6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

"Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге
30.04.09


       Бүздәк районының Килем ауылы - республиканың 14 тарихи-мәҙәни үҙәктәренең береһе. Ауылда башлыса татар милләте йәшәй. Йәмәғәтселәрҙең быға оҡшаш эш формаһы, ул халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән, башҡа бер төбәктә лә юҡ. Республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәренең тәжрибәһе уникаль һәм ил күләмендә ысынлап та баһалап бөткөһөҙ.
       "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәгенең эше - ул төрлө планлы эшмәкәрлек массивы. Ул райондың вокал, хореография коллективтарын, театр студияларын, педагогтарҙың методик берекмәләрен, кәсепселәрен берләштергән.
       - Тарихи-мәҙәни үҙәк белгестәре ҙур эш башҡара, быға инаныу өсөн дөйөм район байрамдарының береһенә килеү ҙә етә, - ти Бүздәк районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Дания Төхфәтуллина. - Бөгөн беҙҙә "Еңеү салюты" фестиваленең һайлап алыу этабы бара.
       Тарихи-мәҙәни үҙәк, үҙ сиратында, ижади коллективтарҙың эшен ойоштора. Бүздәк районында 60-тан ашыу хореографик ансамбль иҫәпләнә. Унда кесеһенән алып олоһона тиклем шөғөлләнә.
       - Иң кескәй бейеүселәргә - 7-8 йәш, - ти Бүздәк ауылы Сәнғәт балалар мәктәбенең хореография бүлеге уҡытыусыһы, "Йәйғор" ансамбле етәксеһе Зилә Нәсибуллина. - Әлбиттә, бейеү серҙәренә төшөнөү, айырыуса халыҡ бейеүҙәренә, еңелдән түгел. Кескәйҙәр менән 1-2 йыл шөғөлләнһәң, һуңынан уларҙы бейеүҙән айырам тимә.
       Башланғыс һәм урта төркөмдәрҙә уҡыуын тамамлаған үҫмерҙәрҙең 90 проценты тиерлек ололар ансамблдәрен тулыландыра.
       "Өмөт" ансамбле районда иң танылған һәм "оло" коллективтарҙан һанала. 1969 йылда ул халыҡ исеме алды һәм уны республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында бер нисә тапҡыр иҫбатланы.
       Райондың "Әхирәттәр" тип аталған коллективы ла киң танылыу яулай. Ансамблдең ун солисткаһы - өләсәйҙәр, хеҙмәт ветерандары аҙнаһына бер тапҡыр Әмир ауылы клубында йыйылып, йырлайҙар, ҡул эше тоталар. Улар үҙҙәре бәйләгән һәм сиккән әйберҙәрен районға килгән ҡунаҡтарға бүләк итә.
       Бүздәк районы кәсеп оҫталары менән дә дан тота. Бында милли кәсеп йолалары - талдан үреү, умарта әҙерләү, туҡыусылыҡ һаҡланып ҡына ҡалмай, әммә быуындан-быуынға күсә килә. Урындағы һәр оҫтаның үҙ уҡыусыһы бар. Мәктәп халыҡ кәсебе үҙәгенә әүерелә.
       Мәктәп туған тел өйрәнеү үҙәге булып ҡала. Миҫал өсөн, Килемдә татар теле 1-се синыфтан 11-гә тиклем уҡытыла. Бынан тыш, мәктәп эргәһендә әҙәби түңәрәк эшләй, бында уҡыусылар районда танылған яҙыусылар һәм шағирҙар менән аралашып ҡына ҡалмай, әммә улар үҙҙәре лә тәүге әҙәби әҫәрҙәрен ижад итә. Йәш ижадсылар төрлө тема һайлай: балалар тыуған яҡ - республиканың үҙенсәлекле тәбиғәте, яратҡан ауылы, ил тарихы - ветерандар, урындағы архитектура ҡомартҡылары - 1821 йылда төҙөлгән Килем һарайы һәм мәсете тураһында яҙа. Мәктәп эргәһендә шулай уҡ театр түңәрәге эшләй. Башҡорт теле уҡытыусыһы Лиза Аҙнағолова һәм китапханасы Рида Зөбәйерова халыҡсан һәм популяр әҙәби сюжеттарҙы уҡыусылар менән бергә тормошҡа ашыра.
       Килем ауылы кешеләре билдәләүенсә, тарихи-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килгәс, район һәм ауыл икенсе рухи һулыш алды. Әгәр халыҡтың мәҙәниәтте, телде, кәсепте һаҡлау теләге булмаһа, бер ниндәй ҙә йәмәғәт ойошмаһы бөтә район халҡын бер идея аҫтына бергә йыя алмаҫ ине. Ә Бүздәк районы халҡының теләге ҙур.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал