6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Президент шыршыһы бүләге
23.12.09


       Конгресс-холда иң мөһим балалар байрамы - Президент шыршыһы үтте. Беренселәрҙән булып ҡупшы урман һылыуы эргәһендәге әкиәт байрамына, ғәҙәттәгесә, республиканың район һәм ҡала мәктәптәренән уҡыу алдынғылары, үҙешмәкәрлек фестивалдәре, предмет олимпиадалары һәм спорт бәйгеләре еңеүселәре саҡырылды. Былтырғы кеүек быйыл да Президент шыршыһында 680 бала ҡатнашты. Ә шаршамбы һәм кесе йома көндәрендә балаларҙың баш ҡала һәм социаль шыршыға йыйылыуҙары көтөлә. Һуңынан "Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан йәки 32 декабрь" мюзиклын кассала билет һатып алғандар ҙа баһалай аласаҡ.
       Президент шыршыһына килеү бәхетен балалар үҙ хеҙмәте менән - тырыш уҡыуы, предмет олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында еңеүе менән яулаған. Был сараға саҡырылыуҙы улар оло баһаға һанай, сөнки, асыҡланыуынса, бик күптәр дәғүә итһә лә, һәр мәктәптән берәр уҡыусыға ғына президент шыршыһына килеү бәхете тейгән. Уртаса, республиканың район һәм ҡалалары делегацияһында балалар һаны ундан артманы. Күптәре ата-әсәләр, педагогтар оҙатыуында килгән, һуңғылары карнавал костюмдарына бәләкәйерәктәрҙе кейендерешеп кенә ҡалманы, үҙҙәре лә шыршы тирәләй бейергә төштө. Бишенсе класс уҡыусыһы Диана Аҡбутина менән етенсе кластан Регина Ураҡаева Яңы йыл иртәлегенә Ейәнсура районынан килгән. Икеһе лә бишлегә генә уҡый, предмет олимпиадаларында ла әүҙем ҡатнаша. Президент шыршыһында ла, ҡатнашыусыларҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, юғалып ҡалманы улар, тиҙ арала холда барған дөйөм уйын-көлкөгә ҡушылды. - Бик күңелле, - ти ҡыҙҙар бер тауыштан. - Бинаһы ла бик ҙур , күркәм, шыршы матур, Президентыбыҙға ҙур рәхмәт!
       Матур оҙон күлдәктәрҙә, ихлас йылмайып, ҡыҙҙар конкурстарҙың тағы ла күберәк булыуын теләне лә, киләһе уйынға йүгерҙе.
       Башланғыс һәм урта класс уҡыусылары шыршы тирәләй йырлап, бейеп күңел асһа, юғары кластар кескәйҙәрҙең шатланыуын бер аҙ ситтән күҙәтте. Шулай ҙа күңелһеҙләнмәне, ваҡытын танышыу һәм аралашыуға йүнәлтте. Өфөнөң 27-се мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Никита Дмитриев менән 96-сы мәктәптән унынсы класс уҡыусыһы Наил Шаһивәлиев спорт арҡаһында уртаҡ тел тапты, Никита оҙаҡ ваҡыт - дзюдо менән, ә Наил баскетбол менән шөғөлләнә икән. Шуға ла егеттәр бер-береһенең уңыштары менән теләп ҡыҙыҡһынды.
       - Урамда һалҡын, ә бында яҡты байрам - Президент шыршыһы, дөрөҫөн әйткәндә, бындай сарала икенсегә ҡатнашам, - тип серен сисә Наил.
       Байрамда тағы нимәләр күрергә теләр инегеҙ, тип һорайым малайҙарҙан. Президентты, тинеләр бер тауыштан. Бөгөн булмаһа ла, был осрашыу ҙа алыҫ түгелдер, тип ышанам, сөнки егеттәр уҡыуҙа артабан да һынатырға йыйынмай. Тырыш хеҙмәт менән күпкә өлгәшеп була бит. Ә әлегәсә ирешелгәндәргә Президенттан 2010 йыл билгеһе - йомшаҡ уйынсыҡ юлбарыҫ һәм тәмлекәстәр йыйылмаһы.
       Яңы йыл шыршыһы тирәләй барған байрам тамаша залында "Бер ваҡыт Яңы йыл төнөндә йәки 32 декабрь" мюзиклының премьераһы менән дауам итте. Спектаклдә ролдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары башҡарҙы. Әкиәт илендә вокалсылар, музыканттар һәм йәш бейеүселәргә лә урын бирелде.
       Яңы йыл тамашаһының үҙенсәлеге ниҙә һуң? Иң элек, балалар спектакленең ике авторҙан булыуынандыр: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов менән Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры Илшат Фәхретдиновтың уртаҡ ижад емеше был. Әгәр Илмар Әлмөхәмәтов өсөн был унынсы, юбилей спектакле булһа, Санкт-Петербург дәүләт театр академияһының бишенсе курс студенты Илшат Фәхретдиновтың дебюты ғына.
       Илмар Әлмөхәмәтов "БАШвест"ҡа һөйләүенсә, ижади тандем еңел тыуған. Яуаплылыҡты тигеҙ бүлеп, тәжрибәле режиссерға - тамашаның беренсе бүлеге, яңы эшкә тотоноусыға икенсеһе бирелгән. Шулай ҙа авторҙар фрагменттарҙы уңышлы берләштерә алған. Әгәр сюжет классик традицияға ҡоролһа - ваҡиғалар һәүетемсә үҫешә, төйөнләнеш менән сиселеше динамикала. - Спектаклдә, иң элек, балаларға аңлайышлы интрига булырға тейеш. Нимә хаҡында һүҙ бара, геройҙар ни эшләйәсәк - былар барыһы ла баланың донъяны ҡабул итә белеүенә, фекер ҡеүәһенә бәйле уйланырға тейеш, - ти Илшат Фәхретдинов, - Сюжет - аныҡ ҡоролошло, уҫал заттарҙың яҡшыға үҙгәреп, финалдың матур бөтөүе кәрәк, Ниндәй байрам уйын-көлкөһөҙ, йыр-бейеүһеҙ була, ти ул, мюзикл да был йәһәттән ғәйәт бай.
       Режиссерҙар әйтеүенсә, Ҡыш, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, төрлө йәнлектәр кеүек ғәҙәти Яңы йыл геройҙары менән бергә был юлы балалар сит планетанан килгән йән эйәләре менән дә танышасаҡ. Грагтар - тап ошолай аталған Илшат Фәхретдиновтың яңы персонаждары ҡара көстәр вәкиле булараҡ сығыш яһай. Етәкселәре Гугл Яңы йыл төнө йәшерелгән ҡумтаны урлар өсөн ҡул аҫтындағыларын Ергә ебәрә. Ҡыйыу астронавт табышты кире ҡайтарырға йыйына. Был изге эшкә залда ултырыусы малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа ҡушыла.
        Андрей Старостин фотоһы.

Олеся Серегина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал