6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Сәнғәт - таҙа һыулы тау гөрләүеге
29.05.09


       "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында һәр ваҡыт кеше күп була, айырыуса яңы экспозиция асылған көндө. Бында мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарының художество факультеты студенттары ҙур теләк менән килә, танылған башҡорт рәссамдары ла йыш инеп йөрөй. "Урал" галереяһының үҙенсәлеге шунда, бында профессиональ рәссамдарҙың эштәренән тыш, үҙ аллы өйрәнгән үҙенсәлекле авторҙарҙың да эштәре менән танышырға була, улар төрлө ижад йүнәлештәрендә үҙҙәрен таба. Ҡыҫҡаһы, әгәр һеҙ хәҙерге оҫталар башҡарған халыҡ сәнғәте менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, яңы исемдәр белергә теләһәгеҙ, "Урал" галереяһына рәхим итегеҙ.
       Ошо көндәрҙә "Урал" галереяһында Миәкә районынан рәссам Әфғән Әхмәровтың "Кешеләргә һөйөү ҡалдырам" тип аталған күрãәҙмәһе асылды. Өфөләр уның картиналары менән бер тапҡыр танышҡайны, әммә, галерея мөдире Кәримә Кайдалова һүҙҙәренә ҡарағанда, экспозицияны яңынан күрһәтергә ваҡыт етте.
       - Был күргәҙмә ябылмаһа яҡшы булыр ине. Әфғән Әхмәров - 1966 йылда тыуған һәм 1991 йылда яҡты донъянан киткән рәссам. Әхмәров дауалап булмай торған сир менән бала саҡтан уҡ ауырыған, ул был сир менән йәшәргә өйрәнгән һәм сирек быуат эсендә үҙ-үҙен иҫбатлаған, - ти Кәримә Кайдалова. - Йәш кеше үҙенең сирен еңергә тырышҡан һәм иң ауыр мәлдәрҙә үҙенең физик көсөн, мөмкинлектәрен туплаған һәм ижад иткән - быны мин батырлыҡ тип һанайым. Был Әфғән Әхмәров тураһында тарих. Ул үҙенең ауырыуы тураһында ете йәшендә белә. Әхмәров күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ул асыҡ һәм изге кеше булып ҡала. Әфғән Әхмәров үҙенең ғүмерен сәнғәткә бағышлай һәм яратҡан эше - һүрәт төшөрөү һәм биҙәү-ғәмәли ижад менән шөғөлләнә.
       Әхмәров ситтән тороп Мәскәү халыҡ сәнғәте университетында профессиональ белем ала. Тыуған ауылы Бикҡолда балалар өсөн һүрәт төшөрөү студияһы ойоштора, үҙешмәкәр рәссамдар конкурсында ҡатнаша. Үлгәндән һуң Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Өфөлә һәм Нефтекамала уның шәхси күргәҙмәләре ойошторола.
       Рәссамды уратып алған ысынбарлыҡ - тәбиғәт, тыуған ауыл, яҡташтар - уның картиналары өсөн сюжет була. Үҙенсәлекле линогравюр серияһы йыл миҙгеленә арнала. Рәссам тәбиғәт торошон, төҫ нескәлектәрен аҡ-ҡара гаммала биргән. "Көҙгө урман", "Гөлләмә", "Ауыл ситендә" - автор үҙенең әҫәрҙәренә ҡыҫҡа исем бирә, улар фактты билдәләп үтә һәм иғтибарҙы эштән ситкә йүнәлтмәй. Күргәҙмәлә портрет галереяһына айырым урын бирелгән: картиналарҙа ауылда борондан йәшәгән кешеләр һүрәтләнә.
       - Әфғән Әхмәровтың сәнғәтен осло таштар аша үҙенең таҙа һыуын алып килгән тау гөрләүеге менән сағыштырып була, - ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин. - Беҙ Әфғән Әхмәров менән үҙенә бер төрлө үҙешмәкәр рәссамдар булараҡ таныштыҡ. Әммә уның эштәре был рамканан сыҡты, уларҙы профессиональ эштәр тип атап була. Бөгөн линолеумда графика төрөндә эшләгән рәссамдар аҙ. Хәҙерге рәссамдар күләмле табаҡта, ҙур штрихтар менән эшләргә ынтыла. Әхмәровтың акварель менән яһалған һүрәттәрен һынлы сәнғәткә нигеҙ һалған Ҡасим Дәүләткилдåевтың әҫәрҙәре менән сағыштыраһы килә. Әхмәровтың эштәрендә шул уҡ образдар, шул уҡ төҫтәр - классик, таҙа акварель һүрәттә матур. Картиналар музей экспонаттарыíà лайыҡлы.
       Әфғән Әхмәровтың бөтә эштәренең йыйылмаһы Миәкәлә "Эрмитаж" картина галереяһында урынлашҡан, ул 2000 йылда Ҡырыҙ-Миәкә ауылында асылды. Ул республикала Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының берҙән-бер филиалы. Уға рәссам Риф Абдуллин нигеҙ һалған.
       Риф Абдуллин Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған. Ҡырғыҙ-Миәкәлә уҡыған һәм художество студияһында шөғөлләнгән, танылған рәссамдарҙың картиналарын үҙ күҙҙәре менән күрергә хыялланған.
       - Хәҙер генә ул бер ниндәй проблемаһыҙ Өфөгә барып һәм музейҙар буйлап йөрөп була. Элек "Огонек" журналында баҫылған картиналар репродукциялары менән ҡәнәғәтләнә инек, әммә ул да ауылда һирәк ине, - ти Риф Абдуллин.
       "Эрмитаж" картина галереяһы район мәҙәни тормошоноң үҙенсәлекле үҙәге, унда күргәҙмәләр ойошторола. Галереяла сәнғәт әҫәрҙәре фонды булдырылған. Әфғән Әхмәровтың эштәре "Эрмитаж" галереяһында Башҡортостан рәссамдары Риф Абдуллин, Анатолий Платонов, Минехан Хәйбрахманов, Петербург рәссамы Николай Тишкин картиналары менән бер рәттән лайыҡлы урын биләй.
       - Бындай экспозициялар бик тә кәрәк, - ти "Урал" галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова. - Беҙ уны Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнайбыҙ. Беҙ ҡайһы ваҡытта йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, йәштәргә үҙен табыу, үҙ-үҙен иҫбатлау еңелдән түгел. Дауалап булмай торған сир менән ауырыуына ҡарамаҫтан, был тормошта үҙ урынын таба, үҙ-үҙен иҫбатлай һәм үҙе тураһында изге хәтер ҡалдыра алған кеше үрнәге йәштәрҙең күҙ алдында булһын.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал