6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Алтын ҡуллы рәссам
04.03.09


       Сергей Рябухо хаҡлы рәүештә "Алтын ҡуллы оҫта" титулына эйә. Ул 2007 йылда "Башҡортостан сувернирҙарҙа" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса почетлы исемгә лайыҡ булäû. Сергей Григорьевич - рәссам. Әммә ул буяуҙар ярҙамында һәм киндерҙә ижад итмәй. Рябухо металдан ҡоя, күндән бесә, ағас эшкәртә. Боронғо һуғышсыларҙың хәрби кейем һәм ҡоралдары рәссам өсөн төп илһам сығанағы булып тора. Өҫтәүенә алтын ҡуллы оҫта заводта эшләй. Рябухо 70-се йылдар аҙағынан "Гидравлика" федераль дәүләт учреждениеһында хеҙмәт итә.
       Башта ул рәссам-биҙәүсе вазифаһында ижад итә. 1985 йылда предприятие ҡарамағында эксперименталь технологиялар участогы асыла, Сергей Григорьевич бөгөн дә унда эшләй. Участок художество оҫтаханаһын хәтерләтә - бында стеналарҙа эскиздар, натюрморттар өсөн өҫтәл һәм буяуҙар. Верстак, ҙур ҡыҫҡыс, чертеж ҡорамалы уның завод йыһазы булыуын белгертә. Бында Сергей Григорьевич һәм уның өс коллегаһы ижад итә. Әле улар фарсы һуғышсыһының хәрби кейеме һәм ҡоралдары өҫтөндә эшләй. Шлем әҙер тиерлек, уға һуғышсының муйынын һаҡлау өсөн металл сыңғаларҙан үрелгән плат беркетәһе ҡала. Сергей Григорьевич һәм уның ярҙамсыһы Юлиә Ишмаева флягалар эшләү менән мәшғүл. Боронғо ваҡытта был һауыттарҙы күндән эшләгәндәр, был технология бөгөнгәсә һаҡлана. Фляга элементтары беселә, ә аҙаҡ ҡыҫҡыс аҫтына һалына. Һуңынан деталдәр сарлана, һәм фляга тулыһынса хеҙмәт итә ала.
       Дөрөҫлөк - Рябухо эштәрен быға оҡшаш эштәрҙән айыра. Дөрөҫлөк - күләмдән алып, әҙерләү технологияһына тиклем - рәссамдың девизы.
       - Беҙ тарихи дөрөҫлөк ҡағиҙәләренә таянып эшләйбеҙ, - ти Сергей Григорьевич. - Бының өсөн күп ваҡытты музейҙарҙа үткәрергә тура килә. Архивтар менән тығыҙ эшләйбеҙ, махсус әҙәбиәт уҡыйбыҙ. Эштә оло быуын реставраторҙары ярҙам итә, улар араһында таныштарым күп. Эште күҙәтәм, иҫтә ҡалдырам һәм техниканы үҙләштерәм. Сергей Рябухо эшләгән башҡорт яугирының ҡоралы Рәсәй күргәҙмәләрендә генә түгел, әммә сит илдәрҙә лә күрһәтелде.
       - Уҡтар менән был ҡалъянды мин өлгө буйынса эшләнем, - ти рәссам. - Төп нөсхәһен етди ҡараным, һәм юғалған деталдәрен анализланым. Эш барышында бөтәһен дә реконструкциялауға өлгәштем. Был ҡорал комплекты Германияла, Башҡортостанға арналған күргәҙмәлә күрһәтелде.
       Ҡалъян ағас уҡтар менән тултырылған.
       - Уҡ өсөн тәбиғи ағасты ҡулланабыҙ, ә ул бик һирәк тигеҙ була, - ти Сергей Григорьевич. - Шуға күрә беҙ, боронғо ваҡыттағы кеүек, ағасты пар аҫтында эшкәртәбеҙ, ә һуңынан турайтабыҙ.
       Тарихи дөрөҫлөктөң шул уҡ принциптары ҡалҡанға, уҡҡа һәм шлемға ҡарай. Әммә беҙҙең оҫтахана һуғыш һәм һунар кәрәк-яраҡтары менән генә йәшәмәй. Өҫтәлдә планкеткалар - ҙур булмаған панно һалынған. Металдан статуэтка ҡуйылған, корпусы хикмәтле биҙәлгән сәғәт текелдәй.
       - Бындай изделиелар - берҙән бер, - ти рәссам Павел Какунин. - Әммә беҙ уларҙы күпләп эшләй алабыҙ. Матур һәм сифатлы әйберҙәр урынын, үкенескә ҡаршы, Азия илдәренән осһоҙ һәм ялған әйберҙәр биләй.
       Павел Иванович кабинет биҙәүесен күрһәтә. Ҙур булмаған скульптура композицияһы 1812 йылғы һуғышҡа арналған.
       - Ул саҡта илдең бар халҡы арҡаға арҡа, иңгә иң терәп һуғышҡан. Беҙ был эштә берҙәмлек рухын бирергә тырыштыҡ, - тип аңлата Какунин, - бер яҡтан беҙ башҡорт уҡсыһын күрәбеҙ, икенсе яҡтан - рус йәйәүле һалдатын. Әлегә был эш прототип рәүешендә, әммә беҙ уны еҙҙән ҡоясаҡбыҙ.
       Үкенескә ҡаршы, ошондай талантлы һәм эшһөйәр оҫта-рәссамдарҙың уҡыусылары юҡ тиерлек. Коллективҡа Айҙар Фәхретдинов ҡына килгән.
       - Йәштәр "тиҙ" аҡса артынан саба, - ти Сергей Григорьевич, - ә кәсеп - мәшәҡәтле, күп көс талап иткән эш.
       - Металдан биҙәүестәр ҡойоу производствоһы - технологияға ҡабатланған ижад ул, - ти Какунин. - Йәштәр ни эшләптер был технологияны өйрәнергә теләмәй. Минең ҡарашҡа, кәсеп, промыслалар, биҙәү сәнғәте беҙҙең менән бергә китә. Халыҡ кәсептәре өлкәһендә студиялар, түңәрәктәр ҡалманы тиерлек, системалы эш күптән күренмәй.
       - Беҙҙең оҫтахана - ул йөҙөп йөрөгән утрау, иртәгә ҡайҙа булыр, уныһы билдәһеҙ, - ти Сергей Григорьевич. - Беҙ сифатһыҙ киң ҡулланыу тауарҙары етештерергә йыйынмайбыҙ, ҙур тәжрибә тупланыҡ һәм уны уртаҡлашырға теләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙгә республиканың Һөнәрселек палатаһы һәм тыуған заводыбыҙ ғына етди ярҙам күрһәтә.
       Әңгәмәбеҙ тамамлана. Ошо ваҡыт эсендә Юлиә Ишмаева етешмәгән деталдәрҙе күндән бескән һәм уларҙы ҡыҫҡыс аҫтына һалған. Уникаль әйберҙе ижад итеү процесы бер секундҡа ла туҡтамай. Ниндәй генә көрсөк булыуына ҡарамаҫтан, сәнғәт һәм кәсеп бөтмәйәсәк, традицияларға тоғролоҡ äàóàì èòœñœê.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал