6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Яҙын янғындан һаҡлан
14.04.10


       Яҙҙың ҡоро һәм йылы булыуы көтөлә, тимәк, янғын һүндереүселәргә эш артасаҡ. Алдан яһалған прогнозды көн элгәре үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының янғын күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов һәм Өфөнөң Дәүләт янғын күҙәтеү бүлеге начальнигы Фәрит Абдрахманов уҡып ишеттерҙе.
       Журналистар менән осрашыу яҙғы янғын хәүефе осоро алдынан үткәрелде. Ут менән көрәшеүселәр өсөн ҡыҙыу осор ҡар иреп, яңы үлән күтәрелеп өлгөрмәгән ваҡытҡа тура килә. Тап ошо мәлдә тәбиғәттә ял итергә теләүселәр шешлектәргә ҡырға сыға, баҡсасылар баҡса участкаларына юллана, ә ауылдарҙа яҙғы баҫыу эштәре башлана, һәм бында ерҙе сәсеүгә әҙерләр өсөн баҫыуҙарҙа былтырҙан ҡалған ауыл хужалығы культураларын ут ярҙамында юҡ итеү айырыуса ҙур хәүеф менән янай.
       Ут менән көрәшеүселәр граждандарҙан янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүҙе һорай: тәү сиратта усаҡтарҙы тулыһынса һүндереү, баҫыуҙарға ут төрткәндә, баҫыу ситенән минералләштерелгән һыҙыҡ - утты туҡтатырлыҡ һөрөлгән ер участкаларын ҡалдырыу зарур. Һүҙ ыңғайы, ҡороған үләндән ут секундына бер метр тиҙлек менән тарала.
       Йәнә бер көнүҙән тема бөгөн - бина һәм ҡоролмаларҙың янғын хәүефһеҙлегенә декларация биреү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы техник регламент янғын хәүефһеҙлегенә ҡуйылған талаптарҙы тәртипкә һалыу маҡсатында Рәсәйҙә 2009 йылдың 1 майынан көсөнә инде. Индерелгән үҙгәрештәрҙәге мөһим яңылыҡ - бина хужалары янғын күҙәтеү органдарына янғын хәүефһеҙлеге буйынса үтәлгән һәм үтәлмәгән талаптарҙы күрһәтеп, декларация тултырырға тейеш, үрҙәгеләрҙе иҫәптә тотоп, янғын сыға ҡалһа, йәнә мөмкин булған хәүефтәрҙе һәм был объекттағы янғындан өсөнсө кешеләрҙең зыян күреү ихтималлығын да баһаларға кәрәк. Өс ҡаттан бейегерәк булмаған шәхси йорттар һәм производство эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнмәгән, майҙаны 1500 метрҙан ашмаған, торлаҡ йорт иҫәпләнмәгән бер-ике ҡатлы биналарҙан тыш, был дөйөм алғанда бар биналарға, ҡоролмаларға, төҙөлөштәргә лә ҡағыла. Балалар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына, ҡарттар һәм инвалидтар йортона, дауаханаларға, интернат тибындағы балалар учреждениеларының йоҡо корпустарына декларация тапшырыу мотлаҡ эш иҫәпләнә.
       2010 йылдың 30 апреле декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө тип билдәләнгән. Контроль датаға тиклем ике аҙна самаһы ваҡыт бар, ә бөгөнгө көндә объекттарҙың яртыһынан әҙерәгенә - 44 процентҡа ғына декларация бирелгән. 1 майға тиклем декларация тапшырып өлгөрмәгәндәр "Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн" РФ Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.4-се статьяһына ярашлы административ штраф түләргә тейеш. Билдәләп үтәбеҙ, әгәр махсус янғынға ҡаршы режим иғлан ителһә, штраф санкциялары ике тапҡырға арта.
       Быларҙан тыш, әлеге ваҡытта янғын күҙәтеү органдары клуб, ресторан һәм башҡа төрлө күңел асыу урындарын ҡабаттан тикшерә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был объекттарҙың барыһы ла уҙған йылдың декабрендә, Пермдәге фажиғәнән һуң, янғын һөҙөмтәһендә төнгө клубта 150-нән ашыу кеше һәләк булғас, тикшерелде. Фәрит Абдрахманов әйтеүенсә, бар заведениеларҙа ла ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған, һәм етәкселәренә уларҙы бөтөрөүгә күрһәтмәләр бирелгән. Контроль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, комиссия талаптарына улар етди ҡараған: әлеге ваҡытта күрһәтмәләрҙең 90 проценты үтәлгән, шулай булғас, тимәк, республикалағы күмәк кеше ял иткән урындар хәүефһеҙҙер, тип ышанғы килә.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал