6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Йәштәр уты - донъя ҡото!
03.11.09


       Үҙ эшен асырға ҡарар иткән йәштәрҙе ниндәй уйҙар борсой икән? Хәйер, һорауҙар теҙмәһе билдәле инде. Эште башлап ебәреү өсөн ҡайҙан аҡса табырға, сөнки миңә ни бары 19 йәш? Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә юғалып ҡалмаҫ өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Уңыштың төп сере нимәлә? Дуҫтарыңды үҙ эшеңә йәлеп итеү дөрөҫ булырмы, әллә яҡындарың менән бәйләнмәҫкәме? Был һорауҙарға яуап биреү өсөн студенттар өсөн Өфөлә "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо ла инде. "Буласаҡ эшҡыуар" исемле әңгәмәне ойоштороусылар бер өҫтәл эргәһенәтәжрибәле эшҡыуарҙарҙы һәм бизнес менән шөғөлләнергә ниәтләнеп йөрөгән йәштәрҙе бергә йыйҙы. Әлбиттә, тәүге һүҙ тәжрибәле эшҡыуарҙарға бирелде. Уларҙың береһе - Николай Самойленко.
       - Мин Өфөлә тыуып үҫтем, институтты ҡыҙыл дипломға тамамланым. Юғары уҡыу йортонан һуң мине бер-нисә вазифалы урынға эшкә саҡырҙылар, ләкин үҙ аллы булыу миңә нығыраҡ оҡшай ине һәм, кеҫәмдең ул саҡта таҡыр булыуына ҡарамаҫтан, дуҫым менән аҙыҡ-түлек менән һатыу итә башланыҡ. Тәжрибә тигән нәмә бөтөнләй юҡ, тикшереүҙәр менән йонсоттолар, ләкин тырышлыҡ менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп була икән. Ике ай тигәндә беҙ бер аҙ аҡса тупланыҡ.
       Ул замандан бына 11 йыл үтте. Бөгөн lhme> бернисә предприятиеларым бар. Улар араһында туристик агентлығы, автосервис һәм аҙыҡ-түлек магазины. Туризм өлкәһе минең күңелемә яҡын, шуға ла Египет һәм Төркиәнән тыш, республикабыҙҙа маршруттар асырға булдым. Клиенттарға беҙҙең тәҡдим бик оҡшаны һәм был өлкәлә лә эштәр яйға һалынды. Миңә ҡалһа, уңышлы бизнестың төп шарты - халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү йә иһә өр-яңы йүнәлеш тәҡдимитеү. Ә инде ошоларҙың икәүһен дә бергә ҡушыпэшләгән осраҡта уңышты ауыҙлыҡлап була.
       Ит деликатестарын етештереү производствоһы хужаһы Рөстәм Әлиуллин:
       - Беҙҙең бизнес - ул ғаилә бизнесы. Уны 1998 йылда ул ваҡытта дөйөм йәмәғәт туҡланы уытармағында эшләүсе атайым менән башлап ебәрҙек. Ит комбинатының хужаһы, финанс сәбәптәр арҡаһында, атайыма ыҫлау цехын ҡорамалдары менән бергә һатып алырға тәҡдим итте. Миңә ул ваҡытта ни бары 23 кенә йәш ине. Шулай итеп, автомеханик һөнәрен ташлап, атайым эргәһендә эшләй башланым. Бөгөн цехта әсәйем, минең ҡатыным, ағайым эшләй. Ғаилә бизнесы - иң ышаныслы бизнес, тип иҫәпләйем. Уңыш сере шулдыр ул. Бынан тыш продукцияның яҡшы сифатлы булыуы кәрәк. Беҙҙә, мәҫәлән, конвейер тигән нәмә юҡ, сөнки тәүлегенә бер генә тонна продукция етештерәбеҙ, бөтәһе лә ҡул мен әнбашҡарыла. Ҡулланыусыларға тап шул кәрәктә.
       Эшҡыуарҙарҙың тарихтарын тыңлағанданһуң, студенттар үҙ һорауҙарын яуҙыра башланы.
        - Бизнесты дуҫтар менән башлауға нисек ҡарайһығыҙ?
       - Әгәр ҙә мөмкинселек бар икән, улар һыҙ эш башлауың һәйбәтерәк инде, - тип иҫәпләй Николай Самойленко. - Әммә ләкин ысын дуҫлыҡ бөтә кәртәләрҙе лә еңеп сығырға тейеш. Мин үҙем дә эшемде дуҫым менән астым һәм әлегә тиклем килемде үҙ-ара килешеү буйынса бүлешәбеҙ.
        - Ә ҡурҡҡан нәмәләрегеҙ булдымы?
       - Әле булһа төрлө тикшереүҙәрҙән ҡурҡам.
       - Ҡатмарлыҡтар булдымы?
       - Үҙ эшеңде асҡан ваҡытта бер нәмә лә белмәй тотонаһың бит. Бәләкәй генә хата ла бизнестытулыһынса юҡҡа сығара ала.
       Шуның өсөн үҙеңә даими камиллашыу, белемеңде арттырыу зарур.
        - Туристик бизнесты асыу еңелме?
       - Бер нисә йыл элек, ысынлап та, был
       тармаҡта эш башлау ауырыраҡ ине. Сөнки лизенция юллауы ябай мәсьәлә түгел. Хәҙер лизенция кәрәкмәй, туристик оператор менән килешеү төҙөү генә кәрәк.
       - Эшмәкәрлек яйға һалынғас, идара ит еүсе яллап, үҙең производствола күренмәһәң дә булалыр?
       - Етәксе кеше эш барышы менән даими ҡыҙыҡһынмай икән, бизнес бата башлай. Мин үҙемдә ундай осраҡтар менән танышмын. Эштең бөтә нескәлектәрен белеп барыуҙан да яҡшыһы юҡ.
        - Ә бына офис табыу мәсьәләһе?
       - Финанс көрсөгө аренда мәсьәләһен хәл итеүҙе еңеләйтте. Бөгөн тәҡдимдәр һаны артты.
       - Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа ирешер өсөн ниндәй сифаттар булырға тейеш?

       - Уңыштың сере шул һәм шул сифаттарҙа, тип әйтеүе ҡыйын. Сөнки ниндәйҙер универсаль рецепт юҡ. Бөгөн осрашыуға килгән эшҡыуарҙарҙың һәр береһенең үҙ сере бар. Башлаған эшеңдең кемгәлер кәрәклеген аңлағас та, тәүге яҡшы һөҙөмтәләр булыуына ышанам.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал