6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Ҡыуып сығарыу күҙәтеү аҫтында
04.03.09


       Өфөлә закон менән иҫәпләшмәгән сит ил граждандары өсөн приют асылды. Бында бөгөндән тәүге тороусыларҙы ҡабул итергә әҙер.
       Сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәге - ул Өфө буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағында эшләгән милиция учреждениеһы. Унда сит ил граждандары ваҡытлыса йәшәйәсәк, суд уларға ҡарата төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәт ҡылыу сәбәпле ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Закон буйынса хөкөм ителеүсе ун көн эсендә суд ҡарарына ялыу бирә ала. Был ваҡытта ул тәртип һағы күҙлегенән тыш була һәм тыныс йәшеренә ала - бөгөнгәсә шулай булды. Үҙәк асылыу менән был проблема хәл ителәсәк. Хәҙер сит ил граждандары ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән мәлдән үҙ иленә ҡайтҡанға тиклем ошо учреждениела милиция ҡарауы аҫтында йәшәйәсәк. Үҙәктә Өфө Эске эштәр идаралығының аттестация үткән 20 хеҙмәткәре эшләйәсәк.
       Үҙәк Гурьев урамындағы өс ҡатлы бинала урынлашҡан. Бында элек ветеринария лабораторияһы булған, хәҙер был бина ятаҡханаға әйләнде. Тәҙрәләргә ҡуйылған рәшәткәләр уның үҙенсәлекле учреждение булыуын иҫкәртә. Үтә уҫал закон боҙоусылар өсөн видеокүҙәтеүҙәр менән камера тибындағы бүлмәләр бар.
       - Милиция учреждениеһында йәшәгәндәргә бинанан ситкә китеү тыйыла, - ти үҙәктең начальнигы Рөстәм Ғәзиев. - Улар һаҡ аҫтында тотола.
       Үҙәктә ваҡытлыса йәшәүселәр өсөн телевизор бар, тиҙҙән китапхана асыласаҡ. Теләгәндәр психолог консультацияһы алала.
       Республиканың эске эштәр министры Игорь Алешин, граждандарҙы тотоу шарттары менән танышҡас, уны "һәйбәт" тине.
       Дөйөм майҙаны 2300 квадрат метрлыҡ бинала бер үк ваҡытта 170-кә яҡын кеше йәшәй ала. Һәр килгән кеше медицина тикшереүе үтә һәм óëàðà һабын, бәҙрәф ҡағыҙы кеүек кәрәк-яраҡ предметтары комплекты áèðåëœ.
       Үҙәктә ваҡытлыса йәшәгән граждандар тураһында мәғлүмәттәр системаға һалынасаҡ. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре мигранттар ҡайтасаҡ дәүләт вәкилдәре менән бәйләнештә. Рөстәм Ғәзиев һүҙҙәренә ҡарағанда, башлыса, улар элекке союздаш республикалар - Әзербайжан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Тажикстан һәм Грузия.
       Үҙәктә мигранттарҙың йәшәү срогы - ике ай. Был ваҡыт эсендә ҡыуып сығарыу формаллеге хәл ителә.
       Сит ил граждандарын ҡыуып сығарыу һәм уларҙы махсус учреждениеларҙа тотоу процедураһын федераль ҡаҙна түләй. Быға оҡшаш учреждениеларҙы асыу - урындағы властарҙың бурысы. Өфө үҙәген реконструкциялауға һәм уны йыһазландырыуға республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум сарыф ителде, әммә сығымдар үҙен ҡапларға тейеш: үҙәкте асыу иҡтисади көрсөк күҙлегенән сығып айырым актуаллек àëà, ул криминоген хәлдә кире сағылыш тапты.
       - Ағымдағы йылдың ике айында сит ил граждандары Башҡортостан территорияһында 101 енәйәт ҡылған, үҫеш үткән йыл менән сағыштырғанда 35 процент тәшкил итә, - ти Игорь Алешин. - Улар башлыса ауыр енәйәттәр, шул иҫәптән үлтереүҙәр.
       Әле Башҡортостанда 28 мең сит ил гражданы йәшәй: был рәсми статистика буйынса, уларҙың дөрөҫ һаны күберәк. 2008 йылда сит ил граждандары Башҡортостанда 461 енәйәт ҡылған. 570 кешегә ҡарата ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал