6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Улар бындай хәстәрлеккә лайыҡ
19.11.09


       Быйыл Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына күптән көтөлгән фатир асҡыстары тапшырҙылар. Күптәр шатлыҡлы күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Ошондай ҙур шатлыҡ бүләк иткән кешеләргә һәм ҡала хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтөрөрлөк түгел кеүек ине.
       - Уңайлы үҙ фатирым булырына әле булһа ышанып бөтә алмайым, - ти Өфөнөң Дим районында шәхси йортта йәшәүсе 87 йәшлек Ираида Тимофеевна Петрова.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙың барыһына ла фатир эләкмәне. Ләкин киләһе йылда, Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк. Илебеҙ етәкселеге тап ошондай күрһәтмә бирҙе бит.
       Беренсе тапҡыр был турала 2010, 2011, 2012 йылдарға бюджет һалыу мәсьәләһен тикшергәндә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин һүҙ башлай. Ул ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн средстволар табыласаҡ, тип вәғәҙә итә. Ә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә уның һүҙҙәрен раҫлап ҡуя:
       - Беҙ хәл итергә тейеш төп мәсьәлә - ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү. Быйылғы йылдың федераль бюджетына был маҡсатҡа 46 миллиард һум һалынған, был күләмгә 34 мең ветерандың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкин буласаҡ. Мин бөтә ветерандарҙы ла торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн средство лар табыуға өҫтәмә күрһәтмә бирҙем.
       Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары ла был мәсьәләне хәл итеүгә әүҙем тотондо.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе менән таныштырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Республика етәкселәре ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгеллеген даими билдәләй һәм ошо маҡсатта аныҡ саралар күреүҙе талап итә. Фидус Ямалтдинов белдереүенсә, республикала һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителеп киленә. 2005 йылдың 1 мартына тиклем йәшәгән урындарында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ 667 ветеран сиратта торған һәм 145-енең генә торлаҡҡа бәйле мәсьәләһен хәл итәһе ҡалған. Уларҙың үтенестәре 2010 йылдың 1 майына тиклем ҡәнәғәтләндереләсәк.
       - Элегерәк ветерандарға субсидия 18 квадрат метр иҫәбен ән сығарылған, - тине Фидус Ямалтдинов. - Хәҙер тәғәйенләнгән майҙан 36 квадрат метр тәшкил итә һәм уның бер квадрат метрының хаҡы 27 мең 800 һум. Дәүләт субсидияһы ошо сумманан сығып иҫәпләнгән.
       - Бынан тыш, - тип дауам итә Премьер-министр урынбаҫары.
       - Ветеран үҙенә ҡулай торлаҡ тапҡас һәм уны үҙ милке итеп теркәгәс кенә аҡса күсереләсәк. Аҡсаның маҡсатлы тотонолоу- тотонолмауын урындағы органдар контролләй.
       - Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә проблемалар бармы?
       - Һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүҙә проблема лар тыумай, төбәктәге төҙөлөш эштәре яҡшы бара. Мәҫәлән, быйыл ғына Өфө ҡалаһында Еңеү көнө алдынан 64 ветеран дәүләт ярҙамында фатирлы булды.
       - Ә ветерандар үҙҙәре йәшәгән райондан фатир алырға тырышамы әллә шәхси йорттар яҡлымы?
       - Варианттар төрлө була, шулай ҙа уларҙың күпселеге бөтә уңайлыҡтары ла булған фатирҙарҙа йәшәргә теләй.
       - Киләһе йылда мохтаж булараҡ сиратта 2005 йылдың 1 мартына һуң ҡуйылған ветерандарҙы ла торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тора.
       - Әле республикала уларҙың һаны - 330. Ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса тейешле саралар ҡабул ителгән, хәҙер ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын билдәләйһе генә ҡалған. Ғөмүмән, уларға 2010 йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Сиратҡа ҡуйыу урындарҙа хәл ителә. Шулай уҡ тыл хеҙмәткәрҙәренең һәм вафат булған һуғыш ветерандары ғаиләләренең дә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу бурысы тора.
       - Беҙҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙың һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең исемлеге бар,- тип һөйләй Орджоникидзе районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Илгизәр Хәйеров. - Хакимиәт менә бәйләнеш тотабыҙ, кәңәшләшәбеҙ, ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
       Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткән йылда беҙҙең ветерандарыбыҙ социаль проблемаларын хәл итер, тип өмөтләнәйек. Улар бындай хәстәрлеккә лайыҡ!
       Андрей Старостин фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал