6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Быума ауырыуы менән ҡатмарлы булһа ла йәшәргә була
30.03.04


       Республикабыҙ башҡалаһында күптән түгел быума ауырыуы ме нән интеккән кескәйҙәргә, уларҙың көсһөҙлөктән йонсоған ат а-әсәләренә өмөт өҫтәп, Рәсәй дәүләт медицина университеты п рофессорҙары башҡаланың балалар неврологтары өсөн күсмә уҡыу ҙар ойошторҙо.
       Универститет профессорҙары Андрей Сергеевич Петрухин һәм
       шул уҡ уҡыу йортоноң табибтарҙы камиллаштырыу курсы етәксеһ е Константин Юрьевич Мухин ойошторған уҡыуҙар бик кәрәкле һәм фәһемле. Быға тиклем бындай курстар Рәсәйҙең бер нисә тө бәгендә үткәрелде. Өфөлә улар тәү тапҡыр үткәрелеп, быуманы
       дауалауҙың заманса аспекттарына бағышланды.
       Быума ауырыуына ололар араһында бер меңгә 5-7 кеше дусар
       була. Балалар араһында был һан бер тиҫтәгә тиклем етә. Әммә , КостантинМухин һүҙҙәре буйынса, заманса антиэпитептик пре параттар ярҙамы менән ауырыуҙарҙың 65 проценты тулыһынса сә ләмтәләндерелә. Ул шулай уҡ һуңғы арала был проблемаға етди
       иғтибар бирелеүе ауырыуҙарҙы уңышлы дауалауға булышлыҡ итеү ен дә билдәләп үтте.
       Мәскәү ғалимдары ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалауҙың з аманса методикаһы менән таныштырып үтте, ғөмүмән, дөйөм эпил ептологияның торошо тураһында ентекле һөйләп киттеләр. Шуға ла уларҙы тыңларға теләүселәрҙең һаны залдағы урындарҙан күб ерәк булып сыҡты. Сөнки бындай сараларҙың файҙаһын һөйләп ке нә бөтөррөлөк түгел. Ғалимдар ауырыуҙың нисек башланыуынан б ашлап бәләкәй пациенттар менән нисек дөрөҫ мөрәжәғәт итергә өйрәттеләр. Бынан тыш бер юлы ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап тар, консультациялар алтынға бәрәбәр. Сөнки эпилепсия -үтә е тди ауырыу, уны еңел генә дауалап булмай. Балалар араһында т аралыуы ла ныҡ борсолдора.Төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәр ваҡыт ында яңы мәғлүмәттәр менән таныша алмай, шуға ла ауырыуҙың б арышы ҡатмарлана.
       Ете йәшлек Артемдың әсәһе Елена семинар тураһында бына нимә
       ти: - Семинар тураһында белгәс тә, 400 километр араны үтеп, киле п еттек. Дауаханала айҙар буйына ятырға тура килә. Табибтарҙ ың лекцияларын тыңлағандан һуң, бик күп нимәне аңланым мин.
       Ҡайһы саҡта, ирекһеҙҙән хаталар яһағанбыҙ икән. Бынан кире уларға юл ҡуймаясаҡбыҙ бит инде.
       Уҡыуҙар өс көн буйы өсөшәр сәғәт барҙы. Әммә был ваҡытта б әтә мәсьәләләрҙе тикшерергә, фекер алышырға аҙ булып сыҡты. Кескәй пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу -дөйөм бурыс икәнлеген аң ланы табибтар һәм ата - әсәләр.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал