6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Белгестәр талап ителә
19.05.09


       Беҙҙең һәр беребеҙ мәктәп йылдарында уҡ киләсәк хаҡында уйлана башлай. Беҙ үҙебеҙ өсөн кәрәкле уҡыу йортон һәм һөнәр һайлайбыҙ. Һуңынан тейешле имтихандар тапшырабыҙ, инәбеҙ һәм 4-5 йыл дауамында уҡыйбыҙ, йомғаҡлау эштәре яҙабыҙ, диплом алабыҙ һәм... яңынан киләсәк тураһында уйланабыҙ. Эйе-эйе, үкенескә ҡаршы, юғары уҡыу йортон тамамлаусылар специальность буйынса эш табып бармай. Шулай итеп уҡыу йылдары эҙһеҙ үтәме икән ни?
       Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә "БР иҡтисадының реаль секторын үҫтереү факторы кеүек йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың инновацион потенциалын файҙаланыу" темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.
       - Студенттар уҡыған ваҡытта белем алырға тейеш, ә уларҙы эшкә алғандан һуң түгел, - тип белдерҙе БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов һөйләшеү барышында. - Йыш ҡына шулай була бит: юғары уҡыу йортон тамамлаусы эш биреүсегә килә, ә ул: "Һине нимәгә уҡыттылар, ул турала онот, яңынан уҡый башлайбыҙ", - ти уға. Ни өсөн шулай килеп сыға, сөнки беҙҙең илдә буласаҡ белгестәрҙе уҡытыу өҙлөкһөҙ була алманы. Әгәр республика вуздарын алып ҡараһаҡ, тик Башҡорт дәүләт медицина университетында ғына бындай практика ҡулланыла. Әгәр уҡыу йорттары предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән булһа, студенттар йәйге практика ваҡытында әкренләп производствоны үҙләштерер, тәжрибә туплар ине.
       Роберт Ваһапов һүҙҙәренә ҡарағанда, һөҙөмтәлә беҙҙең республикала инновацион иҡтисадты үҫтереү өсөн квалификациялы кадрҙар етешмәүе етди проблема булып тора. Башҡортостан инновацион потенциалға бай булыуына ҡарамаҫтан, ул тулыһынса файҙаланылмай. Шуға күрә талантлы йәштәрҙе производствоға әүҙем йәлеп итергә кәрәк.
       - Беҙҙең юғары белем нисек кенә универсаль булмаһын, белемде практикала тикшермәй тороп юғары квалификациялы белгес булып булмай, - тип һанай БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе Сергей Корлыханов. - Студенттар үҙ белемдәрен практикала алдараҡ камиллаштырырға тейеш. Бының өсөн юғары уҡыу йорттары предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Ул саҡта потенциаль эш биреүселәр производствола килеп сыҡҡан төрлө проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән йәш кешеләрҙе әүҙем йәлеп итә алыр ине.
       Сергей Корлыханов студенттарҙы һәм йәш ғалимдарҙы яҡлау программаһын эшләгән. Ул һөйләшеү барышында билдәләүенсә, уҡыу осоронда һәр студент курс һәм контроль эштәре башҡара. Һәм, үкенескә ҡаршы, уларҙың бөтәһе лә практик әһәмиәткә эйә түгел һәм производствоның аныҡ проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелмәгән. Әлбиттә, быны бөтә студент эштәренән талап итеү мөмкин түгел. Әммә потенциаль эш биреүселәргә производство һәм социаль өлкәлә үҙ проблемалары тураһында белгертеп, улар нигеҙендә студент эштәре тәҡдим иткән темаларға һығымта яһап була.
       Йәштәр палатаһы депутаты, студенттарҙа был темаға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, дәртләндереү системаһын эшләргә тәҡдим итә. Традицион премиялар, стипендиялар, гранттар менән бер рәттән, талантлы уҡыусыларҙан кадрҙар резервы булдырырға була һәм эшкә урынлаштырыу өсөн уларҙы тәү сиратта предприятие етәкселәренә тәҡдим итергә кәрәк. Ахырҙа эш биреүселәр ҙә файҙалы һөҙөмтәләр аласаҡ һәм вуздар ҙа юғары квалификациялы белгестәр сығарасаҡ.
       Роберт Ваһапов, үҙ сиратында, уҡыу йорттарында уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар берләшмәһен тергеҙергә тәҡдим итә. Уның фекеренсә, нәҡ улар студенттарға һәм йәш ғалимдарға инновациялар менән дәрестәр өсөн финанс яºòàí стимул бирергә тейеш.
       Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар иҡтисади хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
       - Донъялағы финанс көрсөгө шарттарында иҡтисадты инновацион үҫеш юлына күсереү мөһим, - тип һанай Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев. - Шуға күрә иҡтисадтың төрлө секторында эшләү өсөн беҙгә квалификациялы белгестәр кәрәк. Эш биреүселәр йәштәрҙе, инновацион йүнәлешле белгестәрҙе производствоға төрлө алымдар менән йәлеп итергә тейеш. Ә беҙҙең бурыс - йәш кешеләрҙә ғилми һәм инновацион эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү теләге һәм мөмкинлеге булдырыу.
       Роберт Ваһапов предприятиелар етәкселәре араһында алынған һорау һөҙөмтәләрен миҫал итеп килтерҙе. Уны РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үткәргән. Көрсөк хәленән сығыу принциптары тигән һорауға яуап биреүселәрҙең 70 процент тирәһе сығымдарҙың кәмеүен телгә алған. Етәкселәрҙең 30 проценты, инновацион продукция сығарырға кәрәк, тип яуап биргән.
       - Производствоны инновацион һәм фәнгә нигеҙләнгән юлға күсерергә кәрәк, - тип һанай БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин. - Бының өсөн ресурстарҙы һаҡлаусы, иҡтисади һөҙөмтәле һәм экологик таҙа технологиялар индерегә кәрәк.
       Рөстәм Зәйнуллин фекеренсә, йәш кадрҙарҙы фәнгә һәм производствоға йәлеп итеү өсөн ғилми учреждениеларҙа тейешенсә уңайлы мөхит булдырылмаған. Быға аспиранттарҙың, ғалимдарҙың һәм йәш белгестәрҙең түбән стипендиялары һәм эш хаҡтары булышлыҡ итә. Шуға күрә йәштәрҙең эшен өҫтәмә дәртләндерергә кәрәк.
       - Һәр ғилми учреждениеларҙа һәм уҡыу йорттарында өҫтәмә дәртләндереү фондтары булдырылһа, уларҙың средстволары йәш ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең ғилми эшмәкәрлеген яҡлауға йүнәлтелер ине, - ти Зәйнуллин. - Гранттар һәм конкурстар шулай уҡ өҫтәмә стимул була ала, уларҙың йомғаҡтары буйынса предприятиелар инновацион проекттар эшләү һәм уларҙы производствоға индереү тураһында йәш ғалимдар менән килешеү төҙөй ала.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал