6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпиада

Васильев Ванкуверҙан тороп ҡалды
08.02.10


       Норвегияның Лиллехаммерынан бик насар хәбәр алдыҡ. Өфө һәм Башҡортостан вәкиле, Рәсәй йыйылма командаһының лидеры, осоусы саңғысы Дмитрий Васильев етди йәрәхәт алып, дүрт йыллыҡ уйындарынан тороп ҡала, йәл, уның миҙал алырға мөмкинлеге ҙур ине...
       - Ғинуар башында Тауплитцта (Австрия) Донъя кубогының туғыҙынсы этабында лидерыбыҙ Дима Васильев ҡолап, тубыҡ тарамышын йәрәхәтләне, - тип "Бар спорт" агентлығына был ваҡиғаларға комментарий бирә Рәсәйҙең трамплиндан саңғыла һикереү һәм ҡышҡы икеалыш буйынса федерация президенты Владимир Славский. - Уны шунда уҡ немец табиптары тикшерҙе, ләкин хәүфләнерлек бер нәмә лә тапманы, көсөргәнешле әҙерлек күнекмәләренән тыйылып торорға һәм физиотерапия тәҡдим итте.
       Үткән кесаҙнала Лиллехаммерҙа олимпиадаға әҙерлектең һуңғы көнө ине. Һәм икенсе ырғыуҙа уҡ уның шул уҡ тубығы сыҡты. Тәүҙә улай ҡурҡыныс түгелдер, тип уйланыҡ, хатта Дима менән Ванкуверға башҡа спортсылар менән бергә осорһоң, артабан күҙ күрер, тип һөйләшеп тә өлгөрҙөк.
       Әммә табиптар диагнозы ҡәтғи ине: тарамыштар өҙөлгән. Был операция яһау кәрәклеген аңлата. һәм тиҙ арала ул яһаласаҡ, әлбиттә. Спортсыбыҙ йәл, егеттәр һәм тренерҙар йәл - әйтеп тораһы түгел. Әммә тормош шулай, Васильев трамплиндан 14 йәшендә һикерә башлаған, һуңғы 13 миҙгелдә Рәсәй йыйылма командаһында иҫәпләнде. Ҡасандыр организм түҙмәҫ, бирешер ине. Бының тап дүрт йыллыҡ уйындары алдынан булыуы йәл...
       Бындай осраҡта операцияның уңышлы үтеренә һәм Васильевтың ҙур спортҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтырына өмөтләнергә генә ҡала. Һис шикһеҙ, Дмитрийға ауыр. Дүрт йыл көтөү, ярыш, әҙерлек, осоусы саңғысылар өсөн ҡаты диета - һәм шундай насар нәтижә. Ванкуверҙан тороп ҡал, имеш.
       Әле Башҡортостандан уйындарға барасаҡ атлеттар һаны унауға тиклем кәмене. Миҙалға дәғүә итеүселәр - биатлонсы Максим Чудов һәм "Салауат Юлаев"тың дүрт хоккейсыһы - Дмитрий Калинин, Виктор Козлов, Сергей Зиновьев һәм Александр Радулов.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал