6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Ғаилә көнө "Ғаиләлә"!
15.05.09


       15 май - Õалыҡ-ара ғаилә көнө. Бөгөн Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығының "Ғаилә" психологик-медицина-социаль оҙатыу үҙәгендә Асыҡ ишектәр көнө үтә. Һәр теләгән кеше бында килеп, психологик, юридик һәм педагогик ярҙам алала, шулай уҡ төркөм уҡыуҙарында ҡатнаша ала.
       - Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Асыҡ ишектәр көнө йыл һайын үткәреләсәк сараға әүереләсәк, - ти "Ғаилә" үҙәге директоры Ольга Крючкова. - Беҙҙең эштә төп йүнәлеш - ул ғаилә, уның проблемалары, һәм бөгөн беҙ үҙебеҙгә иғтибар йәлеп итергә булдыҡ, сөнки беҙ - йәш учреждение. Быйыл ғинуарҙа өй туйланыҡ һәм хәҙер Комсомол урамында эшләйбеҙ. Беҙгә кешеләр килеп, беҙҙең эш менән танышһын ине...
       Алмаштырыусы ғаиләләрҙе, шулай уҡ тормошта ауыр хәлгә тарыусыларҙы оҙатыу үҙәктең төп йүнәлештәренең береһе һанала. Шуға күрә һис тә ғәжәп түгел, саҡырылғандар араһында à¿ðàóà àëûíàí балаларƒû һәм уларҙың ата-әсәләрен осратырға була, улар өсөн махсус программа әҙерләнгән.
       "Ғаилә" үҙәге оҙатыуында à¿ðàóà àëûíàí 300 бала тора. Балалар төрлө йәштә, улар араһында быйыл беренсе синыфҡа төшөүселәр бар. Беренсе синыфҡа барыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн иртәнге сәғәттәрҙә дәрестәр үтте. Шулай итеп, ике сәғәтлек күнекмә, ул ваҡыт эсендә балалар уҡып та, уйнап та өлгөрҙө, төрлө күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә алған, улар баланың мәктәпкә әҙерлеген аңларға булышлыҡ итте.
       Берлектәге дәрестәргә килгәндә, "Ғаилә" үҙәге белгестәре балалар-ата-әсәләр мөнәсәбәттәре буйынса берлектә тренинг үткәрҙе. Ҙур төркөмдә шөғөлләнгән ата, әсә һәм бала күрә, бындай проблемалар уларҙа ғына түгел, әммә башҡа ғаиләләрҙә лә бар. Әйткәндәй, балалар-ата-әсәләр тренингы унда ҡатнашыусылар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла. Әйтеүҙәренсә, уның ярҙамы менән ғаиләлә шәхес-ара кире мөнәсәбәттәрҙе дуҫтарса һәм ышаныслы мөнәсәбәттәргә тамырынан үҙгәртеп була. Үткәрелгән тренинг һөҙөмтәһе ҙур.
       Кисен "Ғаилә" үҙәгендә балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү программаһы буйынса йомғаҡлау дәресе була.
       - Һуңғы ярты йыл дауамында беҙ үҙебеҙ эшләгән "Өфөнөң балалар йорттары" тигән программаны тормошҡа ашырабыҙ, - ти Ольга Крючкова. - Был программа интернат учреждениеларында тәрбиәләнгән балаларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләүгә арналған. Ул бер нисә блоктан тора. Мәҫәлән, социаль блок балаларҙы социаль оҫталыҡтарға эйә булыу йәһәтенән әҙерләү өсөн иҫәпләнгән: фатир өсөн ҡайҙа түләргә кәрәк, нисек медицина учреждениеһына һәм кемгә мөрәжәғәт итергә. Психологик блок үҙаллылыҡ, үҙ-¼ҙеңде баһалау тураһында әңгәмәләр ҡарай. Балалар йортонда тәрбиәләнгән бала мәктәпте тамамлаусынан ныҡ айырыла, сөнки ул башҡа шарттарҙа тәрбиәләнгән. Һәм һуңғы блок - ғаилә тормошона әҙерлек. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр йыш ҡына: "Ғаилә ҡороп, бала табырға теләйем" ти, үкенескә ҡаршы, улар әсәләренең яҙмышын ҡабатлай, сабыйҙарын бала табыу йортонда ҡалдыра, йәки үҙ проблемалары менән тороп ҡала. Шуға күрә беҙ балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе үҙаллы тормошҡа әҙерләргә тырышабыҙ.
       "Ғаилә" үҙәгенә килергә ваҡыт таба алмағандар өсөн кәңәш: 8 (347) 241-42-30 "ҡыҙыу линия" телефонына шылтыратыûƒ, бушлай консультация алығыҙ. Һеҙҙең һорауҙарға үҙәк белгестәре генә түгел, әммә ҡала хакимиәтенең мәғариф, халыҡты социаль яҡлау, опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡтары вәкилдәре лә яуап бирәсәк.
       Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы консультанты Ирина Басенко һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көндөң тәүге яртыһында "ҡыҙыу линия"ға ингән һорауҙарға яуап биргән, иң күп һорау - балалар баҡсаһына урынлаштырыу мәсьәләһе. Бынан тыш, Берҙәм дәүләт имтиханы, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса һорауҙар ингән.
       "Ғаилә" үҙәгендә Õалыҡ-ара ғаилә көнөндә Асыҡ ишектәр көнө матур йолаға әүерелһен, ә унда килгән кешеләр ваҡытында, квалификациялы ярҙам алһын.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал