6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Ысынбарлыҡ өсөн ғәҙәти булмаған төҫтәр
20.05.09


       Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан, ул 18 майҙа билдәләнә, Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында экспозиция яңыртылды. Бында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадировтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Үткәндәргә ҡараған экспозиция оҫтаның 50 йәшенә арналды, унда һынлы сәнғәт һәм графика әҫәрҙәре урын алған.
       "Мәңгелек менән һөйләшкән сәнғәт", "Ваҡыттар теҙмәһен тоташтырыусы әҫәрҙәр", "Изге тарихтың картиналары" - сәнғәт белгестәре һәм рәссамдар Рафаэль Ҡадиров ижады тураһында шулай ти. Быны оҫта әҫәрҙәре менән таныш булған тамашасылар интуитив һиҙә. Һәр кем Рафаэль Ҡадиров картиналарында ни ҙә булһа үҙенекен - аңлайышлы образ, кинәйә поэтикаһы, төҫтәрҙең тура килеүе һәм сәйер яҡтылыҡ - билдәләй.
       Рафаэль Ҡадиров - хәҙерге заман рәссамы, ул хәҙерге донъяның реаль нәмәләрендә еңел йүнәлеш ала. Шуға ҡарамаҫтан ижадының төп темаһы ауыл тормошона бәйле. Рәссам үҙенең эшен кесе ватанына һәм уның кешеләренә бағышлай. "Йәйгә һоҡланыу", "Көҙгө төҫтәр", "Ваҡыт йүнәлеше", "Ер йылыһы" - автор публиканың иғтибарын тормоштоң һәр саҡ күҙ күремендә булмаған ҡиммәттәренә йүнәлтә. Рәссам соҡсоноп ысынбарлыҡтың күсермәһен алмай, ә төҫтәр ярҙамында уның тураһында күҙаллауҙарын картинаға күсерә.
       Белгестәр Рафаэль Ҡадиров ижадында төп сюжеттарҙы билдәләй. Шуларҙың иң мөһиме, - ул өләсәй образы.
       - Тормошто һәм үлемде аңлау идеяһы рәссам тарафынан дингә ышанған, юғары рухлы өләсәй образы аша асыла, - был изге бала саҡ хәтирәләре менән бәйле сафлыҡ һәм баҫалҡылыҡ символы, - Рафаэлде тормошта һәм ижадта һаҡлай. Өләсәй образы күп йылдар дауамында төп тема булып ҡала, - тип билдәләй Рафаэль Ҡадировтың ижадын тикшереүсе, рәссам тураһында мәҡәләләр авторы Элеонора Хәсәнова.
       "Тирмән янында һыу", "Ер менән һөйләшеү", "Бала саҡ ярҙары", "Бишек йыры" - һәм былар картиналарҙың бер өлөшө генә, уларҙа төп героинялар - ауыл өләсәйҙәре, улар ерҙә эшләй, хужалыҡ буйынса хәстәрләй, ейәндәр үҫтерергә ярҙам итә.
       - Ауылға ҡайтҡан һайын, өләсәйҙәрҙе һуңғы тапҡыр төшөрәм, тим үҙемә. Әммә матур итеп кейенгән өләсәйҙәргә яңынан хайран ҡалам - һәм тағы ла уларҙың "модель" булыуҙарын үтенәм, - ти рәссам.
       Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, популяр йырсы Иҙрис Ғәзиев тәьҫораттары менән уртаҡлаша:
       - Туҡыу станогы артында һүрәтләнгән инәйҙе күрһәм, быны ысынбарлыҡ объекты һүрәтләнгән эш тип ҡабул итмәйем. Был образда шунса тормош, аҡыл, ихласлыҡ, тәьҫирлелек... Талантлы кеше генә быны сағылдыра ала.
       Рафаэль Ҡадиров һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ижадының тамырҙарын һәр саҡ эҙләй.
       - Атайым лозунгтар яҙҙы, унда һәр һүҙ үҙ төҫө, үҙ шрифты менән яҙыла ине. Атайым матур яҙа торғайны, ул бала сағында ғәрәп теленән китаптар күсергән. Атайымдан күп нәмәләргә өйрәндем, - ти Рафаэль Ҡадиров. - Күптән түгел әсәйем миңә:
       - Беләһеңме, бала саҡта һүрәт төшөрөргә ярата торғайным һәм, ҡулыма аҡ ҡағыҙ килеп эләкһә, шунда уҡ ни ҙә булһа төшөрә инем.
       Әсәйем һөйләүенсә, бер саҡ атайым ҡаланан бүләк алып ҡайтҡан. Әсәйем уны дүрт төҫлө буяуҙар йыйылмаһы тип уйлаған һәм ул һүрәт төшөрөргә булған. Әммә был эш еңелдән булмаған - буяуҙар нигеҙгә насар ятҡан. Һуңынан асыҡланыуынса, был тырнаҡтар өсөн лак булған. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт рус һәм сит ил рәссамдарының эштәре булды. Йортта әсәйем һәм өләсәйем төрлө төҫтәге ҡорамаларҙан йыйып сиккән картина бар, мин әле лә улара ҡарап һоҡланам.
       Рәссам төҫтәр гаммаһы аша үҙ геройҙарының образдарын тыуҙыра. Рафаэль Ҡадиров үҙенең бер эшен былай аңлата:
       - "Ауыр һайлап алыу" - тәьҫирләндерә торған картина. Персонаждар бер ни тиклем күпертеп күрһәтелгән, улар Бертольд Брехт театры геройҙары кеүек. Һәр һын - œéòåðšå¾ êиңлек дауамы.
       Рәссам үҙенең эшендә ғәҙәттән тыш - асыҡ һоро-йәшел, көрән күк төҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Уның эштәре тамашасыларҙа эмоцияға бай хистәр тыуҙыра һәм күңелдең йәшерен ҡылдарын уята.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал