6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Ҡала - хыял
12.02.10


       Өфө мэры Павел Качкаевты тыңлағандан һуң, ил, республика, ҡала иҡтисадына финанс көрсөгөнөң ныҡ ҡына ҡағылыуына ҡарамаҫтан, Өфөлә эштәрҙең әллә ни насар булмауына инанаһың.
       Журналистар менән осрашҡанда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы 2009 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең ҡалала сәнәғәт производствоһы индексы 2008 йылға ҡарата 97,6 процент тәшкил итеүен хәбәр итте. Эре һәм урта предприятиелар менән 233 миллиард һумға үҙе етештергән продукция тейәлгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Был күрһәткестәр буйынса Өфө Рәсәйҙәге миллионлы халҡы булған ҡалаларҙы уҙып киткән.
       Йыл һөҙөмтәләре буйынса реализацияның һәр төрлө каналы аша ваҡлап һатыуҙа тауар әйләнеше 280 миллиард һумға еткән, был, тауарға хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алып, сағыштырмаса тиң хаҡтарҙа уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,2 процентҡа кәмерәк. Әгәр әлеге ваҡытта билдәләнгән хаҡтарҙа ҡараһаң, тауар әйләнеше 2008 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса Өфө миллион кеше йәшәгән ҡалалар араһында икенсе урын биләй.
       Түләүле хеҙмәт күләме лә артҡан һәм 86,6 миллиард һум тәшкил иткән (2008 йыл менән сағыштырғанда 100,2 процент).
       Уртаса эш хаҡы ла 5,1 процентҡа артҡан. Йыл һөҙөмтәләре буйынса ул 19878 һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса миллионлы ҡалалар араһында Өфө, халҡы уртаса 21 мең эш хаҡы алған Екатеринбургты һәм 20 мең эш хаҡы алған Новосибирскты үткәреп, өсөнсө урында тора. Ағымдағы йылға бюджет, Качкаев әйтеүенсә, ҡабул ителгән. Ҡала килеме уҙған йыл кимәлендә ҡалдырылған, һәм 8,024 миллиард һум тәшкил итә. Республика бюджетынан субвенциялар һәм субсидияларҙы иҫәпкә алып, ҡала бюджетының килем өлөшө 10,2 миллиард һум кимәлендә буласаҡ. Сығымдар өлөшө 10,5 миллиард тәшкил итә. 300 миллион һум күләмендәге дефицит йәлеп ителгән сығанаҡтар иҫәбенән ҡапланасаҡ.
       Социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауҙары буйынса продукция етештереү һәм һатыуға сығарыу күләме үҫеше планлаштырыла. Тауар әйләнеше уҙған йыл кимәлендә ҡалырға тейеш. Шулай уҡ түләүле хеҙмәт күләменең 1,8 - 2 процентҡа үҫеүе лә күҙаллана.
       Уҙған йылда төп капиталға инвестициялар 92,5 миллиард һум кимәлендә һаҡланған. Быйылғы йылда ла был кимәл үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Был күрһәткес буйынса миллионлы ҡалалар араһында Өфө өсөнсө - дүртенсе урында тора.
       Качкаев әйтеүенсә, инвестицияларҙың 22-25 проценты торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә йүнәлтеләсәк. Ә ҡап яртыһы сәнәғәткә китәсәк.
       Төҙөлөш өлкәһендә хәлдәр яҡшыра башларға тейеш. Уҙған йылда 564 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был һан бик ҙур күләмдә торлаҡ сафҡа индерелгән 2008 йылға ҡарата 70 процент тәшкил итә. Хәҙер Өфө торлаҡ төҙөлөшө буйынса миллионлы ҡалалар араһында бишенсе урында бара. Быйылғы йылда торлаҡ төҙөлөшө үҫешенең ете - туғыҙ процент кимәленә етеүе планлаштырыла. Йәнә апрель - май айҙарында ипотека кредитлауы баҙарында йәнләнеү көтөлә.
       Павел Качкаев төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙан фатир алыу өсөн килешеү төҙөп, алданған граждандар мәсьәләһенең нисек хәл ителеүенә лә туҡталды:
       - Барығыҙға ла билдәле булыуынса, Өфөлә торлаҡты сафҡа индереүҙе һуҙған ун төҙөлөш объекты бар. Декабрҙә республика Хөкүмәте был мәсьәлә менән шөғөлләнәсәк комиссия булдырҙы. Һәр төҙөлөш объекты махсус контролгә алынған.
       Өфө хакимиәте торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә социаль фатирҙар биреүҙе дауам итә. Быйылғы йылда, мәҫәлән, 370 фатир бүленгән, тағы ла 100 фатир 2005 йылдың 1 мартына тиклем сиратҡа баҫҡан һәм торлаҡты бушлай алыуға хоҡуғы булғандарға биреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Өфөлә берҙәм сират булдырылды, бөгөн унда 8300 кеше тора.
       Ҡала бюджетының килем өлөшө кәмеүе арҡаһында капиталь төҙөлөштә объекттар иҫәбен сикләүгә баҫым яһаласаҡ. Президент һәм республика Хөкүмәте ярҙамында Сипайлово биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөләсәк. Өс балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланасаҡ, элек профилен үҙгәрткән баҡсалар ҡала мәғариф системаһына кире ҡайтарыласаҡ.
       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Өфөлә мәктәп һәм дауаханалар реконструкцияһы буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. 21-се дауахананың операция залы реконструкцияланды, 5-се балалар поликлиникаһы сафҡа индерелде, 110-сы мәктәп һәм Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһы биналары реконструкцияланды.
       Ағымдағы йылда ҡала етәкселеге һаулыҡ һаҡлау объекттарын реконструкциялау һәм төҙөү мәсьәләләрендә БР Хөкүмәте ярҙамына өмөтләнә. Быйыл 17-се балалар клиник дауаханаһының биш ҡатлы корпусын төҙөлөү тамамланырға тейеш. Шулай уҡ 8-се дауахана поликлиникаһына, 13-сө дауахананың ЛОР бүлегенә ремонт үткәрергә, 21-се дауаханалағы ремонтты дауам итергә кәрәк буласаҡ. Дим биҫтәһендәге элекке тимер юл дауаханаһының бала табыу бүлегенә һәм йәнә бер нисә дауаханаға ремонт башланырға тейеш. Шулай уҡ БР Хөкүмәте менән Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Был объектҡа урыны ла билдәләнгән. 22-се дауахана биләмәһендә яңы госпиталь төҙөлөшөнә майҙан әҙерләнгән.
       Ҡала йәмәғәт транспортына килгәндә иһә, былтыр "Башавтотранс" 180 яңы автобус һатып алған. Быйылғы йылда йәнә 50 автобус һатып алыу ҡаралған.
       Быйыл бер нисә инвестицион проекты төҙөлөшө тамамланырға тейеш. Республика көнөнә ҡарата Өфөлә ИКЕА компанияһының МЕГА магазины асыласаҡ. Уның эргәһендә супермаркет төҙөлөшө лә алып барыла, ул Ҡала көнөндә сафҡа индереләсәк. Йыл аҙағына "Өфөводоканал"дың таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау ҙа тамамланырға тейеш.
       Матбуғат конференцияһында ҡомарлы уйын бизнесы мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. "Уйын бизнесын көйләү тураһындағы" федераль закон уҙған йылдың 1 июлендә көсөнә инде. Был законға ярашлы, уйын бизнесы махсус бүленгән дүрт зонанан тыш, бар Рәсәй биләмәһендә лә тыйылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, законһыҙ ҡомарлы уйын үҙәктәре һаман да эшләүен дауам итә. Уларҙың эшмәкәрлеген әлегә тиклем туҡтатып булмаған.
       - Әләгә мәлдә Өфөлә легаль булмаған 50 уйын үҙәге эшләп килә, - тине мэр. - БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге уҙған йылдың декабрендә бындай үҙәктәрҙе тикшереүгә лицензия алды. Ошо арала был мәсьәләгә ҡағылышлы координацион совет үткәрергә ниәтләйбеҙ. Көрәшәсәкбеҙ.
       Павел Качкаев Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата Өфөлә үтәсәк байрам саралары тураһында ла һөйләп үтте:
       - Еңеү көнөн беҙ лайыҡлы ҡаршылаясаҡбыҙ! Өфөлә хәрби парад үтәсәк. Ленин исемендәге майҙанда театрлаштырылған тамаша ойошторола, унда бөтә республиканан ветерандар саҡырыла. Һуғышта ҡатнашыусы һәр ҡарт һалдат ҡала хакимиәте исеменән ҡиммәтле бүләк аласаҡ. Ветерандарға йәнә Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары ла тапшырыласаҡ.
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал