6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Публика менән диалог
02.06.09


       Өфө художество галереяһында ят музыка ҡоралдары тауышы аҫтында "Башҡортостандың йәш рәссамдары" тигән күргәҙмә асылды. Ул Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнала. Проект ҡатнашыусыларҙың эштәрен генә түгел, әммә иң яҡшы әҫәргә конкурсты ла үҙ эсенә ала. Ағымдағы йылда жюри һәм күргәҙмәгә килеүселәр һынлы сәнғәттең традицион жанрҙары менән бер рәттән "Медиарт" номинацияһы берләштергән төрлө сәнғәт композицияларын, визуаль сәнғәт техникаһын һәм әҫәрҙәрҙе баһаланы.
       - Конкурстың төп маҡсаты - йәш рәссамдарҙың ижади көстәрен әүҙемләштереү, яңы исемдәр асыу һәм йәш авторҙарға ярҙам күрһәтеү, - ти күргәҙмә-конкурстың кураторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов. - Һөҙөмтәләр сәнғәт белгестәренә йәштәр сәнғәтендә барған художестволы процестарға анализ яһарға булышлыҡ итә. Бынан тыш, 4 июндә Өфө художество галереяһында уның проблемалары һәм үҫеш перспективалары тикшерелә.
       Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл күргәҙмә-конкурста Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Ишембай һәм башҡа ҡалаларҙан рәссамдар ҡатнаша. Улар жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә 130 эш тәҡдим итә.
       - Экспозиция күләмле һәм төрлө-төрлө, шуға күрә барыһын да ҡарарға кәрәк, - ти тамашасыларҙың береһе. - Береһен ҡарап һоҡланаһың, икенсе залда тағы таң ҡалырлыҡ картина менән танышаһың.
       "Башҡортостандың йәш рәссамдары" күргәҙмәһе галереяның өс иркен залында урынлашҡан. Галереяның беренсе һәм икенсе залдарында - һынлы сәнғәт, графика һәм скульптура, өсөнсө залда биҙәү-ғәмәли ижад жанрындағы эштәр урын àëан.
       Экспозицияны асыу көнөндә тамашасылар күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙе ҡарап ҡына ҡалманы, әммә улар ҡатнашыусыларҙы наградлау тантанаһында ла ҡатнашты. Вера Фролова ("Һынлы сәнғәт" номинацияһында беренсе урын), Наталья Бабина ("Графика" номинацияһында беренсе урын), Олеся Сапожкова ("Театраль-декорацион һынлы сәнғәт номинацияһында беренсе урын) "Башҡортостандың йәш рәссамдары" II республика күргәҙмә-йәрминкәһе еңеүселәре булды. Талапсан жюри, уның составына билдәле башҡорт рәссамдары һәм сәнғәт белгестәре ингән, ҡайһы бер номинацияларҙа беренсе урынды бирмәҫкә ҡарар итте. Һөҙөмтәлә икенсе һәм өсөнсө урын алыусылар билдәләнде. Рәссамдар диплом менән бергә ҙур булмаған бүләк алды - ижад өсөн инструменттар һәм материалдар.
       - Илдар Ғәниев, Гөлшат Имамбаева һәм тағы бер нисә йәш автор - уларҙың баҫма графикаһы стилендә башҡарылған эштәре хәтерҙә ҡалды, - ти сәнғәт белгесе Ирина Оськина. - Һынлы сәнғәттә, минең ҡарашҡа, эштәр таң ҡалырлыҡ түгел. Шуныһы ғәжәпкә ҡалдыра: рәссамдарҙың күбеһе - ҡыҙҙар, ә йәш кешеләр ҡайҙа һуң? 50-се йылдарҙа Рәсәй сәнғәте күгендә ҡалҡҡан башҡорт сәíғәте йондоҙо балҡыуынан туҡтамаһын ине.
       Йәш рәссамдар күргәҙмә-конкурс тураһында төрлө сығанаҡтарҙан - уҡытыусыларынан, дуҫтарынан, курсташтарынан - белгән. Йәш рәссамдар проектҡа яуаплы ҡараған.
       - Бер тапҡыр мин был конкурсҡа сығырға маташтым һәм үҙемдең һынлы сәнғәт эштәремде тәҡдим иттем. Әммә минең картиналарым үтмәне, - ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Илдар Ғәниев (ә быйылғы күргәҙмәлә сәнғәт белгесе Ирина Оськина уның гравюра төрөнә юғары баһа бирҙе). - Ул ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағайным, унда специализация сифатында графика булманы. Һуңынан, юғары уҡыу йортона ингәс, нәҡ ошо йүнәлеште һайланым.
       Рәссам һүҙҙәренә ҡарағанда, ул был жанрға ғашиҡ. Гравюра төрө процесын булдырыу арбай, ти йәш рәссам.
       - Башҡарылған эшкә ҡарап, йә ҡәнәғәтлек кисерәһең, йә башҡаса эшләргә һәм етешһеҙлеген бөтөрөргә кәрәкëåãåí аңлайһың. Станокта башҡарылған графика - ул даими эксперимент, һәм ошо йүнәлештә эшләгән рәссамдар һәр ваҡыт ни ҙә булһа яңыны эҙләй. Дәреслектәр һәм сәнғәт китаптары буйынса теория өйрәнеп, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙенекен булдырырға тырыша.
       Хәҙерге авторҙарҙың гравюра төрө элекке оҫталарҙың әҫәрҙәренән айырыла. Элек эштәр ыҡсым булһа, ә хәҙер рәссамдар күләмле картина булдырыуға өҫтөнлөк бирә.
       - Минең ҡарашҡа, тамашасылар күләме буйынса ҙур гравюра төрөнә иғтибар итә. Бындай тенденция нимәгә бәйле, быны аңлатыуҙы үҙ өҫтөмә алмайым, - ти Илдар Ғәниев. - Хәҙерге кешеләрҙең картиналарҙың асылына төшөнөргә ваҡыты юҡ. Сағыу төҫтәрҙе баһалау, ҡыҙыҡ һыҙатты күреп ҡалыу - рәхим ит, әммә, рәссам нимә әйтергә теләгән, быны аңлар өсөн бөтәһе лә әҙер түгел.
       Үҙенең эштәрендә, күргәҙмәгә Илдар Ғәниевтың өс гравюра төрө ҡуйылған - "Бабай менән һаубуллашыу" (олатайға арналған), "Төш" - ауыл темаһына, "Сит маршрутты көтөү" - халыҡ төркөмө араһындағы баланың дөйөмләштерелгән портреты, автор тамашасыларҙы диалогҡа саҡыра. Хәҙерге балалар нисек йәшәй - был рәссамға барыбер түгел, шуға ла һуңғыһына авторҙың фекерен дауам итергә тура килә.
       - Уларҙы беҙ урамға йөрөргә тип сығарабыҙ, буш ваҡыттарында компьютер артында үткәргәнгә күҙ йомабыҙ, - тик ололарға ғына ҡамасауламаһындар. Балаларға аҙ иғтибар бүләбеҙ, - ти Илдар Ғәниев.
       Быға оҡшаш проблемалы хәлдәр донъяла етерлек. Рәхимһеҙ булмаҫҡа, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә - былар йәш рәссамдарҙы борсоған һорауҙар. Һәм уларҙың эштәренән торған күргәҙмә етди уйланырға сәбәп булып тора.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал