6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Еңеү барыбыҙ өсөн дө берәү
11.11.09


       Мәктәптә тарих дәрестәрендә беҙ Икенсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары ваҡиғаларын өйрәнмәнек. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда уҡытыусыбыҙ был темаларға ҡағылмай, уның фекеренсә, мөһимерәк булған мәсьәләләргә күберәк иғтибар бирҙе. Ә 11 синыфта беҙ мөккибән китеп сығарылыш имтихандарына март айынануҡ әҙерләнә башланыҡ һәм тарих дәрестәрен бөтөнләй тигәндәй оноттоҡ. Университеттың беренсе курсында Ватан тарихын үтәентекле өйрәндек - шулай итеп, егерменсе быуат тарихына барып етә алманыҡ. Һөҙөмтәлә, 1939 - 1945 йылдар ваҡиғаларын миңә үҙаллы өйрәнергә тура килде. Миңә был юғары уҡыу йортонаинеү өсөн дә, үҙем өсөн дә бик кәрәк ине. Ә бына минең класташтарыма һуғыш йылдары тураһында белеү кәрәк булдымы икән? Әллә улар дәһшәтле йылдар тураһында тик китаптар һәм нәфис фильмдар аша ғына фекер туплағандармы?
       Башҡортостан белем биреү институты ректоры Рөстәм Ишмөхәмәтов иҫәпләүенсә, Бөйөк ватан һуғышында еңеү - бөйөк тарихи ваҡиға, әммә ҡайһы бер кешеләр өсөн ул бигерәк алыҫ һәм онотолған дата. Бының менән нығынып өлгөрмәгән йәштәрҙең баштарын әйләндереүселәр файҙалана ла инде. Тарихи факттарҙы теләгәнсә әйләндереп, йәштәр аңына һуғыш тураһында үҙҙәренең төптө дөрөҫ булмаған фекерен һеңдерә бара, шулар арҡаһында скинхедтар барлыҡҡа килә лә инде.
       - Бөйөк ватан һуғышы йылдарын ентекле, һәр бер деталенә тиклем өйрәнеү генә ялғансы һәм тарих фальсификаторҙарына юл ҡуймаясаҡ,- ти Республика ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриелов. - Бөгөнгө көндә айырыуса тарихты өйрәнеү талап ителә. Сөнки илебеҙ халҡы өсөн үтә мөһим дата - Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Бөйөк Еңеү яулауының 65 йыллығы яҡынлашып килә. Был датаны беҙ 2010 йылдың 9 майында билдәләйәсәкбеҙ.
       Тарих фәндәре докторы, Башҡортостан белем биреү институт ының социаль-гуманитар фәндәре кафедраһы мөдире Михаил Бикмеев фекеренсә, йәштәрҙең тарих биттәрен белмәүен төҙәтеп була. Бының өсөн тарих уҡытыусылары, синыф етәкселәре һәм белем биреү учреждениелары директорҙарының эште грамоталы һәм бөтә яҡлап алып барыуы кәрәк. Шул осраҡта ғына йәштәр һуғыш йылдары ваҡиғалары тураһында дөрөҫ тарихи мәғлүмәтле буласаҡтар.
       Михаил Әхмәт улы Бөйөк Ватан һуғышы тарихын Икенсе донъя һуғышының дауамы итеп ҡарап, биш осорға бүлеп өйрәнергә тәҡдим итә. Тәүҙә 1939 йылдың 1 сентябренән башлап 1941 йылдың июненә тиклем Советтар Союзының һуғышты булдырмау өсөн дипломатик, иҡтисади һәм сәйәси тырышлыҡтарын анализлау талап ителә. Икенсенән, Советтар Союзының Икенсе донъя һуғышында еңеү яулауға индергән өлөшөнә туҡталыу дөрөҫ булыр, тип иҫәпләй Михаил Әхмәт улы. Уҡытыусыларға һуғыштың өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе этаптарын тулыһынса асып бирергә кәрәк. СССР һәм Германия араһындағы һуғыштың ике яҡ өсөн дә төрлө булыуын еткерергә зарур. Әгәр СССР өсөн был һуғыш бөйөк, ватан, азатлыҡ килтергән, ғәҙел, дауамлы, ҡан ҡойғос булһа, Германия өсөн ул ,киреһенсә, башҡа илдәргә ҡарата ғәҙел булмаған, яулап алыу һуғышы икәнлегенаңлатыу талап ителә. Мәктәп уҡыусылары беҙҙең илгә ҡаршы Япония, Италия, Венгрия, Румыния, Финляндия һәм Болгария булғанын, ә союзниктарыбыҙҙың АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Монголия икәнлеген яҡшы белергә тейеш.
       Тарих фәндәре докторы, Башҡортостан белем биреү институт ының социаль-гуманитар фәндәре кафедраһы мөдире Михаил Бикмеев фекеренсә, тарихи факттарҙы аңлатыу бик тә дөрөҫ була.
       - Икенсе донъя һуғышында Германия 13 миллион 600 мең кешеһен юғалта, уларҙың 10 миллионы көнсығыш фронтта һәләк була. Советтар Союзы дөйөм алғанда 26 миллион 600 мең кешеһен юғалта. Англичандарҙың - 325 мең, АҠШ-тың 4-5 мең тирәһе граждандары яуҙа ятып ҡала. Был һандар, әлбиттә, аныҡлап бирелергә тейеш. Уҡыусылар шулай уҡ беҙҙең илебеҙҙең еңеүгә индергән тос өлөшө тураһында белергә тейештәр, сөнки Советтар Союзының төрлө төбәктәре был еңеүгә кеше ғүмерҙәре генә түгел, биш йыл буйы интегеүҙәрен, ас булыуҙарын, юғалтыуҙарын, күҙ йәштәрен, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы-көйөнөстәрен ҡушҡан. Башҡортостан автономлы совет социалистик республикаһы ла был еңеүгә тос өлөш индергән һәм уның тарихы ла айырым дәрестә ҡаралырға тейеш.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал