6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Прометей": мөхәббәт тураһында
29.04.09


       Премьера алдынан "Прометей" проекты авторҙары вәғәҙәләүенсә, тамашасылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ғәҙәти булмаған спектакль ҡараясаҡ. Һәм улар һүҙендә торҙо. Ошо көндәрҙә Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей" тигән әҫәре буйынса тәүге балет тамашаһы үтте. Тамашаны музыкаль яҡтан Рөстәм Сабитов биҙәгән. "Прометей" спектакле ҙур уңыш менән үтте, ул театр белгестәре һәм ябай тамашасылар тарафынан юғары баһаланды.
       Мәғлүм булыуынса, балет - ул сәнғәт синтезы, унда музыка, хореография, сценографияның аһәңле тура килеүе мөһим. "Прометей" спектакле өҫтөндә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре эшләне - музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы-дирижер композитор Рөстәм Сабитов, балетмейстер Игорь Марков (Санкт-Петербург), балет төркөмөнөң художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова, рәссам Рауил Әхмәтйәнов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Денис Солнцев (Санкт-Петербург), ҡуйыусы-хормейстер Эльвира Ғайфуллина.
       Үҙенсәлекле спектакль үҙенә хәҙерге хореографияны һәм классик опера йырын алған. Бындай художестволы ҡарар Мостай Кәрим трагедияһында һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тулы күләмдә күҙ аëдына килтереү өсөн уйланылған. Театр сәхнәһендә төп күренештәр йәйелдерелә - Олимп тауында мәжлес һәм ерҙә кешеләр тыóà, уларҙы, Хоҙайҙың рөхсәтенән башҡа, Прометей күк балсыҡтан яһай. Ике сюжеттың үҫешен хор йыры оҙатып бара:
       - Зевс иҫәнлегенә!
       Зевс иҫәнлегенә!
       Аллалар áàòøàšû көсө -
       Зевс хакимлығына!
       Прометейға һәм уның ижадына мөрәжәғәт башҡа тоналлектә яңғырай:
       - Яуызлыҡ яуыз йән тыуҙыра,
       Ә яуыз йән яуызлыҡ барлыҡҡа килтерә...
       Төп геройҙарҙың конфликттары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре ауыр симфоник партитурала, шулай уҡ ябай булмаған хореографик материалдарҙа асыла. Яңы хореография мәктәбе менән танышыу күп өфөләр өсөн асыш булды. Ғәҙәти булмаған тамашаға публика өлөшләтә әҙер ине. Бер йыл элек тамашасылар Рудольф Нуриев исемендәге XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡунаҡ спектакле сифатында "Modern" (Италия) труппаһының сығышын ҡараны. Артистар тамашасылар хөкөмөнә бер актлы өс балет тәҡдим итте.
       Ә хәҙер Рәсәй балетының хәҙерге тенденциялары менән танышырға ваҡыт етте. Ҡуйыусы-хореограф Игорь Марков, ул Агриппина Ваганова исемендәге Рус балет академияһының хореография бүлеген тамамлаған, Борис Эйфман труппаһында 17 йыл бейегән, хәҙер төрлө театр сәхнәләрендә спектакль ҡуя, "Прометей" спектакленә үҙенсәлекле хореография тәҡдим итте.
       - Йәшермәйем, спектакль өҫтөндә эшләү процесында, сценарий үҙгәрҙе, - ти Игорь Марков. - Миҫал өсөн, ҡайһы бер персонаждарҙың позициялары артты. Максим Купцов ярҙамында (артист "Прометей" балетында Дионис һәм Гермес партияларын башҡара), уның егәрлелеге, өҫтәүенә ул ыңғай, ышаныслы һәм эшкә тоғро кеше, тамашала яңы сцена барлыҡҡа килде. Уның геройҙарының образдарын тулыһынса асыу өсөн тағы ниндәй материал өҫтәү кәрәклеген Максим Купцов үҙенең эше менән иҫбатланы.
       Башҡа персонаждар менән дә шулай булды. Сөнки спектаклдә ике состав уйнай, Прометей ролен ике артист башҡара - Андрей Брынцев һәм Олег Шайбаков.
       - Андрей һәм Олег төрлө кешеләр кеүек күренһә лә, әммә һәр береһе үҙенсә инандырырлыҡ, - ти балетмейстер. - Уларҙың һәр береһе өсөн хореографик материалға шәхси үҙгәрештәр индерелде. Андрей һәм Олег яһаған хәрәкәттәр барлыҡҡа килде. Ул һығылмалы процесñ, һәм ул дөрөҫ.
       Был принципҡа бәйле, Игорь Марков улар буйынса бара, Прометей-Агазия образдары өҫтөндә эшләү процесы иғтибарға лайыҡ. Спектаклдә был партияны Валерия Лапшова һәм Диана Фальшунова башҡара.
       - Диана Фальшунова проектºа һуң килде. Ул минең өсөн асыш булды, - ти Игорь Марков. - Спектакль өҫтөндә эш башлағас, ҡайһы бер әйберҙәр өҫтөндә эшләргә ауыр буласағын аңланым. Диананың репетиция залы янынан үтеп барыуын күреп ҡалдым һәм, ярҙам итә алмаҫһыңмы, тип һораным. Һөҙөмтәлә беҙ уникаль бейеү триоһы эшләнек, күп профессионалдар фекеренсә, кеше ышанмаҫлыҡ.
       Игорь Марков һүҙҙәренә ҡарағанда, "Прометей" спектакле - ул замандаштарҙа мөхәббәт темаһына мөнәсәбәт уятырға тырышыу.
       - Мөхәббәт - ул хис, уның менән бергә "ышаныс" һүҙен ҡуйып була. Тимәк, мөхәббәткә ышаныу килеп сыға. Әгәр беҙ "ышаныс" һүҙен алып ташлаһаҡ йәки уны башҡа бер һүҙ менән алмаштырһаҡ, "мөхәббәт" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сыға. "Прометей" - ул, иң элек, мөхәббәт тураһында. Был тойғо музыкала, геройҙар мөнәсәбәтендә һалынған.
       Спектаклдә ир-ат дуҫлығы тураһында ла уйланыуҙар бар - улар Прометей һәм Гефест мөнәсәбәте.
       - Ир-ат дуҫлығы шулай уҡ күпертелгән төшөнсә. Бөгөн ир-ат позицияһы, ул һүҙендә торорға һәм ҡарар ҡабул итергә тейеш, көсһөҙләнә бара. Ул китә йәки суррогатòàð менән алмаштырыла, - ти Игорь Марков.
       "Прометей" спектакле тамамланды. Әммә публика театрҙан китергә ашыҡмай. Тамашасылар күренештәр араһындағы тәнәфестә һәм спектакль тамамланғандан һуң үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар "Прометей" балетының иң сағыу һәм ғәҙәти булмаған ҡарарҙарын билдәләне. Тамашасылар балет артистарының костюмына, шулай уҡ сәхнә декорацияһына иғтибар итмәй ҡалманы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал