, мине был вазифаға судьялар тәҡдим итте. 1975 йылда Петровское ауылы республиканың Ишембай районына индерелде, минең суд участкам да ошо райондыҡы тип иҫәпләнә башланы. Судта дөйөм алғанда 30 йылға яҡын эшләнем. Шуның 20 йылында суд эштәрен башҡарыусы булдым. 1979 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Нисек кенә ауыр булмаһын, һәр ваҡыт эшемде яраттым һәм хөрмәт иттем.
       Дүрт балам бар ине. Өлкән ҡыҙым Флүрә хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәй, ике ҡыҙы бар. Йәнә Фәрит улым бар ине. Ул минең йөрәк ярам. Улым хәрби бурысын үтәгәндә, 1970 йылда армияла һәләк булды. Өс балам ғына ҡалды. Оло улым Тәврис Николаевкала йәшәй, һөнәре буйынса электрик, уның да ике балаһы - улы менән ҡыҙы бар. Кинйә ҡыҙым Инира улы менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Башҡортостандың төрлө төбәгендә төпләнһәләр ҙә, һөйөклө балаларым мине онотмай, һәр ваҡыт ярҙам итә.
       Мин шулай уҡ хеҙмәттәштәрем - суд приставтарының ихтирамлы мөнәсәбәтен дә тойоп йәшәйем. Онотмағандары өсөн рәхмәт. Олоғайғас, кеше өсөн иғтибарҙан да мөһимерәк нимә бар...

Сергей Спатар.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал