6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Илдар Абдразаҡов: "Атайым патриот булды"
10.03.09


       Өфөнөң "Родина" кинотеатрында хәтер кисәһе үтте. Сара Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Башҡорт кинематографияһына нигеҙ һалыусы бер йыл элек арабыҙҙан китте. Уның фильмдары башҡорт киноһының алтын фондына инде.
       Хәтер кисәһендә уның коллегалары, дуҫтары, яҡындары î¿òà òóðàšûíäà һөйләне. Әмир Абдразаҡовтың улы Илдар Американан ҡайтҡайны. Сәнғәт эшмәкәренең өлкән улы Асҡар гастролдәрҙең тығыҙ графигы арҡаһында кисәлә ҡатнаша алманы.
       Хәтер кисәһендә Әмир Абдразаҡов исеменә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Әмир Абдразаҡов шағир, музыкант, йырсы була алыр ине, әммә ул режиссер профессияһын һайланы.
       - Әмирҙең ихтыяр көсө ҙур ине. Әгәр кеше нимәгәлер өлгәшергә теләһә, ул үҙенең хыялын тормошҡа ашыра - Әмир быны үҙ миҫалында иҫбатланы, - тине тауыш режиссеры Пальмира Әбделбанеева. - ГИТИС-ты тамамлаусы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үҙенең актер карьераһын уңышлы башлаусы, көтмәгәндә республика телевидениеһында күренә башлай. Һуңынан асыҡланыуынса, Әмир Абдразаҡов профессияһын бер маҡсат менән үҙгәрткән - ул кино төшөрөргә хыялланған. Һәм ул, эшендә сағыу һәләттәр һәм эш һөйөүсәнлек күрһәтеп, бер-бер артлы фильм төшөрә башланы. Телевидениела эшләү дәүерендә ул 60-тан ашыу фильм төшөргән. Әмир Абдразаҡов á³òœšåíå¾ èõòèðàìûí ÿóëàíû.
       Әмир Абдразаҡов киностудияның беренсе директоры була, Ҡаҙағстандан, Свердловскиҙан төп режиссерҙарҙы эшкә саҡыра. Шул уҡ ваҡытта ул үҙ кадрҙарûáûƒƒû әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә - талантлы йәштәрҙе Мәскәүгә һәм Алматаға уҡырға ебәрә.
       Коллегалары һүҙҙәренә ҡарағанда, Әмир Абдразаҡов музыка яратҡан, ул бер нисә музыка ҡоралында уйнаған: скрипкала, мандолинала. Шуға күрә хәтер кисәһендә режиссерҙың "Килен төшә", "Туй" кеүек музыкаль фильмдарынан өҙөктәр күрһәтелде. Әмир Абдразаҡов башҡорт халыҡ йырҙары нигеҙендә республикала тәүгеләрҙән булып ҡыҫҡа метражлы фильмдар булдырҙы. Үҙенсәлекле музыкаль клиптар. Режиссер үҙенең фильмдарында тыуған яҡтың тәбиғәтен генә күңелдә ҡалдырмай, әммә уға кешелек сифаттарын еткерә, картина геройының күңеле йырлағанда, ул шатлана, һәм уның тормошоноң ауыр минуттарында уға мәрхәмәтлек күрһәтә. Был клиптарҙа Әмир Абдразаҡов төп персонажға баҫым яһай - тамашасы геройҙың кисерештәрен һәр ваҡ һыҙатта күрһен өсөн, уның йөҙөн, һәм ауыр эшкә күнеккән, әммә шул уҡ ваҡытта музыка ҡоралында уйнаған ҡулдарын ҙур планда күрһәтә.
       Әмир Абдразаҡовтың башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында "Һынмаҫ рух" фильмы - башҡорт кинематографияһының хазинаһы. Әмир Абдразаҡов ошо картина, шулай уҡ милли кинематография үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн республиканың юғары наградаһына - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
       - Әмир Абдразаҡов үҙенең фильмдарында башҡорт халҡының рухын сағылдырҙы. Ул мәҙәниәтте таратты, һәм был сифатты ул үҙенең картиналарында күрһәтте, - ти "Башҡортостан" киностудияһы директоры Айбулат Юнысов.
       - Кисәлә яңғыраған ҡайһы бер күренештәр минең өсөн яңылыҡ булды, - ти Илдар Абдразаҡов. - Атайым күпме фильм төшөргән! Мин бөтәһен дә ҡарамағанмын әле. Атайым патриот булды, ул бөтә é³ðœãå менән халҡын яратты. Беҙ Асҡар менән Башҡортостанда тыуҙыҡ, шуға күрә тыуған төйәкте оноторға хаҡыбыҙ юҡ, атайым беҙҙе шулай өйрәтте. Ул беҙгә былай тине: Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, шуны иҫтән сығармағыҙ, һеҙ ысын башҡорттар, һеҙ башҡорт халҡының улдары. Был нигеҙ менән беҙ атайыма бурыслы. Күңелдә йылы тәьҫораттар һаҡлана. Мин һоҡланғыс кешенең улы, бының менән сикһеҙ ғорурланам.
       Хәтер кисәһендә Әмир Абдразаҡов тураһында хәтирәләр башҡорт телендә яңғыраны, һәм опера йондоҙо Илдар Абдразаҡов әйтеүенсә, ул туған телен онотмай.
       - Үкенескә ҡаршы, миңә башҡорт телендә аралашырға кеше юҡ, сөнки мин донъя буйлап йөрөйөм, һәм Башҡортостанда һирәк булырға тура килә, - ти Илдар Абдразаҡов. - Әммә башҡортса өндәшһәләр, мин бөтәһен дә аңлайым.
       Илдар Абдразаҡовтың сығышына килгәндә, әлегә Өфөлә концерттар көтөлмәй.
       - Мин оҙаҡҡа ҡайтманым, мине Лондон, Вена һәм Мадрид тамашасылары көтә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал