Сәйәсәт // Ҡораллы Көстәр
Хәрби хеҙмәткә алыныусылар һаны арта
01.04.09
2009 йылдың яҙында илдең Ҡораллы Көстәрен 18 йәштән 27-гә тиклемге 305 мең йәш кеше тултырасаҡ: был башҡа йылдарға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Шуларҙың 10900-ө - Башҡортостан вәкилдәре.
Яҙû ñàºûðûó армияға алыныусылар һаны буйынса масштаблы булыуҙан тыш, ойоштороу планында ла ҡатмарлы буласаҡ. Был турала республиканың хәрби комиссары Тимофей Азаров сираттағы саҡырыу кампанияһына арналған йыйылышта белдерҙе. Бер саҡырыу кампанияһында ғәскәрҙәргә оҙатыласаҡ йәш кешеләрҙең һаны ике тапҡырға артты - 2008 йылға тиклем республика өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса наряд (бер саҡырыуҙа) 5-6 мең кеше тәшкил итте, үҙгәртеп ҡоролған хәрби комиссариаттарға хеҙмәткә яңы алынған кешеләр менән эшләргә тура килә. Илдә старт алған Ҡораллы Көстәр реформаһына ярашлы, РФ етәкселеге был турала үткән йылдың октябрендә белдерҙе, Рәсәй ҙур һуғыш осрағында күпләп мобилизациялауға иҫәпләнгән структуранан баш тарта, һәм урындағы конфликттар шарттарында оператив эш итергә һәләтле һәм һан буйынса аҙ булған армия булдырырға курс ала. Реформа Ҡораллы Көстәрҙең һанын дөйөм ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота - 1,13-тән алып бер миллионға тиклем, был офицер корпусын ҡырҡа ҡыҫҡартыу иҫәбенә үтәсәк, ул личный составтың өстән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итте. Һөҙөмтәлә хәрби комиссариаттарҙың да структураһы үҙгәрә, унда бер офицер ставкаһы ғына ҡала - хәрби комиссар. Хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн граждандар вазифаларына күсерәләр, ә ҡалғандары эштән бушатыла. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың хәрби комиссариаттары системаһында 44 офицер ҡалды - төбәктә хәрби комиссариаттар һаны буйынса. Плюс Башвоенкомат үҙәк аппаратында тағы дүрт офицер. 324 офицер һәм прапорщик ҡыҫҡартылды.
- Шулай итеп, хәрби комиссариаттар көсһөҙләнде, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы үткәреүсе юҡ, - тип белдерҙе Тимофей Азаров.
Хәрби комиссар, быға оҡшаш үҙгәрештәр йәмғиәт бөтә яҡлап та әҙер егеттәрҙе хәрби комиссариаттарға ҡуясағына иҫәп тота, òèï áèëäœëœé. Практика күрһәтеүенсә, һаулыҡ торошо, физик әҙерлек, белем кимәле буйынса түгел - иң элек хәрби-иҫәп специальностарына уҡытыу күҙ уңында тотола - егеттәрҙең күбеһе талаптарға яуап бирмәй, ә бер йыллыҡ хеҙмәт срогы хәрбиҙәргә йәштәр менән тултырыу әҙерлеген сифатлы итеү өсөн ваҡыт ҡалдырмай бит.
- Хатта иң ауыр ваҡытта ла мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлекте алманылар. Хәҙер ҡайһы бер мәктәптәрҙә "Йәшәүгә һәләтлелек хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" предметы бөтөнләй юҡ, ә ҡалғандарында сәғәттәр ҡыҫҡартылды, - тине хәрби комиссар. - РОСТО коммерция ойошмаһына әйләнде, уны беренсе сиратта табыш ҡыҙыҡһындыра. Беҙ бындай хеҙмәттәрҙән баш тартырға ниәт тотабыҙ һәм үҙебеҙгә кәрәкле белгестәрҙе үҙаллы әҙерләргә планлаштырабыҙ.
Яңыртылған Ҡораллы Көстәр структураһы тураһында һөйләгәндә, офицерҙар һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр 150-øœð мең тәшкил итәсәк, ә ҡалған 700 меңе - срочниктар, тип белдерҙе Тимофей Азаров.
Азаров, шуға ҡарамаҫтан, саҡырыу комиссияларына хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың һаулығын етди тикшереү, белем алмаған, һәм хеҙмәт өсөн мораль яҡтан нығынмаған 18-19 йәшлек үҫмерҙәрҙе хеҙмәткә саҡырыуҙан тыйылып тороу кәрәклеген еткерҙе. Хәрби комиссар белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә оло йәштәгеләрҙе, шулай уҡ быға тиклем хеҙмәт итеүҙән ситләшкәндәрҙе саҡырыуға баҫым яһарға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдан яҙын хеҙмәткә саҡырыу срогы 15 көнгә оҙайтылды. Шулай итеп, 1 апрелдә башланған яҙғы саҡырыу кампанияһы 30 июндә түгел, ә 15 июлдә тамамланасаҡ. Срокты оҙайтыу тейешле саҡырыуға контингент һанының артыуы арҡаһында ҡабул ителде. Июль уртаһында юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың күбеһе диплом ала, был хәрби комиссариаттарға уларҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу хоҡуғы бирә. Оборона министрлығы планы буйынса, хеҙмәткә алыныусылар араһында юғары белемлеләр 10 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш: хеҙмәт срогын ҡыҫҡартыу шарттарында юғары белемлеләрҙе хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә уҡытыу еңел буласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанда үткән саҡырыу күрһәткестәре буйынса, хеҙмәткә алыныусыларҙың белем кимәле күтәрелгән. БР Хөкүмәте вице-премьеры Рафаил Диваев һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылда хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 2,1 проценты туғыҙ класс белеменә эйә булған.
Үткән йылдан хәрби хеҙмәттән ҡайһы бер кисектереүҙәр бөтөрөлдө. Элек "БАШвестЪ" хәбәр итеүенсә, I һәм II төркөм инвалид ата-әсәләрҙе, шулай уҡ оло йәштәге ата-әсәләрҙе (55 йәштән оло ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән оло ирҙәр) ҡарау буйынса; ҡатындары йөклө ирҙәргә һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған атайҙарға хәрби хеҙмәттән кисектереүҙәр бөтөрөлдө: өс йәшкә тиклем инвалид балаһы булған атайҙар, шулай уҡ балалы һәм йөклө ҡатыны (йөклөлөк 26 аҙнанан кәм булырға тейеш түгел) булған атайҙар; һигеҙ йәшкәсә ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләнгән тулы булмаған ғаиләләрҙән егеттәр, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, дәүләт учреждениеларына специальность буйынса эшкә инеүселәр (исемлекте РФ Хөкүмәте билдәләгән) өсөн хәрби хеҙмәтòәí кисектереүҙәр һаҡланды. Ауыл ерендә даими эшләгән табиптар, уҡытыусылар, шулай уҡ техникум һәм һөнәри-техник училище уҡыусылары (улар урта белемле булырға тейеш) хәрби хеҙмәттән кисектереү хоҡуғы менән файҙалана алмай.
Үткән йылғы сàºûðûó йомғаҡтарына килгәндә, республика Оборона министрлығы нарядын үтәне. Ғәскәрҙәргә 17500 йәш кеше оҙатылды. Әйтергә кәрәк, 2007 йылда был һан 12,5 мең тәшкил итте, ә 2006 йылда - 10 мең.
Хеҙмәткә саҡырылыусылар һаны арта, шуға күрә Республика йыйылыу пункты тәүлек әйләнәһе режимында эшләй. Эш шунда, пункт бер үк ваҡытта 600 кешене һыйҙыра ала, бер саҡырыуҙа 11 мең кешене оҙатыу өсөн уның һыйҙырышлығы 1,5 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, хеҙмәткә алыныусылар йыйылыу пунктында 3-5 көн түгел, ә бер тәүлек буласаҡ. Бындай оперативлыҡ, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренә ҡарағанда, саҡырыуға яуаплыларға, шулай уҡ яңы хеҙмәткә алыныусыларға билдәле уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Элек һуңғылары хәрби форма алырға, армия стройы тәртибе менән танышырға, хеҙмәткә мораль көйләнергә өлгөрә ине. Әммә иң мөһиме - улар йыйылма пунктында медицина тикшереүе үтә ине: бының өсөн йыйылма пункттары уникаль диагностика ҡорамалдары менән махсус йыһазландырылған, ә район хәрби комиссариаттарында улар юҡ. Хәҙер икенсе тапҡыр медицина тикшереүенә ваҡыт юҡ, һәм хеҙмәткә алыныусыларҙың һаулығы һәм яраҡлылыҡ дәрәжәһе өсөн райондар һәм ҡалалар комиссиялары яуаплы. Азаров һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йылда республика был йүнәлештә насар эшләмәне. Йыйылма пунктынан 323 яңы хеҙмәткә алыныусы ҡайтарылды, уларға ҡарата урындарҙағы саҡырыу комиссиялары хеҙмәткә яраҡлылыҡ тураһында дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәгән. Ғәскәрҙәрҙән республикаға 16 кеше ҡайтты.
Хеҙмәт срогының ҡыҫҡарыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт итеүҙән баш тартыусылар һаны кәмемәй. Шуға күрә хәрби комиссариат саҡырыу комиссиялары ағзаларын һәм милицияны был проблемаға айырым иғтибар бүлергә саҡыра.
Әлфиә Шәрәфетдинова.