6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Сериал өсөн сюжет
12.03.09


       Тормош - ул иң яҡшы сериал. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары тәрән мәғәнәле һүҙҙе тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Тамашасылар баш театр сәхнәһендә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның пьесаһы буйынса "Минең ғаиләм" мелодрамаһының премьераһын ҡараны. Тамашаны театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов сәхнәләштергән.
       Башҡорт шағирәһе драматургия жанрына күптән түгел генә мөрәжәғәт иткән, әммә уның был йүнәлештәге беренсе эше шунда уҡ күҙгә ташланды.
       - Күп нәмәләрҙе күңелем үҙенә һыйҙырҙы, ул хәҙер тулды, шуға күрә пьеса яҙырға булдым, - ти Тәнзилә Дәүләтбирҙина. - Әҫәрҙе яҙғас, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа күрһәтергә булдым. Бер нисә көн үткәс, әҫәр оҡшаны, тип шылтыратты, һәм ул хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Был минең өсөн бәхет ине, әммә шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та өҫтәүен аңланым.
       - Пьеса сәхнәлә күрһәтелде, һеҙ ҡәнәғәтме?
       - Эйе. Айрат Абушахманов - талантлы режиссер, ул минең әҫәрҙе миңә ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлай. Ул шунса мауыҡтырғыс ысулдар тапты. Режиссер минең геройҙарымды яратты, уларҙың яҙмышы тураһында барыһын да белде. Тәү ҡарашҡа, бөтәһе лә ябай кеүек - ғаилә, үҙ шатлыҡтары, үҙ проблемалары. Былар бөтәһе лә ғәҙәти күренә.
       Көндәр бер-бер артлы үтеп тора. Түҙемле булыр өсөн ҡайҙан көс алырға? Башҡа кешеләрҙе нисек аңларға һәм улар һине ишетһен өсөн нимә эшләргә? Нисек асыуланмаҫҡа һәм ғәфү итә белеүҙе үҙеңдә һаҡларға? Проблемаларҙы хәл итеү юлдарын авторҙар һәм пьесала ҡатнашыусылар тамашасылар менән бергә табырға тәҡдим итә.
       "Минең ғаиләм" спектаклендә йондоҙҙар составы йәлеп ителгән: Шәүрә Дилмөхәмәтова, Муллаян Сөйәрғолов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Тәнзилә Хисамова һәм башҡа артистар. Төп героèíÿ ролен СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова башҡара. Сәхнәлә танылған артистар менән бергә йәш актерҙар Артур Кәбиров, Римма Ҡаһарманова, Фирүзә Аллаярова, Урал Әминев уйнай.
       Автор үҙ әҫәрендә һәр ғаиләгә ҡағылышлы ваҡиғаны һүрәтләй. Ҡәҙимге тарих, ул теләһә ҡайһы ғаиләлә булыуы ихтимал, залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәрен сылатмай ҡалманы.
       - Бындай пьесалар театр репертуарында булырға тейеш, - тип үҙ фекере менән уртаҡлашты тамашасыларҙың береһе. - Бындай мелодрамалар кешеләрҙе үҙ проблемаларынан бер ни тиклем арындыра. Әммә икенсе яҡтан, сериал персонаждарынан нœмәгәлер өйрәнеп була, улар ауыр хәлдәрҙе еңеп сыға белә, һәм бөтәһе лә яҡшы тамамлана.
       "Минең ғаиләм" пьесаһының сюжеты ашығыс булмаған хикәйәләүҙе ҡарай, әммә ҡуйыусы-режиссер Айрат Абушахманов һәм режиссер ярҙамсыһы Арыҫлан Йәнбәков спектаклде хәрәкәтле иткән. Сәõí­әлә тиҙ йөрөү һәм хатта йүгереү хупланған. Бынан тыш, тамашаны йәштәр һәм өлкәндәр ҙә ҡараһын өсөн, ижади төркөм урталыҡты табырға тырышҡан - сәхнәгә эпизодтар өҫтәгән, улар тамашасыларға иғтибарҙы күсереү мөмкинлеген биреп, геройҙарҙы ғазаптарҙан алып китә. Был мәлдә заманса ритмдар яңғырай, һәм артистар сәхнәгә йүгереп сыға, улар хип-поп бейей.
       Сәхнәне биҙәүҙә көнкүреш темаһынан алыҫлашыу еңелдән булмаған, әммә ҡуйыусы-рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов матур ҡарар тәҡдим иткән - декорацияларҙа классика һәм авангард берләштерелгән.
       "Минең ғаилә" спектакленең финалы ябай. Әммә һәр тарихтың дауамы була, ти автор. Һәр көн төрлө ваҡиғаларға бай, улар яңы пьеса өсөн сюжет булып хеҙмәт итә ала. Әммә был башҡа тарих, ти Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал