6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Юлай Ғәйнетдинов: "Ҡурайсы - ул йәшәү рәүеше"
30.10.09


       Башҡортостандың атаҡлы ҡурайсыһы Юлай Ғәйнетдиновтың даны, исеме бөгөн республикала ғына түгел, ә уның сиктәрендә лә таралған. Шуға ла Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсының жюри рәйесе итеп һайланыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Данлыҡлы музыкант бәйгеселәрҙең һәр береһенә тиерлек аҡыллы кәңәштәрен бирә, дәртләндерә, йылы һүҙен йәлләмәй. Икенсе тапҡыр ойошторолған конкурс ҡала кимәлендә үткәрелһә лә, асыҡ конкурс тип иғлан ителгәнгә күрә, унда республика райондары һәм ҡалалары вәкилдәре лә ҡатнаша ала.
       Ҡурайсылар конкурсында барлығы 90 музыкант ҡатнаша. Бәйге шарттары ябай түгел: һәр бәйгесе кәм тигәндә дүрт ҡатмарлы әҫәр менән сығыш яһай. Ун алты йәшкә тиклемге ҡурайсылар "оҙон көй", бейеү көйө, марш уйнарға тейеш, ә уларҙан олораҡ музыканттар был талаптарҙан тыш, йыр башҡарырға тейештәр.
       - Бәйгенең һуңғы шарты ҡайһы бер ҡурайсылар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, - тип һөйләй жюри рәйесе. - Йәнәһе лә, оҫта уйнаусы ҡурайсының тауышы булмаҫҡа мөмкин. Әммә шуны онотмайыҡ: оҙон көй жанры башҡарыусынан йырсы талантын бөтөнләй талап итмәй бит. Бында музыкаль әҫәрҙе тамашасы күңеленә нисек еткереү, уны ҡолаҡ менән түгел, ә йөрәк, күңел менән ишетеү мөһимерәк. Ҡурайсылар борон тарихсы ла, халыҡ ижады белгесе лә, сәсән дә булған.
       Быйылғы конкурстың тағы бер үҙенсәлеге - республиканың баш ҡалаһынан ҡатнашыусыларҙың һаны күп булыуы.
       - Егерме-утыҙ йыл тирәһе элек, ниндәйҙер сәбәп менән, ҡурайсылар сығыштары менән райондарҙан, башлыса Урал аръяғынан, тигән ҡалып йәшәп килде. Бәхеткә ҡаршы, был хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе,- тип һүҙен дауам итә Юлай Ишбулды улы. Әҙеһәм Исҡужин ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү системаһын төҙөгән, үҙенең эшмәкәрлеген, ижадын башҡорттарҙың милли музыка ҡоралын - ҡурайҙы популярләштереүгә бағышлаған кеше. Тап уның тырышлығы менән республиканың байтаҡ музыка мәктптәрендә ҡурай бүлектәре асылды. 1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһында, 1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында ошондай уҡ бүлек булдырылды. Мәктәптәрҙә лә ҡурай дәрестәре юғары кимәлдә алып барыла. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһында йәш ҡурайсы Илсур Йосопов эшләй һәм бына тигән музыканттар әҙерләй. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күпселеге Өфөлә тыуып үҫкән. Был баш ҡалала халыҡ көйҙәре, музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныу юғары булыуын күрһәтеп тора. Тимәк, уҡытыу системаһы ла яҡшы. Миҫал артынан йыраҡҡа йөрөү кәрәкмәй: Әҙеһәм
       Исҡужиндың уҡыусыһы, бөгөн бик тә популяр ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев сығышы менән Өфө егете.
       РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов үҙе лә атаҡлы ҡурайсының уҡыусыһы булған. Уның һүҙҙәре буйынса, конкурстың төп маҡсаты профессиональ музыканттар исемлеген тултырыу түгел.
       Яҡшы ҡурайсы булыу өсөн мотлаҡ музыкант булыу талап ителмәй. Ҡурайсы - ул йәшәү рәүеше. Хирург булһынмы ул, инженермы, ҡурайҙа уйнап, ҡәнәғәтлек таба икән - рәхим итһендәр. Бына мин үҙем математик һәм ҡурайсы ла. Беҙҙең конкурстың маҡсаты йәштәргә ҡурайға ҡарата, ул сығарған илаһи моңға мөхәббәт уятыу. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсында Гран-при яулаған осорҙа миңә 24 йәш кенә ине. Шул ваҡытта үҙемде ҡанаттарым үҫкәндәй итеп тойҙом. Был конкурс та йәштәргә илһам, дәрт өҫтәһен, ҡанаттарын үҫтерһен.
       Ринат Искужин фотоһы.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал