6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йогомания
01.02.10


       - Мине йогаға саҡырҙылар, барырға уйлайым, үҙемде ҡарарға ваҡыт, - тине телефон аша әхирәтем.
       Ярты сәғәттән һуң "аська" аша икенсе әхирәтемдән бер ай йогаға йөрөүе хаҡында хәбәр алам. Осрашып күрешеү ниәтендә класташ ҡыҙыма шылтыратһам, уның да йога менән бишенсе йыл шөғөлләнеүе асыҡлана. Артынса социаль селтәрҙән йога үҙәге асҡан танышымдан саҡырыу килде...
       Нимә булды әле был? Барыһы ла йогаға иҫе киткән. Уның шул тиклем нимәһе бар икән? Һәм был күмәкләп мауығыуҙы нисек аңларға?
       - Кеше төрлө сәбәп арҡаһында йога менән шөғөлләнә башлай, - тип аңлата йога буйынса инструктор Николай "БАШвест"ҡа. - Кемдер һаулығын нығытырға теләй. Һәр кешенең сәләмәт һәм бәхетле булғыһы килә бит. Икенселәр йога ярҙамында көндәр дауамында йыйылып барған һәм йәшәргә ҡамасаулаған стрестан арына. Уҡытыусыбыҙ Сурикан Джи әйтә: "Кейемегеҙ бысранһа, һеҙ бит уны йыуаһығыҙ, өйөгөҙ туҙанланғанда ла шундай уҡ эштәр башҡараһығыҙ. Ә ниңә аң бысранғанда бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ? Күңелегеҙҙә үпкә, ғәйеп тойғоһон, асыу, ярһыу кеүек негатив хистәрҙе һаҡлайһығыҙ, һәм быны ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул итәһегеҙ. Үҙегеҙ теләмәһәгеҙ, быларҙан кем арындырыр? Бындай сүп-сар менән йәшәүе еңел түгел, ә таҙарыныу юлын күптәр белмәй. Ә йога ошо негативтан арынырға булышлыҡ итә.
       - Һуңғы бер-ике йылда йоганың киң билдәлелек яулауын нисек аңлатырһың?
       - Тәүсиратта иҡтисади көрсөк менән аңлатырға булалыр. Күп кеше хәҙерге тормошонан риза түгел. Улар килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләй һәм быны йогала таба.
       - Аңлайышлы телдә әйткәндә, нимә ул йога?
       - Йога - ул көн һайын аңһыҙ башҡарылған күнекмәләр түгел. Был кешенең физик һәм рухи үҫеш процесы. Йога шәхси һәм рухи үҫешкә туранан-тура бәйле. Төрлө практиктарҙы үтәү арҡаһында кеше үҙен-үҙе камиллаштыра.
       - Ниндәй практиктар тураһында һүҙ бара?
       - Йога менән бар тормошоң практикаға әйләнә. Йога менән шөғөлләнә башлаған кеше әкренләп төрлө кимәлдәге күнекмәләр башҡара - тәүҙә асан, пранаяма, һуңыраҡ медитация, организмды ял иттереү. Тап ошолар практиктар тип атала ла инде. Файҙаһын аңлаған кеше күнекмәләрҙең организмға нисек тәьҫир итеүен белеп, даими шөғөлләнә башлай. Сәләмәт тормош алып барырға тырыша, һиҙемләүҙәренә, уйҙарына, хис-тойғоһона һәм эске күңел торошона иғтибар итә башлай. Һәм әкренләп бындай аңлы эш итеү көндәлек тормошҡа ла үтеп инә. Әгәр күп кеше механик рәүештә теш таҙарта, ашай, эшкә йөрөй икән, йогтар барыһын да аңлы башҡара. Был тыныс булырға ла ярҙам итә. Ниндәйҙер борсолоуҙар, насар хәлдәр тыуғанда ла, йога менән шөғөлләнгән кеше үҙен ҡулға ала һәм кире хистәрҙән еңел генә арына.
       - Ниңә йога менән шөғөлләнергә булдың?
       - Мин был аҙымға оҙаҡ килдем. Тап ошо көндән йога менән шөғөлләнә башлайым, тигән ҡәтғи уй булманы. Тәүҙә медитациялар менән ҡыҙыҡһындым, китаптар уҡый башланым. Ә һуңынан практикаһыҙ барыһына ла төшөнөүе ҡыйын булғанын аңлағас, ярҙам итерҙәй кешеләрҙе эҙләнем. Һәм осраҡлы ғына психология һәм йога үҙәгенә эләктем. Уларҙа шөғөлләнә башланым, миңә барыһы ла оҡшаны. Һуңыраҡ үҙемә йога буйынса инструктор булырға тәҡдим иттеләр. Шунан бирле эшләйем дә, камиллашам да.
       - Шулай ҙа аңлашылып бөтмәй, ниңә тап йога, ә каратэ йәки ушу түгел?
       - Осраҡлы килеп эләккән Константин Рудневтың "Иҫәр юлы" исемле китабының тәьҫире ҙур булды миңә. Унда йога, медитациялар тураһында күп нәмә яҙылған. Был китап тормош юлыма йүнәлеш бирҙе.
       - Йога менән шөғөлләнеүегеҙгә нисә йыл?
       - 2001 йылда башлағайным. Туғыҙ йыл була.
       - Йоганың нисә төрө бар?
       - Беҙҙең мастер йоганы бүлеп ҡарап булмай, ул берәү, ти. Тик был донъяла мастерҙар күп, һәм улар йоганың теге йәки был техникаһына өҫтөнлөк бирә, уҡыусыларын да шуға өйрәтә. Шулай ҙа, кеше тибына ҡарап, йоганың төп өс техникаһын айырып ҡарарға мөмкин. Әгәр кеше хәрәкәтсән икән, бер урында ултырып сыҙамаһа, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ынтылһа, уға карма-йога тап килә. Был хәрәкәттәр йогаһы. Төрлө физик күнекмәләр эшләү арҡаһында кешегә энергия килә. Эмоциональ кешегә мантра (йыр) һәм баджананы (мантра йырлау техникаһы) үҙ эсенә алған бхакти-йога кәрәк. Интеллектҡа ориентирланған кешеләр ҙә бар. Уларға джняна-йога - аҡыл йогаһы булдырылған, был техника сатсанг (әңгәмәләр), аҡыллы фекерҙәр тупланған китаптарҙы өйрәнеү һәм ишеткән, уҡығандарҙы анализлауға ҡайтып ҡала. Әммә бар йогтар ҙа нәтижәлә бер үк һөҙөмтәгә ирешә.
       - Ә һиңә йоганың ҡайһы техникаһы яҡыныраҡ?
       - Джняна-йога яҡыныраҡ кеүек. Миңә барыһын да анализлап, һәр нәмәнең айышына төшөнөү мөһим. Шуға күрә күп уҡыйым, үҙем дә статьялар яҙа башланым. Әммә йога теүәл, бөтөн нәмә. Шуға ла уйланыуҙарҙан тыш, эмоциональ кимәлдә рухи яҡтан таҙарынырға һәм күнекмәләр ярҙамында физик яҡтан организмды нығытырға ла кәрәк.
       - Йога ярҙамында ябығырға мөмкинме?
       - Әгәр йога менән дөрөҫ шөғөлләнһәң, тәжрибәле кеше етәкселегендә, теләгән һөҙөмтәгә ирешергә була. Әгәр ябығырға теләйһегеҙ икән, ауырлыҡты ташлаясаҡһығыҙ, әгәр һеҙгә, киреһенсә, бер аҙ таҙарырға кәрәк икән, ауырлыҡ арттырасаҡһығыҙ. Сөнки йоганың физик һәм тын алыуға бәйле күнекмәләренең барыһы ла төрлө стресс, дөрөҫ туҡланмау һәм башҡалар арҡаһында дисбаланста булған эндокрин системаһын яйға һалыуға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә организм элекке хәленә ҡайта.
       - Һуңғы арала ҡалабыҙҙа даими рәүештә йога үҙәктәре асыла. Шикләнәм, уларҙың барыһы ла сифатлы хеҙмәт күрһәтә микән?
       - Йога күнекмәләрен ҡулланған төрлө фитнес төрө бар. Инструкторҙар уларҙың барыһын да юғары темпта ҡабатлата ла, шуны йога тип атай. Ә йога ул кешене һәр нәмә менән аңлы шөғөлләнергә һәм тәнде ял иттерергә өйрәтә. Күнекмәләрҙе механик рәүештә башҡарған кеше теләгән һөҙөмтәһенә ирешә алмай. Ул ябығасаҡ, әлбиттә, әммә йога өйрәткәндәгесә - үҙ организмына үҙе хужа булырға, уны тыңларға, сигналдарын ҡабул итергә, һәм ахырҙа һәр төрлө ситуацияларҙа үҙен ҡулға алырға өйрәнә алмаясаҡ. Йогала һәр күнекмә аңлы рәүештә, һәр нәмәгә иғтибар итеп, дөрөҫ тын алыу менән бергә башҡарыла.
       - Йога менән һәр төрлө йәштәге кеше шөғөлләнә аламы, әллә йәш сикләүҙәре бармы?
       - Сикләүҙәр юҡ. Шөғөлләнеүселәр араһында төрлө йәштә һәм төрлө социаль төркөмдәге кешеләр бар. Беҙҙең үҙәктә, мәҫәлән, пенсионерҙар төркөмө лә эшләп килә. Шулай ҙа күпселеге йәштәр. Күбеһенсә улар ябығыр өсөн, донъя мәшәҡәттәренән ҡотолоп, организмды ял иттерер өсөн килә. Тәрән мәғәнә эҙләүселәр ҙә осрай. Мин, мәҫәлән, тормош мәғәнәһен һәм үҙҙәренең был донъяға ниндәй маҡсатта килеүен билдәләргә теләгән йәштәрҙе лә осраттым. Һәм йогала улар бар һорауҙарына ла яуап таба.
       - Балалар өсөн йога бармы?
       - Әлбиттә. Балалар өсөн күнекмәләр уйын формаһында һәм сәғәт ярым - ике сәғәт урынына 45 минут дауамында алып барыла.
       - Ә ауырлы ҡатындар өсөн йога тураһында нимә әйтер инең?
       - Гөманлы ҡатындарға күнекмәләрҙең махсус комплекстары әҙерләнгән. Улар кәрәкле мускулдарын нығыта ала, тәнен яҙып, ял итергә өйрәнә, бала табыуға әҙерләнә, үҙенең сәләмәтлеге менән бергә бала һаулығын да нығыта.
       - Йога менән аҙнаһына нисә тапҡыр шөғөлләнергә кәрәк?
       - Әгәр етди шөғөлләнә икән, кеше йогаға көн дә ваҡытын бүлә. Кем ял итергә, стрестан арынырға һәм ябығырға теләй, йогаға аҙнаһына ике-өс йөрөргә мөмкин. Әммә дәрестәрҙә күрһәтелгән күнекмәләрҙе көн һайын ҡабатларға тырышыу мөһим. Ул ваҡытта һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ.
       Фото sibmedport.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал