6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Кәнфиттәрҙән гөлләмә бүләк ит!
05.03.10


       Кәнфиттәрҙән гөлләмә. Бындай мөғжизәне ҡасан да булһа һеҙгә бүләк иткәндәре бармы? Өфөлә ғәжәйеп гөлләмәләр етештереүҙең яйға һалыныуын белгәс, уларҙы мин төрлөсә күҙ алдына килтереп ҡараным. Ҡаптарҙа кәнфит, үтә күренмәле пакеттарҙа - быныһы аңлашыла ла, сөнки улар беҙгә бала саҡтан таныш. Тере һәм яһалма, киптерелгән сәскәләрҙән, ботаҡ һәм үҫемлектәрҙән гөлләмәләр, һәр төрлө икебаналар. Быларын да аңлайым. Ә "татлы гөлләмә", йәғни сәскәләр композицияһы менән кәнфиттәр берләшмәһе нисек була икән? Фотоһүрәттәрен күргәнгә тиклем асыҡ ҡына бер нәмә лә күҙ алдына килтерә алманым. Ә әҙер изделиеларҙы фотонан күргәс, "Был ижад емештәрен боҙоуы йәлдер инде", - тип уйлап ҡуйҙым.
       Һәм, әлбиттә, күркәм гөлләмәләр әҙерләүсе менән осрашыу теләге тыуҙы. Был йәш кеше, шәхси эшҡыуар Эльвира Денисова булып сыҡты. Иҫ киткес матур, үҙенсәлекле сувенирҙар эшләү менән ул ике йылға яҡын шөғөлләнә икән, ләкин үҙ эшен яңыраҡ ҡына теркәгән. Заказдарҙы үтәргә һөйгәне (Андрей) һәм ҡустыһы ярҙам итә. Эльвира композициялар уйлап таба һәм уларҙы ғәмәлгә ашыра, ә егеттәр гөлләмәләр әҙерләүҙә ҡулланылған материалдарҙы, кәнфиттәрҙе һатып алыу һәм башҡа хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә.
       - Эльвира, бындай эксклюзив продукция әҙерләү идеяһы ҡасан тыуҙы?
       - Бер ваҡыт ошоға оҡшаш нәмәне мин Мәскәүҙә күрҙем һәм үҙем дә берәрҙе эшләп ҡарарға булдым. Тәүҙә ябай ғына композициялар килеп сыға ине, уларҙы ата-әсәйемә, дуҫтарыма бүләк иттем. Һуңыраҡ үҙемдең методикам, дизайнер алымдарым барлыҡҡа килде. Ваҡыт үкән һайын оҫталыҡ килде, гөлләмәләр әҙерләү тиҙлеге артты.
       - Бер гөлләмә йыйыу өсөн күпме ваҡыт китә инде?
       - Ике-өс сәғәттән алып, алты сәғәткә тиклем. Барыһы ла заказдың ҡатмарлығынан һәм күләменән тора. Был бик ваҡ эш, һәр элементтары ҡулдан йыйыла һәм беркетелә.
       - Бындай матурлыҡты тыуҙырыр өсөн, һис шикһеҙ, зауыҡ кәрәк. Һин биҙәү-ғәмәли сәнғәткә ҡайҙа уҡының?
       - Махсус рәүештә бер ҡайҙа ла уҡыманым, ләкин бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратам. Матур килеп сыға, тиҙәр. Мәктәптә ижади түңәрәктәргә ихлас йөрөнөм. Бер ваҡыт ҡулдан открыткалар эшләү менән мауыҡтым. Ҡулдан төрлө әйберҙәр яһау оҡшай. Бизнес менән дәрестән буш ваҡытта шөғөлләнәм, университеттың иҡтисад факультетында киске бүлектә белем алам. Әле бишенсе курстамын. Өҫтәмә аҡса студентҡа ҡамасауламай, - тип йылмая Эльвира.
       Кәнфиттәрҙән гөлләмәләр яһау - ҡатмарлы һәм ҙур сығымдар талап ителгән эш. Бының өсөн күп нәмә кәрәк: ҙур өҫтәл менән оҫтахана, эш барышында файҙаланыласаҡ материалдарға кәштәләр, әҙер изделиелар өсөн урын. Төрлө төҫтәрҙәге төргәкләү ҡағыҙы, креп, селтәрле туҡыма, селтәр таҫма, төҫлө таҫмалар, мәрйендәр, яһалма сәскәләр, башҡа төрлө биҙәү элементтары, мәҫәлән, бәләкәй ҡошсоҡтар, күбәләктәр һәм башҡалар - ғөмүмән, нимә бар - барыһы ла эшкә ҡушыла. Декорҙың нигеҙе итеп төрлө формалағы һәм ҙурлыҡтағы кәрзиндәр ҡулланыла. Әлегә гөлләмәләрҙе өйҙә әҙерләйҙәр, был эш тотош бер бүлмәне алған.
       - Төп заказсыларығыҙ кем һуң?
       - Күп осраҡта һөйгәндәренә ғәҙәти булмаған бүләк бирергә теләүсе 25-35 йәшлек ир-егеттәр. Һирәк-һаяҡ студенттар мөрәжәғәт итә. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә хеҙмәттәштәренә сувенирға заказ бирә. Яңыраҡ ҡына бер джентльмен малай бүләк иткән ҡатынына оло гөлләмә эшләргә заказ бирҙе. Ҡайһы берҙә туй, юбилейҙарға заказдар була. Шулай ҙа мөхәббәтте белдереү өсөн йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр. Һәм мин уларҙы бик яҡшы аңлайым: бүләктең мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ булыуын һәм һөйгәнеңә ҙур шатлыҡ килтереүен теләйһең бит.
       - Ҡайҙа, ниндәй кәнфит һатып алаһығыҙ?
       - "Рафаэлло", "Ферреро" кеүек премиум класындағыларҙы ғына ҡулланабыҙ. Мотлаҡ айырым ҡаптарҙа һәм яңыраҡ ҡына етештерелгән булһын. Супермаркеттарға йөрөйбөҙ. Бығаса тауарҙы күмәртәләп һатыу итеүсе базаларҙан ала инек, ләкин унда сифаты шикләндерҙе. Композицияға кәнфиттәрҙе, тәмлекәстәр иремәҫ өсөн, заказды тапшырыр алдынан, иң аҙаҡ өҫтәйбеҙ, был бигерәк тә йылы миҙгел өсөн актуаль.
       - Эштәрҙең иң күбе ҡасанға тура килә?
       - Байрамдар алдынан, әлбиттә. Яңы йыл, Ғашиҡтар көнө, 23 февраль, 8 Март - был арала ял итергә тура килмәй. Йәйгеһен, барыһы ла ял иткәндә, заказдар ҙа аҙ. Алдан әйтеүемсә, туйҙар, юбилейҙар, бала тыуыуы ғына йән өҫтәй.
       - Заказсылар һеҙҙең турала ҡайҙан белә?
       - Ә һеҙ ҡайҙан белдегеҙ? (көлә). Уйлауымса, иң һәйбәт реклама - "йүкә телефоны". Эшебеҙ оҡшаған клиенттар координаталарыбыҙҙы дуҫтарына, таныштарына әйтә. Артабан береһенән икенсеһенә тарала ла инде. Йәнә беҙҙең интернетта айырым битебеҙ ҙә бар. Унда төп композицияларыбыҙ күрһәтелгән.
       - Улар нисәү инде һеҙҙә?
       - Йөҙ даналыр, моғайын. Шулай ҙа бар гөлләмәләр ҙә төрлөсә килеп сыға, бер төрлө ике гөлләмәне күрмәҫһең. Шуның менән, моғайын, ҡәҙерлелер ҙә эшебеҙ. Эксклюзив әйберҙәр ҡиммәтерәк баһалана.
       - Эльвира, микропредприятие етәксеһе булараҡ, һинең пландарың ниндәй?
       - Беренсенән, Андрей менән бизнесты киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Ике-өс кешене эшкә аласаҡбыҙ, тейешле сифаттарға эйә булған теләк белдергән кешеләр ҙә бар. Икенсенән, кәнфиттәрҙән әҙерләнгән гөлләмәләр генә түгел, башҡа төрлө дизайнер эштәре, сувенирҙар, ҡулдан яһалған открыткалар һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк сауҙа нөктәһен асырға ине теләк.
       - Ярай, һеҙгә уңыштар теләйем! Етеп килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән! Һөйгән егетең был көндө һине ғәҙәти булмаған берәй нәмә менән ҡыуандырһын. Бәлки, һиңә арнап йыр яҙыр?
       - Һәйбәт идея, ул бит пианист. Шулай ҙа сюрприз булһын был.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал